Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хумс (ғәр. خمس‎ — бишенсе өлөш) — мосолман-шиғыйҙарҙа йыллыҡ килемдең биштән бер өлөшөн тәшкил иткән килем һалымы.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Хумс һүҙе Ғәрәп телендәге «хәмсә» (биш) һүҙенән килеп сыҡҡан, йыллыҡ килемдең биштән бер өлөшө һалым итеп түләнелгән.

Хумс тарихы

үҙгәртергә

Беренсе мәртәбә хумсты Ғәбд әл-Моталлип түләгән, һуңынан ул Ҡөрьәндең Әл-Әнфәл сүрәһенең («Табыш») 41-се аятына фарыз ғәмәл булараҡ иңгән. Ислам дине тәғлимәтенә ярашлы, Ғәбд әл-Моталлип Аллаһтан ҡабаттан Зәм-зәм тигән изге сығанаҡты һәм уның эргәһендә күмелгән хазинаны тапҡас, төшөндә ошо бойороҡто ала һәм хазина хаҡының биштән бер өлөшөн дини ихтыяждарға тотонорға ҡарар итә.

Хумс Ҡөрьәндә һәм фиҡһта

үҙгәртергә

Хумс тураһындағы положение нигеҙендә түбәндәге Ҡөрьән аяты ята:

  Һәм белегеҙ: әгәр нимәне булһа ла ғәнимәт итеп алһағыҙ, уның биштән бер өлөшө Аллаһҡа, һәм рәсүлгә, туғандарға, етемдәргә, ярлыларға, һәм юлсыға
 

Ҡөрьәндәге «ғәнимәт мал» төшөнсәһе хоҡуҡ шәрехләүендә

үҙгәртергә

Шиғый ғалимдары фекеренсә, Ҡөрьәндәге «ғәнимәт» төшөнсәһе хумс тураһындағы аятта ҡулланылған «табыш», йәғни «байлыҡ сифатында килеп ингән билдәле бер мөлкәт» тип тәржемә ителә. Әһеле Бәйт хәҙистәренә ярашлы, хумс түбәндәге мөлкәттәргә һалына:

  1. Артыҡ юғары табыш (йыл дауамында тотонолмай торған);
  2. Законһыҙ килем менән ҡатышҡан законлы килем;
  3. Мәғдәндәр һәм файҙалы ҡаҙылмалар;
  4. Диңгеҙҙән тотолған хазиналар (таштар);
  5. Аҫыл таштар;
  6. Мосолман булмаған килешеүле кешенең (зимми) (ҡыш) мосолмандан һатып алған ерҙ;
  7. Хәрби трофейҙар.

Ҡулланылған әҙәбиәт

үҙгәртергә