Хәлитов Хәниф Мансур улы
Хәлитов Хәниф Мансур улы 15 ғинуар 1970 йыл, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы) — запастағы подполковник.
Биографияһы
үҙгәртергәХәниф Мансур улы Хәлитов 1970 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуа.
1992 йылда И. И. Якубовский исемендәге Киев юғары танк училищеһын, 2000 йылда М. В. Фрунзе исемендәге дөйөм ғәскәри академия тамамлай. 1992 йылдан башлап Алыҫ Көнсығыш хәрби округында бронетанк ремонт взводы командиры; 1992 йылда башлап Тажикстан Республикаһында 201 мотоуҡсылар дивизияһының танк ротаһы командиры урынбаҫары; 1995 йылдан алып Тажикстан Республикаһында Мәскәү сик буйы отрядына ҡараған инженер-техник рота командиры урынбаҫары; 1997 йылдан алып Тажикстан Республикаһында Мәскәү сик буйы отрядында бронетанк хеҙмәте командиры. 2002 — 2013 йылдарҙа Төньяҡ-Көнсығыш сик буйы идаралығында хеҙмәт итә (Петропавловск-Камчатский ҡалаһы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн майор званиеһы ваҡытынан алда бирелә
- Хәрби хеҙмәт ветераны (2012)
- «Таджикстанда хеҙмәт иткәне өсөн» билдәһе (1999)
Миҙалдары
үҙгәртергә- «Дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» (2000)
- «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» 3-сө дәрәжә (2001)>
- 2-се дәрәжә (2006)
- 1-се дәрәжә (2008)
- «Сик буйы ғәскәрҙәренә 100 йыл» (2018)
- Хәрби хәрәкәттәр ветераны (2016)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Иҫке Монасип ауылы тарихы[1]
- Халитов Ханиф Мансурович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 545. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.