Халыҡ-ара музейҙар көнө

Халыҡ-ара музейҙар көнө — йыл һайын 18 майҙа үткәрелә торған байрам.

Халыҡ-ара музейҙар көнө
Нигеҙләү датаһы 18 май 1977[1]
Хөрмәтенә аталған Музей
Төп тема Музей
Булдырыусы Международный совет музеев[d]
Йылдың көнө 18 май
Рәсми сайт imd.icom.museum
Commons-logo.svg Халыҡ-ара музейҙар көнө Викимилектә
Оноре Дюмье (1808-1879): Музейға килеүселәр

Халыҡ-ара музейҙар көнө бөтә донъяла 1977 йылдан билдәләнә[2].

1977 йылда музейҙар берләшмәһенең иҫтәлекле ваҡиға - Халыҡ-ара музейҙар көнө үткәреү теләге тыуа. Резолюция шул уҡ 1977 йылда Халыҡ-ара музейҙар советының Дөйөм Ассамблеяһы (ICOM) тарафынан Мәскәүҙә ҡабул ителә.

1992 ICOM советы был көндө билдәле бер темаға үткәрергә тәҡдим итә. Шунан бирле Халыҡ-ара музейҙар көнө берәй темаға арнала[3], быны бар теләүселәр ҙә ҡарап бара ала.

Халыҡ-ара музейҙар көнө йылдың-йылы популяр була бара.

2015 йылда сарала 145 илдән 35 меңдән ашыу музей ҡатнаша[4]!

Башҡортостан музейҙарыҮҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының музейҙары күп, улар Өфөлә генә түгел, республиканың ҡала һәм райондарында урынлашҡан, байтаҡ ауылдарҙа һәм мәктәптәрҙә лә ойошторолған.

Иң ҙурҙарынан:

 
Башҡортостан республикаһының милли музейы

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә