Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы

(Хәләф Ишморатов битенән йүнәлтелде)

Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2 февраль 1960 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башлеспром» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры 2005

Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Яңы Уҫман, Байғаҙы ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө дәүләт хеҙмәткәре[d] һәм йәмәғәт эшмәкәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов 1960 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Уҫман ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[1].

1971—1976 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы 2-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында) урта белем ала. 1976—1981 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультеты студенты, йәмәғәтсе.

1982—1985 йылдарҙа — Баймаҡ районында «Йылайыр» совхоз-техникумы уҡытыусыһы.

1985—1990 йылдарҙа- ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомының икенсе, беренсе секретары.

1990—1994 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, секретары. 1994 йылда — хужалыҡ эшендә.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры.

1995—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары. Социаль мәсьәләләр, мәҙәниәт өлкәһендәге эштәр өсөн яуаплы була, ошо йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһендәге яңырыу процессында әүҙем ҡатнаша. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры төҙөлөшө менән етәкселек итә.

2005 йылдан — «Башкирская лесопромышленная компания» ААЙ-ның күҙәтеү советы рәйесе, артабан ЛХК «Башлеспром» ААЙ-ның директорҙар Советы рәйесе.

Тарих фәндәре кандидаты (2005).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Гүзәл менән өс ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=958128

cheloveknauka.com › Исторические науки › Отечественная история