Чариков Владимир Петрович

Чариков Владимир Петрович (23 октябрь 1949 — 17 ғинуар 2015) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.

Чариков Владимир Петрович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 23 октябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Вафат булған көнө 17 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө хоккейсы, тренер
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России

БиографияһыҮҙгәртергә

Чариков Владимир Петрович 1949 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1977 йылда ул П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. Ул «Салауат Юлаев» (1967-70) һәм СКА (Куйбышев) (1970-72) спорт клубтары командалары өсөн уйнай.

1972 йылдан алып «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер — уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987 йылда — «Зенит» ирекле спорт йәмғиәте Үҙәк советының үҫмерҙәр йыйылма командаһы өлкән тренеры, 1991 йылдан — баш администраторы, 1999—2010 йылдарҙа — «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәксеһе. Уның етәкселеге аҫтында «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ының үҫмерҙәр командаһы СССР беренселегенең көмөш призеры була (1988), «Салауат Юлаев» хоккей клубы — Рәсәй чемпионы (2008), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995-96), Рәсәй (1997) һәм континенталь хоккей лигаһы (2010) чемпионаттарының бронза призеры. Чариков Владимир Петровичтың тәрбиәләнеүселәре араһында А. А. Емелин, шулай уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙары. Владимир Петрович 2015 йылдың 17 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Рәсәйҙең шайба менән хоккей буйынса атҡаҙанған тренеры (1992).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998).

СығанаҡтарҮҙгәртергә