Хәсән (Башҡортостан)

Хәсән (рус. Хасановский[1], шулай уҡ башҡ. Шәмсит утары булараҡ билдәле[1]) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан утар. Бөтөрөлгән мәлдә Муйнаҡ ауыл Советы составына ингән була.

Хәсән
Хәсән
Рәсми атамаһы Хәсән
Дәүләт  Рәсәй
Халыҡ һаны 109 кеше (1968)
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Йылайыр яйлаһының көнбайыш өлөшөндә, Үрге Һарыбилдән Үрге Муйнаҡҡа һәм артабан элекке Абзан районының үҙәге булған Абҙан ауылына барған юл өҫтөндә урынлашҡан булған[2].

Алыҫлығы[3]:

— район үҙәге Иҫәнғолға тиклем: 22 км,

— ауыл Советы үҙәге Үрге Муйнаҡҡа тиклем: 5 км,

— яҡындағы Һарыҡташ тимер юл станцияһына тиклем: 49 км.

Яҡындағы тораҡ пункттар: Үрге Муйнаҡ, Өмбәт, Мәзит, Урта Муйнаҡ, Түбәнге Аҡбирҙе, Ғәббәс, Түбәнге Муйнаҡ. Хәсән ауылында башлыса урыҫ милләтендәге кешеләр йәшәгән. Ауыл Калинин исемендәге колхоздың бер бригадаһы булған.

Тарихы үҙгәртергә

Исеме Хәсән антропонимынан алынған[1].

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законы менән иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөлә.

2020 йылдың йәйендә ауыл кешеләре тыуған ауылында йыйылып «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» кеүегерәк байрам йыйыны үткәрә, обелиск ҡуя.

Халҡы үҙгәртергә

1969 йылдың 1 ғинуарына 109 кеше йәшәгән; башлыса урыҫтар[3].

2002 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 0 кеше тәшкил иткән[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 163. — 199 с.
  2. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  3. 3,0 3,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.