Шумахер Михаэль

немец автоуҙышсыһы

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Михаэль Шумахер[1] (нем. Michael Schumacher, [ˈmɪçaʔeːl ˈʃuːmaχɐ]  ; тыу. 3 ғинуар, 1969 йыл, Хюрт-Хермюльхайм, Төньяҡ Рейн-Вестфалия) — Формула-1 ярышында немец автоуҙышсыһы, ете тапҡыр донъя чемпионы. "Формула-1" тарихында иң яҡшы уҙышсыларҙың береһе тип һанала. "Формула-1"- ҙә донъя чемпионаттары буйынса күп һанлы рекордтар эйәһе: тиҙ ҡулсалар буйынса (77), шулай уҡ бер-бер артлы чемпион титулын яулаусы (5). Шулай уҡ еңеүҙәр буйынса икенсе урын яулаусы (91), подиумдар буйынса (155) һәм позициялар буйынса (68), күрһәткестәр буйынса тик Льюис Хэмилтондан ғына ҡалыша.

Карьераһы тамамланғандан һуң 2013 йылдың аҙағында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә ауыр йәрәхәт ала.

Forbes журналы версияһы буйынса 2017 йылда доллар миллиардеры була[2].

Карьераһы үҙгәртергә

 
Немец Формула-3 машинаһы, унда Шумахер 1990 йылда чемпион титулын яулай.

Тәүге карьераһы үҙгәртергә

Уҙышсы Михаэль Шумахерҙың карьераһы урындағы трассаның элекке идарасыһы булған атаһы Рольф төҙөгән картингт трассаһынан башлана. Шумахер дүрт йәшендә руль артына ултыра, биш йәшендә карталар уҙышында ҡатнаша. Бала сағында спорттың башҡа төрҙәре (дзюдо) менән шөғөлләнә, әммә картингҡа иғтибарын йүнәлтергә ҡарар итә[3]. 14 йәшендә Люксембургтың үҙышсылар лицензияһын ала, сөнки унда йәшерәк спортсылар ҙа уҙышта ҡатнашыуға индерелә, һәм ул рәсми ярыштарҙа сығыш яһай башлай. Бер йылдан һуң Шумахер картинг буйынса Германия чемпионы исеменә лайыҡ була, аҙағыраҡ Европа чемпионы исеме яулай. Картинг буйынса Европа чемпионатының финал этабында бик ҡыҙыҡлы ваҡиға була: һуңғы ҡулсаның һуңғы боролошонда Алессандро Дзанарди һәм Массимилиано Орсини икеһе бер юлы трассанан осоп сығып китә. Шунлыҡтан Шумахер уҙыш буйынса ла, шулай уҡ чемпионатта ла беренсе урынды яулауға өлгәшә. 1988 йылда картингтан асыҡ тәгәрмәсле машиналарҙа уҙышыуға күсә һәм өс формула чемпионаттарында ҡатнаша: Европаның һәм немец Формула-Фордтың ярыштарында ҡатнаша, уларҙа ярашлы рәүештә алтынсы һәм икенсе урындарҙы яулай. Ә бына Формула-Кёниг уҙышында, мөмкин булған ун еңеүҙең туғыҙын яулап, чемпион була. 1989 йылда немец "Формула-3"тә пьедисталдең өсөнсө баҫҡысына күтәрелә, ә бер йылдан һуң чемпион исеменә лайыҡ була. 1990 йылда Шумахер Гран-при Макао уҙышында беренсе урын ала. Mercedes Junior йәштәр программаһы ағзаһы булараҡ, Карл Вендлингер һәм Хайнц-Харальд Френтцен менән бергә спорткарталарҙа уҙыш буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша, 1990 йылда Мехико трассаһында Sauber-Mercedes C11 трассаһында этапта еңә, 1991 йылда "Аутополис" (Япония) трассаһында Саuber-Merces C291 руле артында (икеһендә лә Вендлингер менән бергә) ҡатнаша. 1991 йылда үҙ класында бишенсе урынға сыға, шулай уҡ уҙышта тиҙ ҡулсаға өлгәшә. Шул уҡ йылда япон "Формула-3000" уҙышында ҡатнаша һәм финишҡа икенсе булып килә[4].

Формула-1-ҙәге карьераһы үҙгәртергә

1991 үҙгәртергә

 
Шумахер Сильверстоунда Jordan 191-ҙе һынап ҡарай

1991 йылда 10 уҙыштан һуң Эдди Джордан Шумахерҙы Бельгия Гран-прийында үҙенең командаһы өсөн сығыш яһарға саҡыра[5]. Ә Эдди Джордан командаһы штатындағы уҙышсы Бертран Гашо, такси водителе менән талашҡаны өсөн, төрмәгә эләккән була[5]. Шумахерҙың менеджеры Вилли Вебер үҙ уҙышсыһының талантлы булыуы һәм Шумахерҙың был трассаны бик яҡшы белеүе тураһында белдерә[6](Германияла Шумехерҙарҙың йорто Бельгия трассаһынан әллә ни алыҫ урынлашмаған була). Старт алдынан Шумахер машинаны бер тапҡыр ғына һынап ҡарай, уныһы ла Сильверстоунда ямғыр аҫтында үтә. Бер аҙнанан һуң Формула-1 уҙышының беренсе ярышында Jordan-Ford машинаһында етенсе булып килә. Уҙышҡа старт бирелгәндән һуң Шумахер 5-се булып ярышты дауам итә, әммә беренсе ҡулсала уҡ машинаһы боҙолоп, уны йүнәтеү өсөн уға трассанан сығырға тура килә[6]. Ошондай иҫ киткес дебютынан һуң "Бенеттола" уны юғары баһалайҙар. Талантлы спортсыны "Бенеттоның" директоры Флавио Бриаторе үҙ командаһына саҡыра, һәм киләһе уҙышты Шумахер Benetton-Ford командаһы өсөн ярыша.[3] "Джордан" команда менән килешеүе суд тәртибендә өҙөлә[7].

 
Шумахерҙың Benetton B194 машинаһы, 1994 йылда ошо машинала ул тәүге титулын яулай.

Benetton-Ford өсөн беренсе уҙышта уҡ, Монц трассаһында үткән Италия Гран-прийы ярышында, Шумахер, быға тиклем өс тапҡыр донъя чемпионы булған иптәше Нельсон Пикенан алда, финишҡа бишенсе булып килә. Ҡалған дүрт уҙышта Шумахер тағы ла ике тапҡыр мәрәй менән финишҡа килә һәм ике тапҡыр төшөп ҡала.

1992 үҙгәртергә

1991 йыл миҙгеленән һуң Шумахерҙың команда буйынса иптәше Нельсон Пике спорт карьераһын тамамлай һәм уның урыныаүна Британия уҙышсыһы Мартин Брандл килә. 1992 йылда Шумахер чемпионатта алдынғы позицияларҙы биләүен дауам итә, бер нисә подиум яулай һәм Бельгия[8] Гран-прийында беренсе еңеү яулай. Ул чемпионатты өсөнсө урында тамамлай, чемпионатта бер һүҙһеҙ өҫтөнлөк иткән Williams-Renault командаһынан ике уҙышсыны ғына алға үткәрә һәм өс тапҡыр чемпион Айртон Сеннды өс мәрәйгә уҙып китә. Асыҡ һары төҫтәге комбинезоны һәм ихлас йылмайыуы өсөн ул Формуле-1 ярышында "Ҡояшлы Малай" тигән ҡушамат ала[9][10].

Шумахер ғаиләһе Швейцарияла, Женева күленән алыҫ түгел, Вуффленс-ле-Шато ҡалаһында йәшәй.

1993 үҙгәртергә

1993 йылда Шумахерҙың тағы ла уҙағы (напарнигы) алмашына. Был юлы ул былтырғы миҙгелдең вице-чемпионы Риккардо Патрезе менән бергә уҙышырға тейеш була. Яңы миҙгелдә "Benetton" командаһы Ford-тан яңы двигателдәр ала. Һөҙөмтәлә немец уҙышсыһының автомобиле башҡа уҙышсыларҙы уҙып китергә булышлыҡ итә. Миҙгел дауамында Шумахер Португалияла бер еңеү яулай, тағы ла 8 уҙышта подиумға күтәрелеп, чемпионатты уңышлы тамамлай[11][12][13].

1994 йылда Шумахер Австралия Гран-прийындағы һуңғы уҙышта, уның менән ғауғалы бәрелешкәндән һуң Деймон Хиллды бер мәрәйгә генә уҙып, үҙенең беренсе чемпионатында еңә[14].

1995 йылда ул үҙенең титулын һаҡлап ҡала, яҡын дәғүәсеһен (ул тағы ла Деймон Хиллды) 33 мәрәйгә уҙып китә. Был "Бенетто" командаһы өсөн яуланған берҙән-бер Конструкторҙар кубогы була, сөнки уларҙың машиналарына "Renault " моторҙары ҡуйылған була.

Был мәлгә Шумахер 19 еңеүгә, 21 подиумға һәм 10 поул-позицияға эйә була. 1991 йылда бер нисә уҙышты иҫәпкә алмаһаҡ, дүрт йыллыҡ сығыштарында ул финишҡа тик ике тапҡыр ғына 4-се урындан түбәнерәк күрһәткестә килә (ике тапҡырында ла машина менән техник проблемалар тыуыу арҡаһында).

"Феррари" үҙгәртергә

 
Шумахер Дэвид Култхард менән 1998 йылда Бөйөк Британия Гран-прийында көрәшә
 
2002 йылда Австрия Гран-прийына финишта Рубенс Баррикеллоны уҙып киткән Михаэль Шумахерҙың ғауғалы еңеүе
 
2004 йылда АҠШ-тың Гран-при ярышында
 
2006 йыл аҙағында BMW Sauber машиналарына "Thanrs Michael" (Рәхмәт, Михаэль!) тип яҙылған була.

1995 йылда Шумахер «Феррари» командаһы менән контракт төҙөй. Был ваҡытҡа команда 17 йыл рәттән шәхси зачетта чемпионатта еңә алмай. Шуға ҡарамаҫтан, сығыштарының тәүге йылында уҡ, техник сәбәптәр буйынса уҙыш мәлендә күп тапҡырҙар туҡталып тороуҙарға ҡарамаҫтан Шумахер Италия командаһына өс еңеү (Испания, Бельгия һәм Италия Гран-прийҙарын) һәм шәхси зачетта, «Уильямс»тың ике уҙышсынан һуң өсөнсө булып, финишҡа килә. [сығанаҡ 486 көн күрһәтелмәгән]

1997 йылда Шумахер титул яулауға бик яҡын була, Хересталағы һуңғы уҙыш алдынан чемпионатта алдынғылыҡты бирмәй, әммә титулға төп дәғүәсе Жак Вильнёв менән бәрелешкә сәбәпсе булыуы арҡаһында протоколдан һәм бөтә чемпионаттан сығарыла. Шумахер бер туҡтауһыҙ эшләй, бының менән ул команданы ла көсөргәнешкә этәрә.[3]

1998 йылда Шумахер трассала өҫтөнлөклө машиналарға ҡаршы көрәштә еңеү яулаған берҙән-бер уҙышсы була, әммә миҙгел йомғаҡтары буйынса, һуңғы Гран-приҙа Мике Хаккинендан ҡалышып, икенсе булып таныла.

1999 йылда Бөйөк Британия Гран-прийында Шумахер команда буйынса уҙағы (напарник) Эдди Ирвайнға һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә аяғын һындыра, шуға күрә лә ул өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы булыу мөмкинлеген ҡулынан ысҡындыра. Авариянан һуң ул алты уҙышта ҡатнаша алмай. Миҙгел аҙағында спортҡа кире ҡайтып, Малайзия һәм Япония Гран -прийындарында командаға 1983 йылдан алып беренсе тапҡыр конструкторҙар кубогын алырға ярҙам итә.

2000 йылда, 21 йылдан һуң, Япония Гран-прийында Шумахер өсөнсө тапҡыр чемпион титулын яулай. Ул 17 уҙышта 9 еңеү яулай, миҙгел тамамланғанға тиклем бер Гран- при чемпионы була.

2001 йылда Шумахер дүртенсе титулын яулай һәм Гран-приҙа еңеүҙәр һаны буйынса Ален Простың рекордын уҙып китә. 2002 йылда Шумахер бөтә чемпионат дауамында өҫтөнлөк менән сығыш яһай, 17 Гран-При-ҙың 11-ен яулай, миҙгелдең бөтә уҙыштарын подиумда тамамлап, үҙенең бишенсе чемпион титулын яулай һәм Хуан Мануэль рекордын ҡабатлай. 2003 йылда Шумахеның алтынсы титулын яулап ала. 2004 йылда мөмкин булған 18 Гран-приҙың 13-өн яулавп, ул етенсе тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ була, был да "Формула-1"-ҙең үҙенсәлекле рекорды була.

2005 йыл беренсе тапҡыр Шумахер һәм "Ферари" өсөн уңышһыҙ йыл була. Чемпионатта «Рено» командаһы алға сыға, ә «Феррари» уны уҙа алмай. «Рено» уҙышсыһы Фернандо Алонсо донъя чемпионы була, икенсе урынды «Макларен» уҙышсыһы Кими Райкконен, ә Михаэль Шумахер өсөнсө урында ҡала.

Әммә 2006 йылда "Скудерия" "Рено" менән көрәшә башлай, һәм миҙгел аҙағында Шумахер Алонсо титулын яулай алмай. 2006 йылдың 10 сентябрендә Шумахерҙың миҙгел тамамланғас та спорттан китәсәге билдәле була.[15]

Шумахер "Ферари"ҙа эксперт һәм кәңәшсе сифатында эшләүен дауам итә, әленән-әле машиналарҙы һынап ҡарай. Шулай уҡ ул мотоуҙыштарҙа ҡатнаша.[3]

2009 йылдың 29 июлендә "Ферари" командаһы Шумахерҙың спортҡа кире ҡайтыуы тураһында иғлан итә: 2009 йылда Европа Гран-прийына ул йәрәхәтләнгән Фелипе Масса урынына стартҡа сығырға тейеш була. 2009 йылдың 31 июлендә Михаэль Шумахер, 2009 йылдағы Европа Гранприйына әйләнеп ҡайтыуға әҙерләнә, әммә февраль айында үткәрелгән тест мәлендә мотоциклдан ҡолау сәбәпле йәрәхәтләнә һәм уға Гран-при уҙышында ҡатнашыуҙан баш тартырға тура килә. Шумахер "Формула-1"гә 2010 йылғы спорт миҙгелендә генә кире ҡайта.[16][17][18].

"Мерседес" үҙгәртергә

2009 йылдың декабрь аҙағында Михаэль Шумахер "Мерседес" командаһы менән өс йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя (команданың хужаһы — "Ферариҙың" элекке техник дирееторы Росс Браун, Шумахерҙың элекке дуҫы һәм коллегаһы), әммә 2010 йылда ул элеккесә уңышҡа өлгәшә алмай, уҙағы Нико Росбергтан отолоп, чемпионатта ни бары 9-сы урынды ғына яулауға өлгәшә, ул "Формула-1"-ҙәге карьераһында беренсе тапҡыр бер тапҡыр ҙа подиумға күтәререлерлек итеп сығыш яһай алмай. Шумахерҙың 2010 йылдағы уңышһыҙлығы ниндәйҙер дәрәжәлә машинаның проектындағы хаталарға бәйле була. Бынан тыш машина Шумахерҙың йөрөү стиленә лә тап килмәгән була. Өҫтәүенә стюардтар уҙышсы өсөн ҡулай булмаған ҡарарҙар ҡабул итә: атап әйткәндә, Монако Гран-прийында һуңғы ҡулсала алдағы уҙышсыны үтеп киткәне өсөн 20 секундлыҡ штраф ала, артабан башҡа төрлө штрафтар бирелә уға[19][20].

Әммә миҙгел барышында машинаның боҙолған урындарын өлөшләтә бөтөргәндән һуң, Шумахер, шулай уҡ дәғүәселәренең хаталарынан файҙаланып, миҙгел аҙағына, атап әйткәндә, Корея Гран-прийының яңы трассаһында бер нисә яҡшы уҙыш үткәреүгә өлгәшә һәм мәрәйҙәрҙән артта ҡалыуын кәметә. 2012 йылда Монаконың Гран-Прийында уҙағынан мәрәйҙәр һаны буйынса артта ҡалыуҙы кәметә[21].

 
Шумахер 2012 йылда Ҡытай Гран-прийы ваҡытында

4 октябрҙә Японияла уик-энд башланыр алдынан Михаэль Шумахер матбуғат конференцияһын йыя, унда рәсми рәүештә карьераһын дауам итергә теләмәүе һәм миҙгел аҙағында отставкаға китеүе тураһында иғлан итә.[22][23]

Матбуғатта Шумахерҙы йыш ҡына "Ҡояш малайы", шулай уҡ Беренсе донъя һуғышы асына оҡшатып, Германия бароны Манфред фон Рихтгофен тип атайҙар.

Тау саңғыһы курортындағы бәхетһеҙлек үҙгәртергә

2013 йылдың 29 декабрендә Шумахер тау саңғыһында йөрөү өсөн үҙенең улы һәм уның дуҫтары менән бергә француз Альпындағы Мерибель курортының тау саңғыһы трассаһы юлына сыға [К 1]. Шумахер трассанан сығып, 20 метр самаһы әҙерлекһеҙ битләү буйлап үтә. Яңы яуған ҡар аҫтында күренмәгән ташҡа эләгеп, ул башының уң яғы менән ҡая суҡағына бәрелә. Ҡолаған сағында бер саңғыһының нығытмаһы сиселмәй ҡала. Ныҡ бәрелеүҙән Шумахерҙың торҡаһы (тау саңғыһы шлемы)[24]. Уны вертолет менән Мутьелағы дауаханаға алып киләләр, һуңынан Греноблдәге клиникаға күсерелә[25]. Тәүге хәбәрҙәр етди йәрәхәтләнеү тураһында була. Тәүҙә ул аңында булған. Әммә вертолетта сағында уҡ булған аңын юғалта һәм Шумахерҙың үпкәһен яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу өсөн вертолетты ергә төшөрөргә тура килә[24]. Уға ике нейрохирургик операция яһала[24] ул яһалма комала тотола. Спортсының хәле киҫкен тип баһалана. Әгәр торҡаһы булмаһа, Шумахерҙы ҡотҡарыу бик икеле булыр ине, тигән фараз да әйтелә[26][27].

Француз гәзите «Дофине Либере» мәғлүмәте буйынса (франц. «Dauphiné Libéré»), бәхетһеҙ осраҡ ваҡытында Шумахер камералы торҡала булған. Прокурор Альбервиль Патрик Кенси (франц. Patrick Quincy) Матбуғат конференцияһында Тау жандармерияһы белгестәре тарафынан камераның тикшерелеүен раҫлай[28]. Тау жандармерияһы вәкиле Стефан Бозон хәбәр итеүенсә, видеояҙмала Шумахерҙың кемгәлер ярҙам иткәне йәки ярҙам итергә йыйыныуы тураһында элек килеп сыҡҡан мәғлүмәт раҫланмаған[28]. Тәфтишселәр Шумахерҙың улы Мик менән әңгәмәләшкәндә ул ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлаған[29][30][31]. Бынан тыш, осраҡлы шаһиттарҙың береһе төшөргән видеояҙма тураһында хәбәр килгән[32][33] һуңынан уның булыуы раҫланмаған[28].

2014 йылдың 3 ғинуарында Михаэль Шумахерҙың тыуған көнөндә уның бөтә ғаиләһе (ҡатыны, балалары, атаһы һәм ағаһы) уның эргәһендә клиникала була, спортсының күп һанлы дуҫтары һәм көйәрмәндәре Гренобльға йыйыла йәки Интернет аша уны сәләмләй.

30 ғинуарҙан башлап, Шумахерҙы яһалма команан сығарыу маҡсатында, уға бирелгән седатив препараттар дозаһы яйлап кәмей бара.[34]

17 февралдә Альбервиль прокуроры Патрик Кенси матбуғат конференцияһында тау саңғыһы трассаһы эшендә ҡағиҙә боҙоуҙар һәм Шумахер ҡулланған инвентарҙа етешһеҙлектәр асыҡламауы һәм тикшереүҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итә.[35]

24 февралдә спортсы менеджеры Сабине Кем Шумахерҙы команан сығарыуҙы туҡтатыу тураһында килеп сыҡҡан мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәүе тураһында хәбәр итә[36][37].

Сабине Ким 16 июндә Шумахер, оҙайлы реабилитация курсын дауам итеү өсөн, Гренобль дауаханаһынан киткән, тип белдерә. Ул инде яһалма комала түгел, тип белдерә. Ул шулай уҡ журналистарҙан спортсының сәләмәтлеген аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай һәм Шумахерҙың реабилитацияһы йәмәғәтселектең алыҫыраҡ дауаханала үтәсәк, тип хәбәр итә, дауахананың исеме һәм урыны асыҡланмаған.[38]

9 сентябрҙә Ким Шумахерҙың өйөнә ҡайтыуы һәм уның реабилитацияһы өйҙә үтәсәге тураһында хәбәр итә. Элекке уҙышсы Филипп Стрейфф һүҙҙәре буйынса, 2014 йылдың ноябренә ҡарата Шумахер креслола ултырған була, һөйләшә алмай, хәтер буйынса ла проблемалары була.[39][40] Әммә менеджер Ким был мәғлүмәтте кире ҡаға, Стрейфф Шумахерҙың дуҫы түгел һәм уның һаулығы тураһында мәғлүмәтте билдәһеҙ сығанаҡтан ала, тип белдерә.[41] ФИА-ның медицина департаменты башлығы Жерар Сейян (франц. Gérard Saillant) үҙ сиратында, Стрейфҡа Шумахерҙың һаулығы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәүен белдерә.[42]

2016 йылдың 7 июлендә, Шумахерҙың хәле тураһында һөйләгәндә, Ким былай тип белдерә: "Әлеге ваҡытта хәл шул тиклем ҡатмарлы, хатта беҙ ниндәй ҙә булһа ентекле мәғлүмәт бирә алмайбыҙ.[43]

2016 йылдың декабрендә Шумахерҙың ғаиләһе уны дауалауға 16 миллион евро тотоноуы һәм Норвегиялағы йортон һәм спортсының самолетын һатырға мәжбүр булыуы билдәле була. 2018 йылдың октябрендә ФИА президенты Жан Тодт үҙенең Шумахерға айына кәм тигәндә ике тапҡыр килеүе тураһында белдерә. Шумахер менән Тодтың бергә Бразилия Гран-прийыһын бергәләп ҡарауы, һәм Шумахерҙың түшәктә ятмауы билдәле була[44][45][46][47].

2020 йылдың икенсе яртыһында киң мәғлүмәт сараларында Шумахерҙың һаулығы яҡшыра барыуы тураһында бер нисә хәбәр барлыҡҡа килә, әммә ентекле мәғлүмәттәр асылмай; шулай уҡ коронавирус пандемияһы менән бәйле уның дауаланыуының күсерелеүе билдәле була.[48][49][50]

2021 йылдың сентябрендә Netflix-тың стриминг платформаһында документаль фильм сыға, унда Шумахерҙың ҡатыны һәм улы уның үҙаллы хәрәкәт итергә һәм тирә-яҡ мөхит менән аралашырға һәләтһеҙ булыуын раҫлай. Шулай уҡ дауалауға 20 миллион фунт стерлинг тотонолоуы билдәле була.[51]

Ғаиләһе үҙгәртергә

Шумахерҙың ғаиләһе Швейцарияла, Женева күленән алыҫ булмаған Вуффленс-ле-Шато ҡалаһында йәшәй.

Михаэль Шумахерҙың ҡустыһы Ральф — шулай уҡ билдәле автоуҙышсы.

Ҡатыны Коринна Шумахер (ҡыҙ фамилияһы Беч (Betsch)). 1969 йылдың 2 мартында Хальфер ҡалаһында тыуған. 1995 йылдың 1 авгусында рәсми никах тантанаһы үтә, 5 августа никахлаша.

1997 йылдың 20 февралендә уларҙың ҡыҙы Джина-Мария тыуа. Ул ат спорты менән шөғөлләнә.[52]

1999 йылдың 22 мартында улы Мик тыуа, ул да уҙышсы була. 2021-2022 йылдарҙа "Формула-1"ҙә сығыш яһай.[53]

Сығыштарының һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Статистика үҙгәртергә

Сезон Серия Команда Старттар Еңеүҙәр Поулдар БК Подиумдар Мәрәйҙәр Урын
1988 Европа Формула Форд 1600 Eufra Racing 4 1 1 0 3 50

Ҡалып:Ф1Т

Немец Формула Форд 1600 7 3 0 0 5 124 6
Формула Кёнинг Hoecker Sportwagenservice 10 9 1 1 10 192

Ҡалып:Ф1Т

1989 Немец Формула-3 WTS Racing 12 2 2 0 7 163

Ҡалып:Ф1Т

Еврокубок Формула-3 1 0 0 0 0 - НКЛ
Гран-при Макао 1 0 0 0 0 - НКЛ
1990 Спорткарҙарҙың донъя чемпионаты Team Sauber Mercedes 3 1 0 1 3 21 =5
Немец Формула-3 WTS Racing 11 5 6 4 7 148

Ҡалып:Ф1Т

Еврокубок Формула-3 1 0 1 1 0 - НКЛ
Гран-при Макао 1 1 0 0 0 -

Ҡалып:Ф1Т

1991 Формула-1 Team 7UP Jordan 1 0 0 0 0 0 14
Camel Benetton Ford 5 0 0 0 0 4
Чемпионат мира спорткаров Team Sauber Mercedes 8 1 0 2 2 43 =9
Deutsche Tourenwagen Meisterschaft Zakspeed Mercedes 4 0 0 0 0 0 НКЛ
Япон Формула-3000 Team Le Mans 1 0 0 0 1 6 12
1992 Формула-1 Camel Benetton Ford 16 1 0 2 8 53

Ҡалып:Ф1Т

1993 Формула-1 Camel Benetton Ford 16 1 0 5 9 52 4
1994 Формула-1 Mild Seven Benetton Ford 14 8 6 8 10 92

Ҡалып:Ф1Т

1995 Формула-1 Mild Seven Benetton Renault 17 9 4 8 11 102

Ҡалып:Ф1Т

1996 Формула-1 Scuderia Ferrari S.p.A. 16 3 4 2 8 59

Ҡалып:Ф1Т

1997 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 17 5 3 3 8 78

Ҡалып:Ф1Т

1998 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 16 6 3 6 11 86

Ҡалып:Ф1Т

1999 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 10 2 3 5 6 44 5
2000 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 17 9 9 2 12 108

Ҡалып:Ф1Т

2001 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 17 9 11 3 14 123

Ҡалып:Ф1Т

2002 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 17 11 7 7 17 144

Ҡалып:Ф1Т

2003 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 16 6 5 5 9 93

Ҡалып:Ф1Т

2004 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 18 13 8 10 15 148

Ҡалып:Ф1Т

2005 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 19 1 1 3 5 62

Ҡалып:Ф1Т

2006 Формула-1 Scuderia Ferrari Marlboro 18 7 4 7 12 121

Ҡалып:Ф1Т

2010 Формула-1 Mercedes GP Petronas 19 0 0 0 0 72 9
2011 Формула-1 Mercedes GP Petronas 19 0 0 0 0 76 8
2012 Формула-1 Mercedes GP Petronas 20 0 0 1 1 49 13

"Формула-1» рекордтары үҙгәртергә

Карьераһы тамамланған мәлдә, 2012 йылғы Формула-1 миҙгеленән һуң, Михаэль Шумахер түбәндәге рекордтарға эйә була:

Рекорд Число
Чемпион титулдары 7 (1994, 1995, 2000, 2001, 2002, 2003, 2004)
Титулдар серияһы 5 (2000—2004)
Еңеүҙәр 91
Еңеүҙәр серияһы 7 (2004, Европа Гран-прийы 2004 йыл—Венгрия Гран-прийы 2004 йыл)
Бер команда өсөн еңеүҙәр 72 (Ferrari)
Бер Гран-прила еңеү 8 (Франция)
Төрлө Гран-прила еңеү 22
Беренсе һәм һуңғы еңеү арауығындағы ваҡыт 14 йыл, 1 ай һәм 2 көн
Икенсе урындар 43
Подиумдар 155
Подиумдар серияһы 19 (АҠШ Гран-прийы 2001 йыл—Япония Гран-прийы 2002 йыл)
Мәрәйҙәрҙә финиш 214
Мәрәйҙәрҙә фиништың иң оҙон серияһы 24(Венгрия Гран-прийы 2001 йыл—Малайзия Гран-прийы 2003 йыл)
Лидерлыҡ ҡулсалары 5112 (24153 км)
Поул-позициялар 68
Беренсе рәт старттары 116
Тиҙ ҡулсалар 77
Дублдәр (поул, еңеү) 40
Хет-тректар (поул, еңеү һәм бер уҙыштағы тиҙ ҡулса) 22
Вице-чемпион өсөн миҙгелдәге иң күп һандағы еңеүҙәр 7 (2006)
Индианаполистағы еңеүҙәр (теләһә ниндәй уҙыш класында) 5
Монцтағы еңеүҙәр(Формула-1) 5
Миҙгелдәге еңеүҙәр 13 (72%) (2004)
Миҙгелдәге тиҙ ҡулсалар 10 (2004)
Миҙгелдәге подиумдар 17 (100%) (2002)
Миҙгел аҙағына тиклем иң күп һандағы уҙыштар өсөн чемпион титулы 6 (2002)
Еңеүле миҙгелдәр сезоны 15 (1992—2006)
Донъя чемпионы рангыһында булыу 1813 (2000 йылдың 8 октябренән 2005 йылдың 25 сентябренә тиклем)


Кинематограф үҙгәртергә

  • 2006 Тачкалар / Cars Феррари автомобиле (камео, тауыш биреү)
  • 2008 Әстеркс Олимпия уйындарында / Astérix aux Jeux Olympiques Әстер Шумикс, арбалар уҙыусыһы
  • 2021 Ә Ә Ә Әйә (фильм, 2021) (Netflix документаль фильмы)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В немецком языке ударение в фамилии Schumacher на первый слог
  2. Forbes составил рейтинг самых высокооплачиваемых [[спортсменов]] всех времен. РБК. Дата обращения: 1 сентябрь 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Михаэль Шумахер. Чистая скорость 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
  4. Доменьос, Люк. Michael Schumacher: The Rise of a Genius. — 2007. — С. 10—12, 170—171.
  5. 5,0 5,1 1991 Belgian GP: Michael Schumacher's remarkable F1 debut (ингл.). racefans.net.
  6. 6,0 6,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Хэмилтон Линдон-Гриффитс. Он трассу-то знает? — Да-а-а! Каким был дебют Михаэля Шумахера в Ф1? 2019-08-14. Autosport.com.ru.
  7. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Мэтт Джеймс. Я от дедушки ушел, я от бабушки ушел. А как Шумахер ушел от Джордана? 2019-04-09. Autosport.com.ru.
  8. Belgian GP, 1992 (ингл.). grandprix.com.
  9. Валеев Э. О двух прощаниях семикратного чемпиона мира Михаэля Шумахера | Большой спорт. Большой спорт.
  10. Валеев Э. О двух прощаниях семикратного чемпиона мира Михаэля Шумахера | Большой спорт. Большой спорт.
  11. Карло Грандини. prove di trionfo annunciato: oltretutto la Williams corre in casa (ингл.). Corriere della Sera.
  12. Benetton - F1-UK (ингл.). newsf1.free-online.co.uk.
  13. Паоло Бомбара Per 18 stagioni in pista vincendo... non tutto ma di tutto! // Autosprint №41/2000. — 2000.
  14. Авторевю Formula 1: Обратная сторона Михаэля Шумахера. Герой нашего времени № 22 (369) / 2006
  15. Заявление Михаэля Шумахера. f1news.ru (10 сентябрь 2006). Дата обращения: 26 ноябрь 2021. Архивировано 5 ғинуар 2017 года.
  16. Шумахер готовится к возвращению в Формулу 1, F1News.Ru (29 июль 2009).
  17. Михаэль Шумахер провёл первые тесты на автодроме в итальянском Муджелло, schumi.net.ru (31 июль 2009).
  18. Михаэль Шумахер не вернётся в «Формулу-1» (11 август 2009). 11 август 2009 тикшерелгән.
  19. Schumi: Comeback perfekt!, bild.de (23 декабрь 2009). 23 декабрь 2009 тикшерелгән. 2009 йыл 24 декабрь архивланған.
  20. BBC Russian — Спорт — Михаэль Шумахер возвращается на трассы «Формулы-1»
  21. После боя: высшая лига, lenta.ru (29 ноябрь 2010). 5 декабрь 2010 тикшерелгән.
  22. Шумахер завершит гоночную карьеру, motor.ru (4 октябрь 2012). 4 октябрь 2012 тикшерелгән. 2012 йыл 5 октябрь архивланған.
  23. Михаэль Шумахер уйдёт в отставку в конце сезона, f1news.ru (4 октябрь 2012). 4 октябрь 2012 тикшерелгән.
  24. 24,0 24,1 24,2 Анна Розэ. Почему Михаэль Шумахер не смог сгруппироваться при падении. Российская газета (2 ғинуар 2014). Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  25. Андрей Лось. Новые подробности о травме Шумахера. F1News.Ru (29 декабрь 2013). Дата обращения: 30 декабрь 2013. Архивировано 30 декабрь 2013 года.
  26. Дмитрий Бухаров. Врачи считают состояние Шумахера критическим. F1News.Ru (30 декабрь 2013). Дата обращения: 30 декабрь 2013. Архивировано 30 декабрь 2013 года.
  27. О шансах Шумахера выжить говорить ещё рано. iSport.ua (30 декабрь 2013).
  28. 28,0 28,1 28,2 Андрей Лось. Прокурор Кенси о результатах расследования. 2014-01-08. F1News.Ru. Дата обращения: 9 ғинуар 2014.
  29. Schumis Sohn Mick (14) von Polizei vernommen. — 2014-01-03. Дата обращения: 4 ғинуар 2014. (нем.)
  30. Tränen der Verzweiflung an Schumis 45. — 2014-01-03. Дата обращения: 4 ғинуар 2014. (нем.)
  31. Французские следователи допросили 14-летнего сына Михаэля Шумахера. — 2014-01-04. Дата обращения: 5 ғинуар 2014.
  32. Augenzeuge: Deutscher Tourist filmte Schumachers Unfall. — 2014-01-04. Дата обращения: 5 ғинуар 2014. (нем.)
  33. СМИ: Михаэль Шумахер перед падением катался на лыжах на скорости около 20 км в час. — 5 января, 9:31. Дата обращения: 5 ғинуар 2014.
  34. Алексей Павлов. Михаэля Шумахера готовят к выводу из комы. Российская газета (31 ғинуар 2014). Дата обращения: 16 февраль 2014. Архивировано 8 февраль 2014 года.
  35. Татьяна Бельская. Расследование инцидента с участием Шумахера прекращено. F1News.Ru (17 февраль 2014). Дата обращения: 7 март 2014. Архивировано 7 март 2014 года.
  36. Дмитрий Бухаров. Сабине Кем: Состояние Шумахера не изменилось. F1News.Ru (24 февраль 2014). Дата обращения: 24 февраль 2014. Архивировано 24 февраль 2014 года.
  37. Татьяна Бельская. Кем: Михаэль по-прежнему находится в фазе пробуждения. F1News.Ru (7 март 2014). Дата обращения: 7 март 2014. Архивировано 7 март 2014 года.
  38. Александр Бакланов. Шумахер вышел из комы и покинул больницу. Сноб (16 июнь 2014). Дата обращения: 16 июнь 2014. Архивировано 16 июнь 2014 года.
  39. Эльмир Валеев. Михаэль Шумахер вернулся домой. F1News.Ru (9 сентябрь 2014). Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  40. Alexandra Williams. Michael Schumacher: 'paralysed and in a wheelchair'. telegraph.co.uk (19 ноябрь 2014). Дата обращения: 15 февраль 2015. Архивировано 31 ғинуар 2015 года.
  41. Андрей Лось. Михаэлю Шумахеру предстоит долгая борьба. F1news.ru (28 декабрь 2014). Дата обращения: 15 февраль 2015. Архивировано 30 декабрь 2014 года.
  42. Жерар Сальян опроверг, что говорил со Стрейффом о здоровье Шумахера. Чемпионат.com (29 декабрь 2014). Дата обращения: 15 февраль 2015. Архивировано 15 февраль 2015 года.
  43. Кем: Шумахер никуда не исчез. 2016-07-07. Autosport.com.ru.
  44. lenta.ru:Названа потраченная на лечение Шумахера сумма
  45. mirror.co.uk:Michael Schumacher’s medical bills 'approaching £14million' on three-year anniversary of skiing accident
  46. Жан Тодт: Я навещаю Шумахера как минимум два раза в месяц. Autosport.com.ru (12 октябрь 2018). Дата обращения: 4 ғинуар 2019. Архивировано 4 ғинуар 2019 года.
  47. СМИ: Михаэль Шумахер не прикован к постели. Autosport.com.ru (17 декабрь 2018). Дата обращения: 4 ғинуар 2019. Архивировано 4 ғинуар 2019 года.
  48. Michael Schumacher stem cell surgery reports believed to be premature (ингл.). the Guardian (11 июнь 2020). Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  49. "I see Michael regularly we watch TV together"- Jean Todt on latest Michael Schumacher's health (ингл.). The SportsRush (1 ноябрь 2020). Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  50. Жан Тодт: Часто вместе с Михаэлем Шумахером смотрю телевизор. Autosport.com.ru (1 ноябрь 2020). Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  51. Стало известно, в какую сумму обошлось лечение Шумахера. Газета.Ru. Дата обращения: 16 сентябрь 2021.
  52. Джина-Мария – дочь Михаэля Шумахера. Разбирается в лошадиных силах не хуже брата Мика! Sports.ru. Дата обращения: 18 май 2022.
  53. Михаил Смирнов. Мик Шумахер дебютирует в Формуле 1 в составе Haas. f1news.ru (2 декабрь 2020). Дата обращения: 20 июль 2021.

Һылтанмалар үҙгәртергә