Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хөкөм (ғәр. حُكْم‎ — ғаҡыл, ҡарар‎; рус. Хукм) — ислам термины, уның нигеҙендә ғаҡыл һәм абруйлы күрһәтмәне күҙаллау ята[1]. Ислам хоҡуғында (фиҡһ) хөкөм тип кешенең ҡылыҡтарын рөхсәт ителгән позициянан баһалау атала. Хөкөм терминологияһы Ҡөрьәндең «харам-хәләл» дихотомияһына һыймай һәм ислам фекеренең артабанғы үҫеше һөҙөмтәһе булып тора[2].

Хөкөм төрҙәре үҙгәртергә

Хөкөмдөң түбәндәге төрҙәре бар:

  1. Әхкәм әл-хәмсә. Фиҡһ буйынса әҙәбиәттә кеше ҡылығы уларҙың рөхсәт ителеү позицияһынан биш дәрәжәгә бүленгән:
    1. мотлаҡ (фарыз, важиб)
    2. тәҡдим ителгән һәм хупланған (сөннәт, мөстәхәб,мәндүб)
    3. дөйөм рөхсәт ителгән һәм нейтраль (мөбәх, жаиз)
    4. шелтәле (мәкруһ)
    5. тыйылған(харам, мәҙһүр)[1].
  2. Илаһи ғаҡыл. Ҡөрьәндә хөкөм һүҙе Илаһи ғаҡыл[3] йәки Аллаһтың язаһынан (ҡарарынан) ҡурҡыу мәғәнәһенә эйә[4]. Был осраҡта Илаһи ғаҡыл Ҡөрьән һәм Сөннәт күрһәтмәләрен үҙ эсенә ала, шуның өсөн уларҙы үтәү фарыз. Бындай хөкөм фәтүә сығарыу нигеҙе булыуы мөмкин [1].
  3. Билдәләмә йәки күрһәтмә. Хакимдың йәки абруйлы кешенең уға буйһонған кешеләр өсөн мотлаҡ булған күрһәтмәһе[1].
  4. Хүкм әл-ижтиһади. Хоҡуҡи мәсьәлә буйынса хоҡуҡи сығанаҡтар нигеҙендә әҙерләнгән ҡарар йәки әр-раий (ирекле фекерләү)[1].
  5. Логик фекерләү. ҡыястың дөйөм формулаһында логик фигураның бер өлөшө[1].
  6. Дөйөм ҡағиҙә йәки билдәләмә. Фәнни әҙәбиәттә хөкөм термины ҡағиҙә йәки билдәләмә мәғәнәһендә киң ҡулланыла, мәҫәлән, «Идара итеү ҡағиҙәләре» (әл-Әхкәм ас-солтания)[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ислам: ЭС, 1991, с. 282
  2. Lowry, 2006
  3. Коран: 2:129, 3:48, 4:54 и т. д.
  4. Коран: 5:50, 6:57, 12:67 и т. д.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Боголюбов А. С. Хукм // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 282. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Ḥukm // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Maverdii constitutiones politicae. Ex recensione M. Engeri Accedunt adnotationis et glossarium. — Bonnae, 1853.
  • М. Таки аль-Хаким. аль-Усуль аль-амма лиль-фикх аль-мукаран. — Бейрут, 1963. — С. 321.
  • Joseph E. Lowry. Encyclopaedia of the Qurʾān / Jane Dammen McAuliffe (ed.). — Brill, 2006.