Шаһиев Альберт Хызыр улы

йырсы

Шаһиев Альберт Хызыр улы (14 август 1959 йыл) — йырсы. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһенең артист‑вокалисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1998) һәм халыҡ артисы (2008). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020)[1]

Шаһиев Альберт Хызыр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 август 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре


Биографияһы үҙгәртергә

Альберт Хызыр улы Шаһиев (шулай уҡ Хазар улы Шәһиев формаһы ла ҡулланыла) 1959 йылдың 14 авгусында Ишембай ҡалаһында тыуған.

1977 йылдан алып Ишембайҙың төрлө предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләй.

1995 йылдан башлап Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы.

2000 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы булып эшләй.

2013 йылдан алып хеҙмәт юлы Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһендә дауам итә, артист‑вокалист (солист).

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Шаһиев Альберт Хызыр улы халыҡ йырҙарын милли традицияларға таянып башҡара. Тауышы йомшаҡ тембрлы, үҙенсәлекле, башҡарыуы тәьҫирле, ихлас.

Репертуары үҙгәртергә

Бөтә донъя халыҡ ижады фестивалендә (Рен ҡалаһы, Франция, 2000), Халыҡ‑ара ойвакэ фестивалендә (Саппоро ҡалаһы, Япония, 2004) ҡатнаша. Рәсәй һәм Франция буйлап гастролдәрҙә була.

Республика үҙешмәкәр ижад фестивале (1976), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсылар конкурсы (1981; икеһе лә — Өфөлә), Халыҡ‑ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ йыры» фестивале (Нефтекама ҡалаһы, 1995) лауреаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).


Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә