Шибаева Елена Алексеевна

Шибаева Елена Алексеевна (8 март 1923 йыл5 ноябрь 1999 йыл) — юрист, халыҡ- ара хоҡуҡ буйынса, шул иҫәптән халыҡ-ара ойошмалар хоҡуҡтары белгесе; Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамалаусы (1946); юридик фәндәр докторы (1969), МДУ юридик факльтеты халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1972—1999); «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалына лайыҡ була (1946).

Шибаева Елена Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Владимир, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 ноябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист, профессор
Эш урыны юридический факультет МГУ[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Елена Шибаева 1923 йылдың 8 мартында Владимир ҡалаһында тыуған, бер аҙҙан һуң Икенсе донъя һуғышынан һуң, 1946 йылда, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә. 1953 йылда «Проблема права убежища в международном праве» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. 1954 йылдың февралендә Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында уҡытыусы була, кесе фәнни хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент вазифаларын биләй һәм үҙенең вафатына тиклем МДУ-ла эшләй.

1970 йылда «Юридическая природа и правовое положение специализированных учреждений ООН» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Ике йылдан һуң ул халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында профессор позицияһын биләй; МДУ студенттарына халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса лекциялар курсын, шулай уҡ уҡ — халыҡ-ара ойошмалар хоҡуҡтары буйынса махсус курс уҡый. Мәскәүҙә 1999 йылдың 5 ноябрендә вафат була.

Эштәре үҙгәртергә

Елена Шибаева халыҡ-ара хоҡуҡта, шул иҫәптән халыҡ-ара ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән бәйле хоҡуҡи мәсьәләләрҙә махсуслаша. Ул йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора:

  • «Правовой статус межправительственных организаций» (1972)
  • «Право международных организаций: вопросы теории» (1986)
  • «Правовые вопросы структуры и деятельности международных организаций» (соавт., 1980).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Шибаева Елена Алексеевна. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.