Тарихҡа тиклемге осоро үҙгәртергә

Шри-Ланка утрауының иң боронғо кешеләре — веддаларҙың ата-бабалары астрал-веддоид расаһына ҡараған.

Тимер быуат үҙгәртергә

Сингалдар утрауға беҙҙең эраға тиклем VI быуат тирәһендә төньяҡ Һиндостандан килгәндәр.

Беҙҙең эраға тиклем III быуатта утрауға буддизм үтеп инә.

Тамилдар килеүенә тиклем феодализм үҙгәртергә

Беҙҙең эраның III—XIII быуаттарҙа утрауҙа ҙур сингал короллектәре булған, уларҙың баш ҡалаһы башта Анурадхапурала, ә артабан Полоннарувала булған. Утрауҙың үҙәк өлөшөндәге Сигирия (Арыҫлан) ҡаяһындағы фрескаларҙың яһалыуы ошо дәүергә ҡарай.

Тамилдар утрауға әкренләп төпләнә башлайҙар һәм XIII быуатҡа ҡарай утрауҙың төньяғында һәм көнсығышында уларҙың ҙур общинаһы барлыҡҡа килә.

Европа колонизацияһы үҙгәртергә

Сингал монархтарының Полоннарува династияһы ҡолағандан һуң, баш ҡала бер нисә тапҡыр күсә. XVI быуатта утрауҙың яр буйҙарын Португалия тарафынан оккупациланыуына ҡарай, баш ҡала Шри-Джаяварденепура-Коттела була.

 
Фил балаһы

XVII быуатта португалдар урынына утрауҙы Нидерланд биләй. Әммә голланд хакимлығы осорондә утрауҙың үҙәк райондары бойондороҡһоҙлоҡ һаҡлап ҡала. 1795 йылдан ингиздәрҙең экспансияһы башлана, улар утрауҙан голландтарҙы ҡыҫырыҡлап сығара. 1796 йылда утрауҙағы Нидерланд биләмәләре тулыһынса Англия ҡулына күсә. 1802 йылдан Бртан Цейлоны Британ империяһының колонияһы тип иғлан ителә. 1815 йылда инглиздәр тарафынан баш ҡалаһы Кандила булған һуңғы сингал короллеге бөтөрөлә; утрауҙың барлыҡ территорияһы Британ империяһының колонияһы булып китә.

Бойондороҡһоҙлоҡ һәм социализмға йүнәлеш үҙгәртергә

1948 йылда ил Цейлон доминионы тип үҙгәртелә һәм бойондороҡһоҙлоҡ ала.

1972 йылда илдең исеме Шри-Ланка тип үҙгәртелә һәм доминион булыуҙан туҡтай, шулай ҙа Милләттәр Берләшмәһе ағзаһы булып ҡала. Элекке Цейлондың генерал-губернаторы Уильям Гопаллава илдең беренсе президенты була, 1978 уны Ричард Джаявардене алыштыра.

Граждандар һуғышы үҙгәртергә

1983 йылда «Тамил Илам азатлыҡ юлбарыҫтары» ойошмаһы башлыса тамил халҡы йәшәгән утрауҙың төньяҡ-көнсығышында тамилдарҙың бойондороҡһоҙ дәүләте — Тамил Иламды төҙөү өсөн ҡораллы көрәш башлай. Был сингал-тамил этник-ара низағта 65 меңдән ашыу кеше һәләк була, 100 меңләп кеше үҙ йортон ташлап китергә мәжбүр була. 1991 йылда тамил террорсылары тарафынан Һиндостандың премьер-министры Раджив Ганди үлтерелә (1980-се йылдар уртаһында Шри-Ланка хөкүмәте ғәскәрҙәренә Һиндостан ғәскәрҙәренең ярҙам иткәне өсөн үс итеп), ә 1993 йылда Шри-Ланканың президеты Ранасингхе Премадаса үлтерелә.

Күп һанлы тамил диаспораһы баш күтәреүселәргә әүҙем ярҙам күрһәтә. Ҡораллы көрәште күтәреп, Тамил Илам азатлыҡ юлбарыҫтары» ойошмаһы утлы бойондороҡһоҙлоҡ яулауҙы маҡсат итеп ҡуя. Әммә аҙаҡ уның етәкселәре берҙәм дәүләт сиктәрендә утрауҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә алыу тураһындағы тәҡдимде күҙ уңына алырға ризалығын белдерә. 2002 йылда Норвегияның булышлығы менән ваҡытлыса утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу була. Әммә 2005 йылдың көҙөндә «Террорсылар менән бер ниндәй һөйләшеүҙәрһеҙ» лозунгы иғлан итеп ҡаты йүнәлеш яҡлы булған Махинда Раджапаксе Шри-Ланканың президенты итеп һайланғас, һөйләшеүҙәр процессы туҡтай.

2004 йылдың декабрендә Суматра утрауы яр буйы янындағы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән цунами арҡаһында ил ныҡ зыян күрә. 38 меңдән ашыу кеше һәләк була, 6 мең кеше хәбәрһеҙ юғала, 100 меңләгән кеше йортһоҙ ҡала. Цунами эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Шри-Ланкаға башҡа илдәр ярҙам күрһәтә, иҡтисадты тергеҙеү өсөн программа эшләй, цунами емергән 19 ҡаланы тергеҙергә ниәтләнә.

Шри-Ланка хөкүмәт ғәскәрҙәренең 50 меңлек төркөмө 2009 йылдың 18 майында хәрби операцияһын тамамлай. Илдең төньяғында, Джафна ярымутрауында, Муллаиттиваны алғандан һуң «Тамил Илам азатлыҡ юлбарыҫтары» ойошмаһы хәрә«Тамил Илам азатлыҡ юлбарыҫтары» ойошмаһы тамил сепаратистарының төп көстәре ҡамауға алына һәм юҡ ителә. Аҙна дауамында сельвала йәшенгән сепаратистар отрядтары менән тағы ла айырым хәрби бәрелештәр була, әммә хәрби операцияның һәм һуғыштың нәтижәһенә улар инде йоғонто яһай алмайҙар. Ругуляр көстәр ҡаршылыҡ күрһәткән һуңғы усаҡ өҫтөндә контроль урынлаштыра, операция барышында сепаратистарҙың алыштырғыһыҙ лидеры Велупиллай Прабахакаран үлтерелә[1].

Авторитар режим үҙгәртергә

2010 йылдың 9 февралендә президент Махинда Раджапаксе парламентты таратыу[2] һәм оппозиция лидеры Саратх Фонсекуны ҡулға алыу[3][4] тураһында указға ҡул ҡуя, шулай итеп демократиянан авторитаризмҡа табан ҡырҡа йүнәлеш алына.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

һылтанмалар үҙгәртергә