Чаусова Елена Петровна

Чаусова Елена Петровна (26 июнь 1981 йыл)[1] — Рәсәй гандболисткаһы, әйҙәүсе позицияһында сығыш яһаусы. донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Чаусова Елена Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 26 июнь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Волгоград, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө гандболист
Спорт төрө Гандбол

Биографияһы үҙгәртергә

Елена бала сағында волейбол менән мауыға, ләкин бер тренер менән бәхәскә инеү арҡаһында уның менән шөғөлләнеүҙән баш тарта. Гандбол тренеры Лебедева Ольга Юрьевна менән осрашыуҙан һуң, спортсы ҡыҙ гандболды һайлай. 2001 йылда донъя чемпионаты башланыу мәленә тиклем Волгоградтың «Россиянка», «Ротор» («Ротор» командаһы тарҡалғандан һуң «Аква» командаһы) командалары составында сығыш яһай[2][3]. Елена оҙаҡ ваҡыт командала ниндәй позицияла уйнаясағын үҙе һайлай: ситтә булһынмы, йәки артҡы һыҙатта, йәки ҡапҡа һаҡлаусы булһынмы — урынын үҙе билдәләй. Үҙенең беренсе тренеры тип Виктор Вяхиревты таный, һуңыраҡ Левон Акопян ҡулы аҫтында гандбол менән шөғөлләнә[4].

Елена Петровна Чаусова Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында 2000 йылда үткәрелгән Европа чемпионатының көмөш призеры була: Францияла үткән донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы, Хорватия йыйылма командаһын 42:28 иҫәбенә еңеп, ярым финалға үтә, Елена хорваттар менән уйнағанда 9 туп индерә. Финалда Рәсәй гандбол командаһы румындарҙан 28:30 иҫәбе менән еңелә. 2001 йылда Венгрияла, Рәсәй юниорҙар гандбол йыйылма командаһы 29:27 иҫәбе менән еңеү яулап, турнир хужабикәләрен еңә. Был турнирҙа Елена команданың капитаны була, ул 60 туп индереп (һөҙөмтәлә 4 урынды яулай) һәм иң яҡшы әйҙәүсе уйынсы тип табылып, символик йыйылма командаға эләгә. Шул уҡ йылда Елена өлкәндәр командаһында уйнай һәм донъя чемпионатында еңеү яулай, Рәсәй финалда Норвегия командаһын еңеп сыға. Донъя матбуғаты Елена Чаусова һәм Ирина Полторацкаяларҙы донъяның иң әүҙем әйҙәүсе гандболсылары тип таный[5]. Донъя чемпионатында еңгәне өсөн Елена Ефимовна Чаусова Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры дәрәжәһенә лайыҡ була[4].

2002 йылда Елена ҡапыл ғына спорт карьераһын тамамлай, быға уйындарҙа алған даими йәрәхәттәре һәм иренең янында булыу теләге менән һылтанма яһай. Уның һуңғы турниры булып 2002 йылда Рәсәй йыйылма командаһы 4-се урынды биләгән Европа чемпионаты тора. Әлеге ваҡытта Елена Волгоград мобиль ҡушымта эшләү компанияһында эшләй, шул уҡ ваҡытта «Ростов Дон» клубы һәм Рәсәй йыйылма командаһы уйындарының көйәрмәне булып тора[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә