Шәһреза́да (Шәхереза́да, Шәхрезада, Шихираза́да, Шахраза́да; фарсы شهرزاد‎) — «Мең дә бер кисә» әкиәт циклының төп персонажы, «Шәһрийәр батша һәм уның ҡустыһы тураһында хикәйә» тип аталған тәүге һәм һуңғы «Шәһрийәр батша һәм Шәхрезада тураһында хикәйә» әкиәттәрендә ҡатнаша.

Шәхрезада
фарс. شهرزاد
Портрет
Әҫәрҙәр:

«Мең дә бер кисә»

Заты:

ҡатын-ҡыҙ

Ғаиләһе:

Шәһрийәр

Ролде башҡарыусы:

Мили Авитал[d]

Шәхрезада образы

үҙгәртергә

Персонаждың тәүге тапҡыр яҙма телгә алыныуы X быуат аҙағында Ибн ән-Нәдимдың «Китаб аль-фихрист» (Китаб аль-фихрист) (индексында) теркәлгән[1].

Шәһрезада — батша вәзиренең өлкән ҡыҙы, иҫ киткес матур һәм бик аҡыллы ҡыҙ. Ул үҙ теләге менән халыҡты Шәһрийәрҙең уңышһыҙ никахы эҙемтәләренән азат итергә теләй. Батша, ҡатынының хыянатынан һуң, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҙғын, тип уйлай. Әммә Шәхрийәргә ҡатын-ҡыҙҙар енси мөнәсәбәткә инеү өсөн генә кәрәк була башлай. Ул һәр төн һайын үҙе янына ғиффәтле ҡыҙ саҡыра һәм уны иртәнсәк үлтерә. Сираттағы ҡорбан ҡыҙ сифатында батша һарайына һорап инеп, Шәһрезада үҙенең телгә оҫталығын ҡуллана, һәр төн һайын иртәнгә тиклем батшаға әкиәттәр һөйләй. Һәр саҡ таң атып килгәндә генә һөйләүен иң ҡыҙыҡлы урында өҙә, ә Шәхрийәр, әкиәттең нисек тамамланыуын ишетергә теләп, Шәһрезаданы икенсе төнгә тиклем үлтермәй тора. Әммә хәйләкәр Шәһрезада, бер әкиәтте тамамлағас, шунда уҡ икенсеһен башлай һәм уныһын да таң атҡансы һөйләп бөтөрмәй. Шул рәүешле ул мең дә бер төн дауамында бер туҡтауһыҙ, әкиәттәре бөткәнсе һөйләй. Әммә был ваҡыт эсендә Шәһрийәр Шәһрезадаға ғашиҡ була һәм, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күпләп юҡ итеүҙе туҡтатып, уға уға өйләнә.

Шәхрезада исемендә

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Marzolph, 2004, Ibn al-Nadîm, p. 597
  2. [1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә