Хаммарстрём Луиза

швед химигы

Хаммарстрём Луиза (швед. Lovisa (Louise) Katarina Hammarström, 25 май 1849 йыл — 5 ноябрь 1917 йыл) — Швеция химигы, илдең химия буйынса махсус белем алған беренсе ҡатын-ҡыҙы.

Хаммарстрём Луиза
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 25 май 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Hosjö församling[d], Фалун[d], Даларна[d], Швеция
Вафат булған көнө 5 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Nya Kopparberg[d], Швеция
Һөнәр төрө химик
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Хаммарстрём Луиза Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Луиза (Ловис) Хаммарстрем Хошё (швед. Hosjö församling) Даларны приходында тыуған. Уның атаһы медицина белеме алған дин әһеле була. Ҡыҙыҡай бик йәшләй етем ҡала. Металлургия производствоһында эшләгән химиктар менән аралашыу арҡаһында ул бала саҡтан химия менән ҡыҙыҡһына башлай. Артабан ул Стокгольм ҡалаһының Констфак университеты (швед. Konstfack) студент булып китә, химия буйынса дәрестәр ала, ә 1870 йылдың икенсе яртыһында ул Вернер Кронквист лабораторияһында ассистент булып эшләй, мышаяҡҡа анализдар яһай. Шунан һуң Брангбро (1881—1887), Фагерста (1887—1891), Шиссхюттана (1893) предприятиеларында химик-минералог була. 1893 йылда, 18 йыл ассистент булып эшләгәндән һуң, ул Коппарбергта (хәҙер Даларна лены) үҙ лабораторияһын аса һәм минералогия һәм геология өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә. Бында ул башлыса руда, металл һәм химия матдәләргә дөйөм химик анализ яһай. Эльса Кронквист (моғайын, Вернер Кронквистың ҡыҙылыр), Мария Лейдстрем уның ассистенттары була. Луиза Хаммарстрёмдың шәхси лабораторияһы 16 йыл эсендә барлығы 29 мең анализ яһай.

Луиза Хаммарстрём 1917 йылда Стокгольмда вафат була

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә