Чекалин (1944 йылда Лихвин) — Рәсәйҙең Тула өлкәһе Суворов районындағы ҡалаһы.

Чекалин
Герб
Нигеҙләү датаһы 1565
Рәсем
Рәсми атамаһы Чекалин
Кем хөрмәтенә аталған Александр Павлович Чекалин[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Муниципальное образование город Чекалин[d][1], Черепетский район[d] һәм Лихвинский уезд[d]
Административ-территориаль берәмек Муниципальное образование город Чекалин[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 935 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 190 метр
Почта индексы 301414
Рәсми сайт chekalin.tulobl.ru
Урындағы телефон коды 48763
Карта
 Чекалин Викимилектә

Чекалин ҡала статусын йөрөтөүсе ҡала биләмәһе менән бергә уның составындағы берҙән-бер тораҡ пункты булған муниципаль берәмек[3].

Халҡы— 914 кеше (2018 йыл мәғлүмәттәре буйынса), Рәсәйҙең иң аҙ һанлы халыҡ йәшәгән ҡалаларының береһе.

Географияһы

үҙгәртергә

Чекалин ҡалаһы Ока йылғаһының һул яҡ ярында, Тула ҡалаһынан 102 км алыҫлыҡта, Суворовтан 16 км алыҫлыҡта, 30 км алыҫлыҡта Перемышлдан 30 км алыҫлыҡта, Тула — Козельск линияһының Чекалин тимер юл станцияһынан 7 км алыҫлыҡта (2009 йылдан алып эшләй), Калуга өлкәһенең Перемышль районының сигендә урынлашҡан.

Ҡала гербы

үҙгәртергә

Ҡала Лихвин исеме аҫтында 1565 йылдан алып билдәле[4], ул Иван Грозный ваҡытында опричниктар ҡалаһы була һәм нығытыла. XVI быуат аҙағында ҡала урман ҡырҡылған сиктә тора һәм Лихвин нығытмаһының үҙәге була. Ҡала имән стеналар һәм дүрт манара менән уратып алынған (нығытма ҡалдыҡтары әлегә тиклем һаҡланған).

1727 йылдан алып Лихвин — Мәскәү губернаһы Лихвин өйәҙе ҡалаһы, 1776 йылдан — Калуга губерна наместниклығына ҡарай[5]. 1776 йылда губерна архитекторы П. Р. Никитин Лихвиндың генераль планын эшләй. XIX быуат башында Лихвин ока йылғаһының пристанлы сауҙа ҡалаһы була, ул Белев, Калуга, Алексин ҡалалары менән сауҙа бәйләнеше тота.

XIX быуат аҙағында ҡала бер квадрат саҡрым майҙанды биләй; ҡалала 266 йорт иҫәпләнә (шул иҫәптән 21 таш), 4 ғибәҙәтхана, 25 сауҙа кибет, трактирҙар һәм 7 күмәртә шарап склады; 4 шарап ҡыуыу заводы эшләй. Бынан тыш, Лихвинда 80-дән ашыу һөнәрселек йорто иҫәпләнә. Өс училищела белем алырға тәҡдим ителә: өйәҙ ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм ике класлы ир-ат мәхәллә училищеһы була. 30 карауатлыҡ дауахана эшләй, ул 1905 йылда земство табибы Лисицын тырышлығы менән ойошторола. XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып ҡала яйлап хәлһеҙләнә: Ока йылғаһының һайығайыуы арҡаһында сауҙа кәмей, ә иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә алырлыҡ тимер юл магистрале Лихвинды урап үтә. Ваҡыт үтеү менән Ока йылғаһы Лихвин районында бөтөнләй һайыға һәм уға караптар инә алмай.

1905 йылдың 25 декабрендә Тула ҡалаһы— «Мәскәү» төп тимер юлы вокзалынан Тула - Лихвин тимер юлы буйынса поездар хәрәкәте асыла. Лихвин станцияһының һуңғы туҡталышы Ока йылғаһының ҡапма-ҡаршы яҡ ярында урынлаша. 1941 йылда Лихвин станцияһында хәрәкәт ябыла, сөнки киң колеялы Тула—Козельск тимер юлында хәрәкәт башлана, ә Тула-Лихвин тар колеялы тимер юлы 1996 йылға тиклем эшләй[6].

1941 йылда Лихвин Черепеть районы үҙәге булып тора, ә 1944—1958 йылдарҙа — Чекалин районы үҙәге була.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡала ике ай немец-фашист оккупацияһы аҫтында була (1941 йылдың 19 октябренән алып).

1944 йылда[4] Лихвин ҡалаһына 1941 йылдың 6 ноябрендә ҡалала язалап үлтерелгән 16 йәшлек партизан, Советтар Союзы Геройы А. П. Чекалин исеме бирелә.

Совет заманында бында бер нисә предприятие эшләй: һөт заводы; юрғандар етештереүсе комбинаты етештергән одеял; леспромхоз һәм балалар шифаханаһы.

1970 йылдың 7 авгусында ҡалала драма түңәрәге ойошторла, хәҙер ул Чекалин халыҡ театры кимәленә үҫкән[7].

2006 йылда «Чекалин ҡалаһы» Чекалин ҡала биләмәһе барлыҡҡа килә. 2008 йылда ҡаланың генераль планы эшләнә. 2012 йылда Суворов район хакимиәте ҡала биләмәһе статусын ауыл биләмәһе тип үҙгәртергә тәҡдим итә, был Чекалин халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра; һөҙөмтәлә ҡала статусы һаҡланып ҡала.

Совет осоронда эшләгән предприятиелар хәҙер ябылған. Чекалин ҡалаһы халҡы башлыса социаль сферала эшләй, ҡала халҡы күбеһенсә күрше Суворов һәм Краинка ҡалаларында эшләй. Янғын һүндереү депоһы эшләй (20-нән ашыу кеше-2014 йылда). 2014 йылда ҡалала 3 магазин эшләй (ике аҙыҡ-түлек һәм 1 хужалыҡ тауарҙары магазины).

Социаль сфера

үҙгәртергә

Ҡалала мәғариф объекттарынан мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Мәктәптә музей асылған. Дауахана — Суворов ЦРБ филиалы — ғәмәлдә әлеге ваҡытта амбулатория режимында эшләй; 2014 йылда бында бары 2 табип ҡына даими эшләй. Ҡала мәҙәниәт йортонда китапхана бар. Шулай уҡ ҡалала почта бүлексәһе, берҙән-бер йәмәғәт туҡланыуы йорто — «Лихвин» трактиры— 2014 йылдың йәйендә эшләмәй торған. Халыҡты хеҙмәтләндереүсе банк ябыҡ, яҡын бүлексәһе- Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы Черепеть ҡасабаһында урынлашҡан.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә