Цимлян йөҙөм сыбығы (фестиваль)

Цимлян йөҙөм сыбығы (рус. Цимлянская лоза) — Ростов өлкәһе «Цымлян станицаһы» этнографик комплексы территорияһында йыл һайын үткәрелә тоған шарап фестивале. Был сараны Дон шарап эшләүселәре һәм шарапсылар Союзы ойоштора. Фестиваль үткәреү Донда шарап туризмын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Фестиваль беренсе тапҡыр 2013 йылда үткәрелгән[2].

Цимлян йөҙөм сыбығы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Ростов өлкәһе, Цимлян районы, Саркел ҡасабаһынан 330 метр көньяҡ-көнбайыштараҡ[1]

Ойоштороусылар

Дон йөҙөм үҫтереүселәр һәм шарап эшләүселәр союзы

Тематика

шарап эшләү

Тарих үҙгәртергә

2014 йыл үҙгәртергә

Фестивалгә 2014 йылда 200 кеше килә[1].

2015 йыл үҙгәртергә

2015 йылдың 7 июнендә Саркел ҡасабаһында"Цимлян йөҙөм сыбығы" шарап фестивале «Цымлянская станица» этнография комплексы территорияһында үҙғарыла. Фестиваль ҡунаҡтары иҫтәлекле комплекс биләмәһен ҡарауҙан тыш, ижади коллективтарҙың сығышы ҡарай йәки казак ашамлыҡтарын ауыҙ итә ала[3].

2015 йылда байрамға килгән туристар иҫәбе 2000 кеше тәшкил итә.

2016 йыл үҙгәртергә

2016 йылда байрам 21 майҙа үткәрелә. Байрамды тантаналы асҡандан һәм шараптарҙы тәмләп ҡарағандан (дегустациянан) һуң дегустация комиссияһының ултырышы була, ә унан һуң автор шараптарын ябыҡ (дегустациялау) тәмләп ҡарау башлана. Артабан конкурс һөҙөмтәләре һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы иғлан ителә. Шунан һуң байрам рәсми ябыла. Фестиваль ваҡытында ижади коллективтарҙың сығышы планлаштырылған, сувенир продукцияһы күргәҙмәһе, аҙыҡ-түлек һәм шарап дегустациялары ойошторола, уға Волгоград, Һамар, Ростов өлкәһе, шулай уҡ Краснодар һәм Ставрополь крайы үҙ шараптарын дегустацияға алып килгәндәр. «Йыл шарабы — 2016» гаражист кубоғы уйнатыла. План буйынса фестивалгә йомғаҡ яһау ябыҡ дегустациянан һуң үткәрелергә һәм унда «Иң яҡшы ҡыҙыл шарап», «Иң яҡшы махсус шарап», "Иң яҡшы аҡ шарап " номинациялары билдәләнергә тейеш була . Байрамда 16 шарапсы ҡатнаша — улар конкурста 53 өлгө күрһәтә. Аҡ һәм ҡыҙыл шараптың нисбәте сама менән бер тиң була. Шараплы эсемлектәр фестивале кубогын Анапа яулай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә