Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы

Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы (12 март 1978 йыл) — спортсы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).

Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 12 март 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тяжелоатлет
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Масса 69 килограмм
Спорт төрө Ауыр атлетика
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d][1]
Бейеклеге/буйы 163 сантиметр

69 кг, 75 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай, донъя чемпионы. 69 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда (105,5 кг) һәм күтәреүҙә — 137,5 кг (2001) Рәсәй рекордсыһы; 75 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа һәм Рәсәй рекордсыһы: ырғымда — 110 кг; күтәреүҙә — 135 кг; ике төр ярыш суммаһы — 245 кг (2000). Үҫмер спортсылар араһында 8 тапҡыр донъя рекордсыһы (1997). Сиднейҙа (Австралия, 2000) Олимпиада Уйындарында ҡатнашыусы.

Спорт карьераһы үҙгәртергә

  • ҡыҙҙар араһында Европа чемпионы — 1994;
  • үҫмер спортсылар араһында ике тапҡыр донъя чемпионы — 1995, 1996
  • үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионы — 1997
  • ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатының көмөш призеры — 1998, 2002
  • ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионы — 1999 йыл (Болгария);
  • донъя чемпионы — 2002
  • вице-донъя чемпионы — 2001

2000 йылда Сиднейҙа — Олимпиадала 6-сы урында була.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каучук» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — П. И. Никитин). Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1994), Урал дәүләт физик культура университетын тамамлай.

1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе, ә 1994—2004 йылдарҙа — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең 464-се спорт-күнекмәләр үҙәге өсөн сығыш яһай. Ярыштарҙа Саха́ Республикаһы һәм ЦСКА вәкиле булып сығыш яһай.

Рәсәй үҫмерҙәр милли йыйылма командаһы (1994—2004) ағзаһы.

Салехардта йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994
  • Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (2000) Почёт билдәһе,
  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» (1995) Почёт билдәһе.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Sports-Reference.com (ингл.)

Һылтанмалар үҙгәртергә