Шаһсевәндәр

әзербайжандарҙың этнографик төркөмө

Шаһсевәндәр (әзерб. شاهسون‌, Şahsevən — шаһты һөйөүселәр, шаһҡа тоғролар) — әзербайжандарҙың этнографик төркөмө[1][2][3][4], Ирандың төньяҡ-көнбайышында һәм Әзербайжандың Жабраил далаһында Аракс яғына ҡарай көньяҡта[5] йәшәй. Шаһсевәндәр әрдәбил һәм мешкин төркөмдәренә бүленә. Иранда уларҙың һаны 270 мең кеше. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алғанда әзербайжандар һанына индерелер булғандар. Диндар шаһсевәндәр сөнни мосолмандарына ҡарай.

Бай шаһсевән ғаиләһе ҡыҙҙары. Фотограф А. В. Севрюгин. XIX быуат аҙағы
Шаһсевән ҡыҙы. Фотограф А. В. Севрюгин. XIX быуат аҙағы

Был төркөмдөң барлыҡҡа килеүенә XVI быуатта сәфәүи шаһы Ғәббәс I сәбәпсе була, ҡыҙылбаш ҡәбиләләре башлыҡтарының йоғонтоһон кәметеү маҡсатында ул ҡыҙылбаш ҡәбиләләр берекмәһе ағзаларынан махсус гвардия ойоштора, гвардияға «шаһсевән» (әзерб. Şahsevən — шаһты һөйөүселәр) тигән атама бирелә. Шаһсевәндәр ырыуы башлығы Назарали хан Әрдәбил ханлығын нигеҙләүсе була[6].

Шаһсевәндәр ҙур европеоид расаһының балҡан-кавказ расаһы алғы азия вариантына ҡарай. Әзербайжан теленең көнсығыш (муған) диалекттарында һөйләшәләр.

Шаһсевәндәр күсмә малсылыҡ (һарыҡ, еккегә эре мал, дөйә, йылҡы үрсетеү) менән шөғөлләнә. Йәй — Сабалан тауҙарында, ҡыш Муған далаһында күсеп йөрөйҙәр. XIX быуат аҙағынан шаһсевәндәр ултыраҡлыҡҡа һәм баҫыу эштәренә ылыға башлай.

Шаһсевәндәрҙең традицион торлағы — тирмә һәм аласыҡ.

Традицион кейемдәре: ирҙәр кейеме — аҡ йә зәңгәр күлдәк, көрән буҫтау салбар, черкес еләне, һарыҡ папаха, күн ҡата. Ҡыш һарыҡ тиреһенән тегелгән тун кейә. Сәстәрен ҡырып, һаҡал үҫтереп йөрөйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ кейеме — зәңгәр күлдәк, киң салбар, арҡалыҡ, зәңгәр бөркәнсек, йөн ойоҡ, ситек, алтын һәм көмөш биҙәүестәр. Баштарына яулыҡ ябыналар. Ҡатын-ҡыҙҙар һарыҡ йөнөн эшкәртә, ойоҡ, башалтай, бейәләй бәйләй, келәм һуға.

Традицион аҙыҡтары — былау, өйрә, һарыҡ ите, һөт ризыҡтары.

Шаһсевәндәр әле лә ырыуҙарға бүленеште һәм мосолман диненә тиклемге ҡайһы бер йолаларын (шул иҫәптән ерләү йолаһын) һаҡлайҙар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шахсевены // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Шахсевены  (рус.), Российский этнографический музей.(недоступная ссылка)
  3. James Stuart Olson, Nicholas Charles Pappas. An Ethnohistorical dictionary of the Russian and Soviet empires. — Greenwood Publishing Group, 1994. — С. 60. — ISBN 0313274975, 9780313274978.
  4. Ronald Wixman. The peoples of the USSR: an ethnographic handbook. — M.E. Sharpe, 1984. — С. 177. — ISBN 0873325060, 9780873325066.
  5. Институт этнологии и антропологии им. Н.Н. Миклухо-Маклая. Кавказский этнографический сборник. С. 30. www.history.az. Архивировано 25 август 2011 года.
  6. А. С. Сумбатзаде. Азербайджанцы, этногенез и формирование народа. — Элм, 1990. — С. 247. — ISBN 5806601773, 9785806601774.
  • Народы мира. Историко-этнографический справочник.- М.,1988
  • Ростопчин Ф. Б. Заметки о шахсевенах // «Советская этнография», 1933, ? 3-4.
  • Марков В. С. Шахсевены на Мугани // «Западно-Кавказское отделение Русского Географического общества», 1890, кн. 14, в.1.