Челюскин Семён Иванович

Челюскин Семен Иванович (яҡынса 1700, Белев — ноябрь 1764) — урыҫ поляр диңгеҙсеһе.

Челюскин Семён Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1700
Тыуған урыны Белёв[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө ноябрь 1764 или 1764[1]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, гидрограф, хәрби хеҙмәткәр
 Челюскин Семён Иванович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1714 йылдың көҙөндә Мәскәүҙә Сухарев башняһында урынлашҡан Математик навигация фәндәре мәктәбенә уҡырға алына.

1720 йылдарҙа Балтик флоты караптарында навигатор, штурман һәм подштурман вазифаһында хеҙмәт итә. 1733 1743 йылдарҙа Бөйөк төньяҡ экспедицияһында ҡатнаша. 1735—1736 йылдарҙа В. В. Прончищев экспедицияһында «Якутск» дубль-шлюпкаһында штурман була. Был экспедицияла көндәлектәр алып бара, асыҡ ярҙың һүрәтләнешен тасуирлай. 1736 йылдың сентябрендәПрончищевтың ауырыуы һәм вафат булыуы һөҙөмтәһендә карап менән командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм уны Фаддей ҡултығынан Оленек йылғаһы тамағына алып сыға. 1736 йылдың декабрендә геодезист юлынан Якутскиға ҡайта. 1738—1739 йылдарҙа, ремонтлағандан һуң "Якутск"ты ҡабул итеп ала һәм Х. П. Лаптевтың экспедицияһында ҡатнаша. 17411742 йылдарҙа Таймыр ярымутрауының көнбайыш яр буйҙарын, Хатанга, Пясины һәм Йәнәсәй йылғаларының тамағын тикшерә, континенталь Евразияның иң төньяҡ нөктәһен аса, һуңыраҡ уны уның хөрмәтенә Челюскин мороно тип атайҙар.

 
«Якутск» карабының вахтенный журналы битенең фрагменты. Унда 1736 йылдың 30 авгусында Прончищевтың үлеме тураһында яҙылған.
Аҫтан икенсе юл: Семен Челюскин

1742 йылдың көҙөндә Петербургҡа ҡайта, унда мичман дәрәжәһе бирелә һәм Балтик флотында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. 1746 йылда «Принцесса Елизавета» яхтаһы менән командалыҡ итә[2]. 1751 йылда лейтенант дәрәжәһенә эйә була, 3 йылдан һуң — капитан-лейтенант. 1756 йылдың 18 декабрендә 3-сө ранг капитаны чинында отставкаға сыға.

Билдәле рус ғалимы һәм XIX быуаттың тикшеренеүселәренең береһе, академик Александр Миддендорф Челюскин тураһында былай ти:

  Челюскин, бесспорно, венец наших моряков, действовавших в том крае… вместо того, чтобы изнуриться пребыванием на глубоком Севере, как изнурялись все другие, он в 1742 году ознаменовал полноту своих деятельных сил достижением самого трудного, на что до сих пор напрасно делались все попытки.  

С. И. Челюскиндың ерләнгән урыны билдәһеҙ[3].

  • Большой энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1991. С.1489
  • Голубев Г. Н. Колумбы Росские: историческая хроника. — М.: Сов. Писатель, 1989. С.376
  • Глушанков И. В. Навстречу неизведанному. — Л.: Гидрометеоиздат, 1980. С.111
  • Белов М. И. По следам полярных экспедиций. — Л.: Гидрометеоиздат, 1977. С.17-18
  • Миддендорф А. Ф. Путешествие на север и восток Сибири. — СПб., 1860-69. Ч.1. С.78
  • Кублицкий Г. И. По материкам и океанам. Рассказы о путешествиях и открытиях. — М.: Детгиз, 1957. — 326 с.
  • Крутогоров Ю. А. Куда ведёт Нептун: историческая повесть. — М.; Дет. лит., 1990. — 272 с.
  • Овчинников Д. Белевский первооткрыватель 2017 йыл 27 декабрь архивланған.//Молодой коммунар (Тульская областная газета). — 14.11.2017.
  • Овчинников Д. С. И. Челюскин — штурман-первооткрыватель//География и экология в школе ХХI века. — 2018. — № 1. — С. 26-30.
  • Пасецкий В. М. Арктические путешествия россиян. — М.: Мысль, 1974. — 230 с.
  • Пасецкий В. М. Русские открытия в Арктике. — Часть 1. — СПб.: Адмиралтейство, 2000. — 606 с.: ил. — Серия «Золотое наследие России».
  • Русские мореплаватели / Под ред. В. С. Лупача. — М.: Воениздат, 1953. — 672 с.
  • Чернышёв А. А. Российский парусный флот. Справочник. — М.: Воениздат, 2002. — Т. 2. — 480 с. — (Корабли и суда Российского флота). — 5000 экз. — ISBN 5-203-01789-1.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. Чернышёв, 2002, с. 177—178
  3. В.В.Богданов Штурман Челюскин // Природа. — М., 2001. — № 9. — С. 91—94.

Һылтанмалар

үҙгәртергә