Хвольсон Даниил Авраамович

Рәсәй тарихсыһы, тел белгесе, семитологы, гебраисы, шәрҡиәтсеһе

Даниил Авраамович Хвольсон (тыуғанда — Иосиф[8]; 21 ноябрь (3 декабрь) 1819 йыл — 23 март (5 апрель) 1911 йыл) — Рәсәй шәрҡиәтсеһе (семитолог, гебраист), тарихсы, тел белгесе, Император Фәндәр академияһының көнсығыш телдәре разряды буйынса мөхбир ағзаһы (1858 йылдың 5 декабрендә һайлана).

Хвольсон Даниил Авраамович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй[3]
Тыуған көнө 21 ноябрь (3 декабрь) 1819[4][5]
Тыуған урыны Вильнюс, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 23 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[4][6][7][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[4]
Ерләнгән урыны Смоленск православие зыяраты[d]
Балалары Хвольсон, Орест Данилович[d] һәм Владимир Данилович Хвольсон[d]
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, востоковед
Эшмәкәрлек төрө Шәрҡиәт, семитология[d], гебраистика[d] һәм тарих
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Уҡыу йорто Вроцлавский университет[d]
Аспиранттар Павел Константинович Коковцов[d]
Уҡыусылар Казас, Илья Ильич[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Станислава 2-й степени с императорской короной орден Святой Анны 2-й степени с императорской короной орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святой Анны 1-й степени медаль «В память царствования Императора Николая I» медаль «В память царствования императора Александра III»

Көнсығыш һәм Көнсығыш Европа халыҡтары тарихына, христианлыҡ тарихына, яҙма тарихы буйынса (ғәрәп, иврит), боронғо йәһүд теле, ассириология буйынса хеҙмәттәре бар. Библияны урыҫ теленә фәнни тәржемәһе мөхәррирҙәренең береһе.

Биографияһы үҙгәртергә

Даниил Авраамович Хвольсон 1819 йылда Вильнала ярлы йәһүд ғаиләһендә тыуа. Йәһүд дини белем ала[8]. 18 йәшкә тиклем боронғо йәһүд һәм идиштан башҡа бер генә тел дә белмәй[9]. Һуңынан немец, француз һәм рус телен үҙ аллы өйрәнә[10].

Белемен артабан дауам итеү маҡсатында йәйәүләп Ригаға юллана, һуңынан, 1841 йылда, унан Бреславлға, ориенталист Авраам Гейгерға бара. Уның ҡурсалауы аҫтына дүрт йыл Бреславльуниверситетына инергә әҙерләнә, һәм ошо уҡыу йортон тамамлай[8]. Беренсе баҫма хеҙмәте — «Materialien zu Biographien jüdischer Gelehrten, die unter den Arabern gelebt» — 1846 йылда Ю. Фюрстың «Der Orient» журналында баҫыла. 1850 йылда Лейпциг университетындла философия докторы дәрәжәһен ала. Рәсәйгә ҡайта. Уның тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып, Генрих Флейшер рецензияһы менән Санкт-Петербургта Император Фәндәр академияһы иҫәбенә 1856 йылда докторлыҡ диссертацияһы хеҙмәте киңәйтелеп һәм байытылып баҫтырыла. 1851 йылда Халыҡ мәғариф министрлығында йәһүд телендә уҡытыу етәкселеген тикшереү комитеты ағзаһы булып эшләй башлай[11]. Православие ҡабул итә. 1855 йылда Санкт-Петербург университетының йәһүд, сүриә һәм халдей теле кафедраһына экстраординар профессор итеп тәғәйенләнә. 1866 йылда экстраординар профессор итеп раҫлана, 1870 йылда — ғәҙәти, 1880 йылда — атҡаҙанған ғәҙәти профессор. Һуңғы йылдарҙа (1886 йылдан) — шул уҡ кафедрала штаттан тыш профессор була[12].

1858—1884 йылдарҙа — Санкт-Петербург дини академияһының йәһүд теле һәм Библия археологияһы кафедраһының экстраординар профессоры. 1858—1883 йылдарҙа Санкт-Петербург рим-католик академияһында йәһүд телен уҡыта[8]. 1884 йылда Санкт-Петербург дини академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана, 1890 йылдан — Мадридта Real Academia de la Historia хәбәрсеһе[11], 1896 йылда — Император Рус археология йәмғиәтенең почетлы ағзаһы[13], 1908 йылда — Император Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы[14].

Хвольсон хеҙмәтендә башҡорттар темаһы үҙгәртергә

Башҡорттар фин‑уғырҙарҙан килеп сыҡҡан тигән теория яҡлы булған. Ибн Рустаның хеҙмәтен урыҫ теленә тәржемә итеп сығарған. Бәлхи, Ибн Фаҙлан, Иҙриси, Мәсүди, Яҡут кеүек ғәрәп сәйәхәтселәренең мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, башҡорт һәм «мадьяр» этнонимдарының «баджгард» этнонимынан килеп сығыуын иҫбатлаған[15].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #8174730 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118049240 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 ХВОЛЬСОН // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. Родовод (билдәһеҙ) — 2005.
  6. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  7. https://wikidata-externalid-url.toolforge.org/?p=7699&url_prefix=https://viaf.org/processed/LIH%7C&id=LNB:geL;=Bo
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Коковцов П. К. Даниил Абрамович Хвольсон : некролог // Отчет о состоянии и деятельности Императорского С.-Петербургского университета за 1911 год / ред. Н. А. Булгаков. — СПб., 1912. — С. 7—13.
  9. Известия о деятельности русских учёных обществ и учреждений // Журнал Министерства народного просвещения. — СПб., 1869. — С. 357.
  10. Смесь : 90-летний юбилей проф. Д. А. Хвольсона // Исторический вестник : историко-литературный журнал. — СПб., 1910. — Т. CXIX. — С. 377—378.
  11. 11,0 11,1 Биографический словарь профессоров и преподавателей императорского Санкт-Петербургского университета за истёкшую третью четверть века его существования. 1869-1894. — СПб., 1898. — Т. II. — С. 307.
  12. Личный состав Императорского С.-Петербургского университета к 1-му января 1910 года // Отчёт о состоянии и деятельности Императорского С.-Петербургского университета за 1909 год / ред. А. И. Введенский. — СПб., 1910. — С. 36.
  13. История Императорского русского археологического общества за первое пятидесятилетие его существования. 1846—1896 / сост. Н. И. Веселовский. — СПб., 1900. — С. 432.
  14. Смесь // Исторический вестник : историко-литературный журнал. — СПб., 1909. — Т. CXV. — С. 840.
  15. ХВОЛЬСОН Даниил Абрамович 2020 йыл 31 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Хвольсон Даниил Авраамович

Әҙәбиәт үҙгәртергә