Шабат Алексей Борисович

Шабат Алексей Борисович (8 август 1937 йыл, Мәскәү — 24 март 2020 йыл)[1] — СССР һәм Рәсәй математигы, физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1979).

Алексей Борисович Шабат
Файл:Шабат Алексей Борисович.jpg
Тыуған көнө

8 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат көнө

24 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (82 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

функциональный анализ

Альма-матер

Ҡалып:МГУ (мехмат)

Ғилми етәксеһе

М.И. Вишик

Награда һәм премиялары

Ҡалып:Государственная премия РФ 1992-2003

Биографияһы үҙгәртергә

Атаһы, Шабат Борис Владимирович — математик, Мәскәү дәүләт университетының функциональ анализ кафедраһы буйынса профессоры. Әсәһе, Макарова Елена Александровна — Мәскәү дәүләт университетының П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай (1959), профессор М. И. Вишик етәкселегендә дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһында диссертация яҡлай.

1959—1973 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Гидродинамика институтының кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәре (Новосибирск). 1963 йылда СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе математика институтында (Новосибирск) академик М. А. Лаврентьев етәкселегендә «Ҡыҫылмай торған шыйыҡлыҡтың потенциаль һәм өйөрмәле ағымдарын йәбештереү тураһында» темаһына диссертация яҡлай.

1975 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында «Үҙгәртеп ҡороу операторҙары һәм һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләр» докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1974—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең физика һәм математика бүлегендә һәм Башҡорт дәүләт университетында (Өфө); 1980 йылдан алып Математика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире.

1990 йылдан алып Л. Д. Ландау исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының теоретик физика институтының баш, төп ғилми хеҙмәткәре (Черноголовка); бер үк ваҡытта 2007 йылдан Ҡарасай-Черкес университеты профессоры (Карачаевск).

Физика-математика фәндәре докторы (1977), профессор (1979).

В. Е. Захаров менән берлектә кире таралыу проблемаһы ысулын (1971) (Захаров—Шабат ысулы) һәм һыҙыҡһыҙ тулҡындар теорияһы буйынса фәнни мәктәп булдыра.

120-нән ашыу ғилми эш авторы.

Рәсәй Федерацияның фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1993).

Хеҙмәттәре
  • Симметрийный подход к классификации нелинейных уравнений. Полные списки интегрируемых систем //Успехи математических наук. 1987. Т.42. Вып.4 (соавт.);
  • Symmetries of Spectral Problems //Lecture Notes in Physics. 2009. Vol.767 (1).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә