Харовскиҙағы тарихи-художество музейы

Харовскиҙағы тарихи-художество музейы — «Харовск тарихи-художество музейы» ҡала муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Вологда өлкәһе Харовский районының Харовск ҡалаһындағы Ленинград урамының 7-се йортонда урынлашҡан бина.

Харовскийҙағы тарихи-художество музейы
Асылған ваҡыты 1 ноябрь 1967 йыл
Директор Пушина Светлана Валерьевна
Сайт Официальный сайт музея

КПСС-тың Харовский район комитеты бюроһының 1967 йылдағы 1 ноябрҙәге ҡарарына ярашлы Харовск ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. Учреждениеның беренсе экспонаттары булып Морозов Степан Михайловичтың — музейға нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры- бүләктәре тора. Уның музейға тапшырған коллекцияһында нумизматика, картиналар, этнография әйберҙәре 500-гә яҡын һаҡлау берәмеген тәшкил итә[1].

1973 йылда музейҙың дтректоры итеп Григорий Николаевич Рябов тәғәйенләнә һәм ул музей өсөн яңы экспонаттар эҙләү менән әүҙе: м шөғөлләнә.Ҡала кешеләре музейға бик күп боронғо көнкүреш әйберҙәрен тапшыра.

ХХ быуаттың 1980-се йылдары аҙағында Харовский крайҙы өйрәнеү музейы Совет урамындағы 9-сы йорттағы элекке дарыухана бинаһында урынлашҡан була. Музей бинаһы авария хәленә килгәнлектән, музей ябыла һәм ун йыл дауамында эшмәкәрлек алып бармай. Коллекциялар өлөшләтә район Мәҙәниәт йортондағы художестволы биҙәү оҫтаханаһына һәм Вологда дәүләт тарих-архитектура һәм сәнғәт музей-ҡурсаулығына һаҡлауға тапшырыла[2].

1999 йылдың авгусында райондың «Призыв» гәзитендә Харовск ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейын тергеҙеү өсөн ойоштороу советын булдырыу тураһында бойороҡ сыға. Шуға ярашлы 2000 йылдың октябрендә учреждение тәүге килеүселәрҙе ҡабул итә. Музей элекке кинотеатр бинаһында урынлаша, адресы: Азатлыҡ урамы, 20-се йорт. Учреждение юридик берәмеккә әйләнә.

2012 йылда, кинотеатр бинаһының авария хәлендә булыуы сәбәпле, музейға Ленинград урамы 7-се йортҡа күсергә тура килә. Әлеге ваҡытта музей үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, килеүселәрҙе ҡабул итә, күргәҙмәләре һәм экспозициялары даими эшләй, фонды әүҙем тултырыла.

Экспозициялары

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Харовск ҡалаһындағы тарихи-художество музейы ҡаланың тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, «районда һөнәрселек», «Харовск кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы һәм тыныс тормош йылдарындағы археологияһы һәм тормошо» экспозициялары буйлап экскурсиялар үткәрә. «Харовск ҡалаһы тарихы», «Археологик ҡаҙыуҙар һәм табылдыҡтар», «Райондың көнкүреше һәм һөнәрселеге», «Күргәҙмә», «Харовский кешеләре — Ватанды һаҡлаусылар», «Харовск кешеләре улар менән ғорурлана» күргәҙмәләр залы музей экспозицияларының нигеҙен тәшкил итә.

Музейҙың киң залдарының береһендә Боровиково ҡасабаһы янындағы археологик ҡаҙыуҙар коллекцияһы күрһәтелгән. В. И. Беловтың «Лад» китабы нигеҙендә «Урыҫ өйө» экспозицияһы ойошторолған, унда халыҡтың күп быуатлыҡ көнкүреше һәм хеҙмәте традициялары күрһәтелгән.

«В. И. Беловтың тормошо һәм ижады» күргәҙмәһе яҙыусының Харовский районы Тимониха ауылындағы эш кабинетына оҡшатып эшләнгән. Бында яҙыусының шәхси әйберҙәре, уның ҡулъяҙмаларын, шулай уҡ уның яҡын кешеләренең портреттары ҡуйылған. Музей коллективы туристарға Харовскиҙан Тимонихаға тиклем «Дорога к дому» тигән туристик маршрутты тәҡдим итә. Бындай саралар барышында килгән ҡунаҡтарға төньяҡ ауыл көнкүреше һәм йолаларын, яҙыусының томошо һәм ижады менән бәйле урындарҙы күрһәтәләр.

Музейҙа Харовск рәссамы, ике тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты А. Ф. Пахомовтың картиналары һаҡлана. Музейҙың залдарында Рәсәйҙә билдәлелек алған йәш рәссамдарҙың картиналарының күргәҙмәләре ҡуйыла[3].

Һылтанмалар

үҙгәртергә