Шульгин Пётр Фёдорович

Шульгин Пётр Фёдорович (1916 йыл1993 йыл) — ракета-космос техникаһын эшләү өлкәһендә совет инженер-конструкторы һәм ғалимы, техник фәндәре докторы (1958), донъяла тәүге яһалма Ер юлдашы — «Спутник-1» йыһан аппаратын уйлап табыуҙа һәм осороуҙа һәм СССР-ҙың Айға пилотлы осоу программаһы өсөн йыһан ракетаһын эшләүҙә ҡатнашыусы. Ленин премияһы лауреаты (1960).

Шульгин Пётр Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 октябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Аҡмола өлкәһе[d]
Ермаковка[d], Зерендинский район[d], Ҡарағанда өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы[d], РСФСР
Вафат булған көнө 24 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө инженер-конструктор
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин премияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Пётр Фёдорович Шульгин 1916 йылдың 19 октябрендә Акмола өлкәһе Күксәтау өйәҙенең Ермаковка ауылында тыуа.

Белеме һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы. үҙгәртергә

1937 йылдан 1942 йылға тиклем Өфө авиация институтында уҡый. 1942 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла һәм ғәмәлдәге армия ебәрелә, Бөйөк Ватан һуғышында 14 -се һауа армияһының 57-се стационар оҫтаханаһы составында өлкән авиация технигы вазифаһында ҡатнаша, бомбардировщик һәм истребитель-самолёттарҙа моторҙарҙы һүтеү, йыуыу һәм дефектациялау буйынса узелдар төркөмө етәксеһе була, уның етәкселеге аҫтында ремонттан һуң авиация техникаһының авиация моторҙарын сығарыу тәьмин ителә. 1943 йылда Иҫке Русса янында яралана. 1945 йылдың 5 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән П. Ф. Шульгин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

88-се ғилми-тикшеренеү институтында һәм ракета-космос техникаһын яһауҙа ҡатнашыуы үҙгәртергә

1946 йылда П. Ф. Шульгин СССР Оборона дәүләт комитеты ҡарары менән совет белгестәре төркөмө составында Л. М. Ғайдуков, С. П. Королёв һәм В. П. Глушко етәкселегендә «Нордхаузен» Германия институтына хеҙмәт командировкаһына ебәрелә, был төркөм составында П. Ф. Шульгин «Фау-2» алыҫ араға йөрөүсе баллистик ракета двигателдәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә[2][3][4][5].

1946 йылдан алып СКБ-88 ҒТИ-88-ҙең 3-сө бүлегендә (1950 йылдан — Махсус конструкторҙар бюроһы) ғилми-тикшеренеү эшендә, 1956 йылдан — ОКБ-1, 1966 йылдан — Эксперименталь машина эшләүҙең үҙәк конструкторҙар бюроһы, 1974 йылдан — НПО «Энергия») С.Королёвтың дөйөм етәкселеге аҫтында вазифаларҙа: Проект бюроһының двигателдәр ҡуйыу лабораторияһы етәксеһе (К. Д. Бушуев етәкселеге аҫтында), П. Ф. Шульгин етәкселеге аҫтында лаборатория «Р-1» беренсе баллистик ракетаһының двигателдәр ҡоролмаһын проектлау өлкәһендә эштәр менән шөғөлләнә, уның нигеҙе итеп немец конструкторы Вернер фон Браундың ракетаһы алынған. 1950 йылдан алып 1964 йылға тиклем — 3-сө бүлек етәксеһе урынбаҫары, уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында төрлө типтағы алыҫҡа йөрөүсе ракеталар булдырыу перспективалары, шул иҫәптән ике баҫҡыслы баллистик ракета ла тикшерелә, ошо тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ракета-космос техникаһын булдырыуға өлөш индерелә, шулай уҡ 1955 йылда урта алыҫлыҡтағы «Р-5» һәм «Р-11» шыйыҡ бер баҫҡыслы баллистик ракетаһын эшләүҙә ҡатнаша, П. Ф. Шульгин етәкселегендәге тикшеренеүҙәр 1957 йылдың авгусында «Р-7» беренсе континенталь-ара баллистик ракетаһын уңышлы эшләтеп ебәреүгә, 1957 йылдың 4 октябрендә Ерҙең тәүге яһалма юлдашын орбитаға сығарыу һәм кешенең 1961 йылдың 12 апрелендә тәүге тапҡыр йыһанға осоуына булышлыҡ итә[2][3][4][5].

1958 йылда СССР-ҙың Юғары аттестация комиссияһы П. Ф. Шульгинға диссертацияһыҙ техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһен бирә. 1964 йылдан П. Ф. Шульгин двигателдәр ҡуйыу бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә, уның етәкселегендә Ай, Венера һәм Марсты тикшереү өсөн ҡыуыу блоктарында эшләгән двигателдәр, шул иҫәптән «Н-1» үтә ауыр класлы ракета йөрөтөүсе һәм Н1-Л3 комплексындағы Л3 экспедиция йыһан карабы, «Молния» һәм «Электрон» ракета йөрөтөүселәре өсөн дә уйлап табыла, автоматик йыһан аппараттарын Ер орбитаһына һәм артабан йыһан киңлегенә сығарыу өсөн тәғәйенләнгән «Протон» ауыр класлы ракета йөрөтөүсеһендә «Д» блогының махсус осоу һынауҙарын үткәреүҙә ҡатнаша[2][3][4][5].

1957 йылдың 27 декабрендә «Донъяла Беренсе яһалма Ер юлдашы булдырыу һәм уны осороу өсөн» «ябыҡ» Указ менән П. Ф. Шульгин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[4][3].

1960 йылдың 18 апрелендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар советының «ябыҡ» ҡарары менән «Айҙы тикшереү өсөн йыһан ракетаһын эшләгән өсөн» П. Ф. Шульгин Ленин премияһына лайыҡ була[3][4].

Үлеме үҙгәртергә

1993 йылдың 24 февралдә Мәскәү өлкәһенең Королёв ҡалаһында вафат була, Болшево зыяратында ерләнә[4].

Бүләктәре үҙгәртергә

Премиялары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Шульгин, Пётр Фёдорович. Подвиг народа. Дата обращения: 12 март 2021.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Космонавтика и ракетостроение России: биографическая энциклопедия : А-Я / сост.: М. А. Первов. — Москва : Федеральное космическое агентство : Столичная энциклопедия, 2011. — 742 с. — ISBN 978-5-903989-11-9
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ракетно-космическая корпорация «Энергия» имени С. П. Королева 1946—1996 / Подгот. А. П. Александров и др. — Королев: Ракет.-косм. корпорация «Энергия», 1996. — 670 с.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 :: Космический мемориал :: Б.М. Панкратов :: sm.evg-rumjantsev.ru. Дата обращения: 29 май 2021.
  5. 5,0 5,1 5,2 Ракеты и люди (в 4-х тт.) / Черток Б. Е. Лунная гонка — М.: Машиностроение, 1999. — 2-е изд. — 538 с.
  6. Шульгин, Пётр Фёдорович. Подвиг народа. Дата обращения: 12 март 2021.
  7. Шульгин, Пётр Фёдорович. Подвиг народа. Дата обращения: 12 март 2021.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Космонавтика и ракетостроение России: биографическая энциклопедия : А-Я / сост.: М. А. Первов. — Москва : Федеральное космическое агентство : Столичная энциклопедия, 2011. — 742 с. — ISBN 978-5-903989-11-9
  • Ракетно-космическая корпорация «Энергия» имени С. П. Королева 1946—1996 / Подгот. А. П. Александров и др. — Королев: Ракет.-косм. корпорация «Энергия», 1996. — 670 с.
  • Ракеты и люди (в 4-х тт.) / Черток Б. Е. Лунная гонка — М.: Машиностроение, 1999. — 2-е изд. — 538 с.