Широбокова Александра Петровна

Широбокова Александра Петровна (8 май 1920 йыл — ?) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Широбокова Александра Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (104 йәш)
Тыуған урыны Ставропольская губерния[d], Совет Рәсәйе
РСФСР
Һөнәр төрө комбайнёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены медаль «За трудовую доблесть» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Александра Петровна Широбокова 1920 йылдың 8 майында Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Ставрополь губернаһында, хәҙер Ставрополь крайында тыуған.

Үҫмер сағында 1933 йылда етем ҡала һәм шул уҡ йылда Мучанский далаларында эшләй башлай булған.[1] 1941 йыл башында Краснодар крайы, Успенский районының Коноково ауылына өлкән апаһына йәшәргә күсеп килә. Бында тиҙҙән Алексей Игнатовҡа кейәүгә сыға, уны һуғыш башланыу менән апаһының ире менән бергә армия сафына алалар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец оккупацияһына тиклем Коноков машина-трактор станцияһында тракторсы булып эшләй һәм бер үк ваҡытта комбайнсы ла була. Һуғышта уның ире лә, апаһының ире лә һәләк була

Файл:СХТЗ-НАТИ и Сталинец-6.jpg
Комбайн «Сталинец-6»

Кубань немецтарҙан азат ителгәндән һуң, эшен комбайнсы булып дауам итә. Широбокова Александр 1951 йылда 25 эш көнөндә «Сталинец-6» комбайнында 8524 центнер иген культуралары урып ала. 1952 йылдың 13 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1951 йылда иген, майлы культуралар һәм орлоҡ үләндәре урып алыуҙа һәм һуғыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Широбокова Александра Петровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Артабанғы йылдарҙа ла А.П. Широбокова эш йомғаҡтары буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүен дауам итә һәм 1957 йылда «Почёт Билдәһе» ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «Хеҙмәт батырлығы өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары бар.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Александра Петровна Широбокова йәш механизаторҙарға тәжрибә тапшырыу буйынса остазлыҡ эше менән шөғөлләнә, шулай уҡ апаһы вафат булғандан һуң етем ҡалған уның өс балаһын — Виктор, Галина һәм Любаны тәрбиәләй.[1]

Пенсия сыҡҡас, Коноково ауылында йәшәй. Коноково ауылының почетлы гражданы була.[2][3] Уның вафат булыу датаһы билдәһеҙ.

  • Александра Петровна Широбокова хөрмәтенә Коноково ауылы урамдарының береһе атала.
  • Успенский районында «Геройҙар аллеяһында» А П. Широкобокованың исеме мәңгеләштерелгән.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография

үҙгәртергә
  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә