Чамила Мичиевич (хорв. Ćamila Mičijević; 8 сентябрь 1994 йыл, Хайденхайм-ан-дер-Бренц, Германия) — Босния һәм Герцеговина гандболсыһы, Франция «Мец» клубы һәм Хорватия милли йыйылма командаһыағзаһы. 2020 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында гандбол буйынса Европа чемпионатының бронза призёры.

Чамила Мичиевич
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Хорватия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Хорватия
Тыуған көнө 8 сентябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (29 йәш)
Тыуған урыны Бренцтағы Һайденһайм[d]
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы left-back[d]
Спорт командаһы ағзаһы Женская сборная Хорватии по гандболу[d], ŽRK Zamet Rijeka[d], Dunaújvárosi Kohász KA[d] һәм Metz Handball[d]
Спорт төрө Гандбол
Лигала уйнай Ligue féminine de handball[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Чамила Мичиевич 1994 йылдың 8 сентябрендә Германияла Хайденхайм-ан-дер-Бренц ҡалаһында Босния һәм Герцеговина ҡасаҡтары ғаиләһендә тыуған. Һуғыш тамамланғандан һуң дүрт йыл үткәс, ғаилә Босния һәм Герцеговинаның Мостар ҡалаһына ҡайта, унда Чамила 15 йәшенә тиклем йәшәй һәм урындағы «Локомотив» и «Катарин» гандбол командалары өсөн сығыш яһай[2]. Ҡыҙҙы тренер Эдо Шмит күреп ҡала һәм Риекаға «Замет» клубына саҡыра, ул киләһе биш йылды шунда үткәрә[3][4]. 2016 йылдан алып 2020 йылға тиклем венгр «Дунауйварош Кохас» командаһында уйнай, унда беренсе миҙгел милли беренселектә дүртенсе урын менән тамамлана. Шунан һуң Европа гандболы грандтарының береһе — француз «Мец» клубына күсә[5][6].

Үҙе өсөн туған булған Босния һәм Герцеговина өсөн сығыш яһарға Милевичтың мөмкинлеге булмай, сөнки хорват командаһына саҡырылғанға тиклем ундай команда бөтөнләй булмай. «Шашкалы» составында спортсы өс Европа чемпионатында (2014, 2016, 2020) ҡатнаша, 2020 йылда беренселектең бронза миҙалын яулай[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Camila MICIJEVIC // https://ligue-feminine-handball.fr/joueuses/camila-micijevic/
  2. Mostarka Ćamila Mičijević vodi komšije do medalje: Dijete rata otkriva svoj trnovit put do Hrvatske (босн.). Dnevni avaz (12 декабря
  3. Ersan Bijedić. PUT DO VRHA ĆAMILE MIČIJEVIĆ: Mostarka je najbolji strijelac i asistent Hrvatske na Euru (босн.). Dnevni list
  4. Mostarka prevodi hrvatske rukometašice prema medalji i poručuje: «Stalno pjevam… i protiv Dinama i protiv Hajduka bit ćemo uz tebe…»(хорв.).Novi list(10 октября 2020). Дата обращения: 23 марта 2021.
  5. Miljenko Karačić.' Tata Mujo o dobrom duhu hrvatske reprezentacije: ‘Meni je najvažnije da se svima sviđa kako se ponaša‘ (хорв.). Sportske novosti(15 декабря 2020). Дата обращения: 23 марта 2021.
  6. LBE — Les joueuses de " l’Est " qui vont découvrir la Ligue Butagaz Energie cette saison (фр.). LFH (20 août 2020).Дата обращения: 23 марта 2021.
  7. Goran Čičin-Mašansker. Nevjerojatna Hrvatska, savršena obrana, čudesna Pijević, Danska razbijena, medalja je naša! (хорв.) (20 декабрь 2020). Дата обращения: 23 март 2021.

Һылтанмалар үҙгәртергә