Халонен Тарья

фин сәйәсмәне, юрист; Социал-демократик партия ағзаһы. Финляндия президенты (1 март 2000 — 1 март 2012).

Та́рья Ка́арина Халонен (фин. Tarja Kaarina Halonen; 24 декабрь 1943, Хельсинки) — фин сәйәсмәне, юрист; Социал-демократик партия ағзаһы. Финляндия президенты (1 март 2000 — 1 март 2012).

Халонен Тарья
фин. Tarja Kaarina Halonen
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Финляндия
Тыуған ваҡыттағы исеме фин. Tarja Kaarina Halonen
Тыуған көнө 24 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][4][5][…] (80 йәш)
Тыуған урыны Хельсинки, Финляндия[3]
Хәләл ефете Пентти Араярви[d][6]
Сожитель Kari Pekkonen[d]
Балалары Элина Халонен[d][6]
Туған тел Фин теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат
Биләгән вазифаһы президент Финляндии[d][3], министр иностранных дел Финляндии[d][3], министр юстиции Финляндии[d][3], депутат эдускунты[d][3], представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][7], рәйес[d][8] һәм рәйес[d]
Уҡыу йорто Хельсинкский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Финляндии[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Финляндии[d] һәм Президентские выборы в Финляндии (2000)[d]
Ҡатнашыусы World Economic Forum Annual Meeting 2004[d][9]
Ойошма ағзаһы Европа Советы Парламент ассамблеяһы[d] һәм Римский клуб[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт presidenthalonen.fi
 Халонен Тарья Викимилектә

Халонен бик популяр президент була, уның хуплау рейтингы 2003 йылда 88 % тәшкил итә. 2006 йылда ул ҡабаттан һайлана, икенсе раундта Милли коалиция партияһынан кандидат Саули Ниинистёны 51 % тауыш менән (48 % ҡаршы) еңеп сыға. 2012 йылда президент һайлауҙарына һайлау мөмкинлеге булмау сәбәпле, 2012 йылдың 1 мартында был вазифаны ҡалдыра. Уның вариҫы Ниинистё була.

Кеше хоҡуҡтарына битараф булмауы менән киң билдәле, 1980-се йылдарҙа Халонен фин SETA ЛГБТ-ойошмаһы рәйесе була, ә үҙенең президентлығы осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары һәм глобалләштереү мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙә әүҙем ҡатнаша. 2006 йылда күп кенә күҙәтеүселәр уны БМО-ның генераль секретары вазифаһына потенциаль кандидат тип атай, әммә ул, президентлыҡ срогын тамамлау теләге менән йәшәүен дәлилләп, был вазифаға ынтылмай. 2009 йылда Forbes уның исемен донъялағы иң абруйлы 100 ҡатын- ҡыҙы исемлегенә индерә[10].

Ҡыҫҡаса биографияһы үҙгәртергә

 
В возрасте 5 лет (1948)
 
Школьная выпускная фотография (1962)

Халонен Хельсинкиҙың Каллио районында тыуа. 1962 йылда Хельсинки университетына уҡырға инә һәм 1968 йылда юрист дипломын ала.

Йәш сағында һул радикаль ҡараштары менән айырылып тора, пацифистик хәрәкәттә ҡатнаша, Че Гевараны хөрмәт итә. Ҡатын-ҡыҙҙарға дини дәрәжә биреү тыйылғандан һуң лютеран сиркәүенә барыуын туҡтата.

1980 йылдан 1981 йылға тиклем енси аҙсылыҡ хоҡуҡтарын яҡлаусы SETA йәмғиәте рәйесе була. Шул сәбәпле президентлыҡ осоронда ул офицерҙарҙың береһе тарафынан тәнҡитләнә[11]. Суд ҡарары менән был хәрбигә штраф һалына[12][13].

Сәйәси карьераһы үҙгәртергә

1971 йылда 28 йәшлек Тарья Финляндияның Социал-демократик партияһы ағзаһы була.

1979 йылдан Финляндия парламенты депутаты.

1987—1990 йылдарҙа — социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау министры. 1990—1991 йылдарҙа — юстиция министры.

1995 йылдың апрелендә Липпонендың беренсе хөкүмәтендә сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул Эдускунтаға һайлауҙарҙан һуң да, 2000 йылда президент итеп һайланғанға тиклем, эшләүен дауам итә.

Халонен дөйөм алғанда министр сифатында 3238 көн эшләй (өс йүнәлештәге министр вазифаларында), Синикка Мёнкяренан (фин. Sinikka Mönkäre) ҡала был вазифаларҙа иң оҙаҡ эшләгән министр була.

Президент һайлауҙары (2000) үҙгәртергә

Беренсе турҙа Халонен яҡынса 40 процент тауыш йыя. Уның төп дәғүәсеһе Эско Ахо тик 34,4 процент ҡына йыйыуға өлгәшә.

 
Туркула Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа (2001)
 
Наанталила Рәсәй Федерацияһы президенты Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа (2010)

Икенсе турҙа Халонен 51,6 процент тауыш йыя, дөйөм тауыш биреүселәр һаны 80,2 процент тәшкил итә.

Президентлыҡ үҙгәртергә

Тарья Халонен ил президенты итеп һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

2001 йылдың 1 мартында президентлыҡтың беренсе йылы тамамланғас, граждандарҙың яҡынса 70 проценты Тарья эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуын белдерә[14].

Президент һайлауҙары (2006) үҙгәртергә

2006 йылдың ғинуарында икенсе мөҙҙәткә һайлана.

Икенсе тапҡыр президентлыҡ осоро үҙгәртергә

Baltic Sea Action Group фонды кәңәшселәренең халыҡ-ара төркөмө рәйесе.

2012 йылдың 1 мартында үҙенең президент вәкәләттәрен һала; президент вазифаһын Саули Нийнистё[15] ҡабул итеп ала.

Президент вазифаһын ҡалдырғандан һуңғы осор үҙгәртергә

2012 йылдың февралендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Тарья Халоненға БМО-ның халыҡ һаны мәсьәләләре буйынса эшсе төркөмөн етәкләргә тәҡдим итә. Март айында, Халонен үҙенең президент вәкәләттәрен ҡалдырғандан һуң, ул был эшселәр төркөмөнөң рәйестәше итеп тәғәйенләнә (Мозамбиктың экс-президенты Жоакин Чиссано менән бергә). Был эшсе төркөм халыҡтың енси һаулығын, шулай уҡ йөклөлөк һәм бала табыу ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы проблемаларын үҙ эсенә ала.[16]

Халонен ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән эҙмә-эҙлекле рәүештә шөғөлләнә[17]. 2012 йылдың июлендә YLE телеканалына биргән интервьюһында «ғәрәп яҙы» үткән илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарының тормошҡа ашырыуын күҙәтеп барыуы тураһында белдерә, ә Пориҙа Донъяның Нобель премияһы лауреаты Таваккул Карман менән осрашыуҙа, Яҡын Көнсығыш илдәрен демократлаштырыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи-сәйәси тормошон әүҙемләштереү талап ителә, тип белдерә[18].

2012 йылдың 4 сентябрендә тотороҡло үҫеш менән бәйле тикшеренеүҙәр тураһында мәғлүмәт йыйыусы һәм эшкәртеүсе һәм властарға был мәғлүмәтте тәҡдим итеүсе коммерцияға ҡарамаған «Helsinki Sustainability Center» компанияһы идараһы рәйесе итеп тәғәйенләнә[19].

2013 йылдың 4 апрелендә Рәсәйгә үҙенең 5 көнлөк сәфәре барышында ул Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин, премьер-министры Дмитрий Медведев һәм РФ Федераль йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән осраша. Ошо сара барышында Финляндияның экс-президенты рустарға хас дуҫлыҡты юғары баһалауы һәм Рәсәй етәкселеге менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлауы тураһында белдерә. Шул уҡ ваҡытта Финляндияның ғәмәлдәге президенты Саули Нийнистёның фин-урыҫ мөнәсәбәттәрен юлға һалыуына ҡамасаулыҡ итмәүен белдерә[20].

 
Тарья Халонен (2021)

2013 йылдың 10 октябрендә бөтә донъяла аҙ тәьмин ителгәндәрҙең хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе «Global Fairness Initiative» халыҡ-ара ойошмаһы Халоненға профсоюздарҙы һәм эш биреүселәр ойошмаларын уның президентлығы осорондағы сәйәси процестарға йәлеп иткәне өсөн премия тапшыра.[21]

2013 йылдың ноябрендә Финляндияла WWF Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының административ советы рәйесе итеп һайлана һәм министрлыҡ вазифаһына тәғәйенләнеү менән бәйле был вазифаны ҡалдырған Пекку Хаавистоны алмаштыра[22].

2015 йылдың яҙында Гарвард[23] университетында халыҡ-ара сәйәсәт һәм тотороҡло үҫеш буйынса лекциялар уҡырға саҡырыла.

2015 йылдың мартында май айынан Тарья Халоненды Европала Атенеум художество музейын, Киасма хәҙерге заман сәнғәте музейын, Синебрюхов художество музейын һәм Үҙәк художество архивтарын берләштергән иң ҙур музей комплексы — Фин милли галереяһы идараһы рәйесе итеп тәғәйенләү тураһында иғлан ителә.[24]

Шәхси тормошо үҙгәртергә

 
Тарья Халонен ире Пентти Араярви менән Санкт-Петербургҡа сәфәре ваҡытында (2003)

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Беренсе ире Кари Пекконен[fi]
    • Ҡыҙы Анна Халонен[fi]; 1978 йылда тыуған, Хельсинки; Бөйөк Британиялағы Кент университетында халыҡ-ара сәйәсәтте өйрәнә, әлеге ваҡытта Хельсински университеты эргәһендә эшләгән Рәсәй һәм Көнсығыш Европаны өйрәнеү буйынса иң эре үҙәк — Александр институтында проект координаторы.
  • Икенсе ире Пентти Араярви. Рәсми никахы 2000 йылдың 26 авгусында (бергә йәшәүҙәренә 15 йыл үткәс) рәсмиләштерелә.

Мауығыуҙары үҙгәртергә

Йөҙөү, һынлы сәнғәт (графика, һынлы сәнғәт) менән мауыға.

2012 йылдың 4 авгусында экс-президент үҙенең Twitter блогында былай тип яҙа: «Бесәйһеҙ йәшәргә күнегәбеҙ»[25]. йылдан уларҙы ташлап китеүе тураһында белдерә. 2013 йылдың 17 ғинуарында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев Хельсенкиҙағы Рәсәй илсеһе Александр Румянцев аша Финляндияның экс-президентына Мегги ҡушаматлы бесәйҙе тапшыра[26].

Наградалары үҙгәртергә

 
Швед Серафимдар ордены кавалеры булараҡ Тарья Халонендың гербы

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Президент Халонендың сит илгә сәфәрҙәре

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p2249
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://www.eduskunta.fi/FI/kansanedustajat/Sivut/122.aspx
  4. Tarja Kaarina Halonen // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  5. Tarja Halonen // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  6. 6,0 6,1 Tarja Halonen (швед.)SLS.
  7. http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=3006
  8. https://julkaisut.valtioneuvosto.fi/bitstream/handle/10024/71924/Julk200605.pdf?sequence=3&isAllowed=y
  9. https://wikispooks.com/w/images/c/c3/Wef_2004.pdf
  10. 100 самых влиятельных женщин мира  (инг.), Forbes.com (19 August 2009). 26 март 2018 тикшерелгән.
  11. UD: офицер называл президента Халонен «коммунистом» // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 22 февраль 2011. (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2012)
  12. СТТ: Старший лейтенант, оскорбивший президента Халонен, ответит за свои слова перед судом // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 20 июнь 2011. (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2012)
  13. В Бригаде Кайнуу младшего офицера подозревают в оскорблении гомосексуалов, ведётся внутренняя проверка // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 23 июль 2012. (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2012)
  14. «Сто замечательных финнов»… (см. раздел Литература).
  15. Состоялась инаугурация нового президента Финляндии Саули Ниинистё // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 1 март 2012. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2012)
  16. Экс-президент Халонен будет заниматься вопросами сексуального здоровья во главе рабочей группы ООН // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 16 март 2012. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2012)
  17. Президент Халонен: «К женщинам-руководителям до сих пор относятся предвзято». YLE. Дата обращения: 24 октябрь 2016. Архивировано 25 октябрь 2016 года.
  18. Халонен: Роль женщин в демократизации стран велика // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 19 июль 2012. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2012)
  19. Президент Тарья Халонен назначена председателем правления компании, продвигающей устойчивое развитие // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 октябрь 2012. (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2012)
  20. Халонен встречается с высшим руководством России – «они мои друзья» // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 апрель 2013. (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2013)
  21. Экс-президент Халонен награждена за вклад в дело защиты прав меньшинств // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 10 октябрь 2013. (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2013)
  22. Экс-президент Халонен возглавит административный совет WWF в Финляндии // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 26 ноябрь 2013. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2013)
  23. Халонен будет преподавать в Гарварде // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 9 сентябрь 2014. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2014)
  24. Экс-президент Халонен станет председателем правления Национальной галереи // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 23 март 2015. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2015)
  25. Экс-президент Халонен потеряла и вторую кошку – умерла 18-летняя Ронтти // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 4 август 2012)
  26. Котёнка, подаренного Медведевым экс-президенту Халонен, вручили новой хозяйке // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 17 ғинуар 2013. (Тикшерелеү көнө: 30 август 2020)
  27. Указ Президента Российской Федерации от 29 ноября 2007 года № 1599 «О награждении медалью Пушкина иностранных граждан». Дата обращения: 8 июнь 2009. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2007 года.
  28. Указ Президента Украины № 900/2006 от 24 октября 2006 года «О награждении Т.Халонен орденом князя Ярослава Мудрого». Дата обращения: 20 август 2019. Архивировано 20 август 2019 года.
  29. Елбасы Финляндияның жоғары ордендерімен марапатталды. 2009-03-25. Дата обращения: 20 декабрь 2014. Архивировано 20 декабрь 2014 года.
  30. Par Atzinības krusta piešķiršanu. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 10 август 2020 года.
  31. DĖL SUOMIJOS RESPUBLIKOS PREZIDENTĖS J.E. TARJA HALONEN APDOVANOJIMO VYTAUTO DIDŽIOJO 1-OJO LAIPSNIO ORDINU. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 13 июль 2022 года.
  32. Vabariigi President. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 8 июнь 2022 года.
  33. Vabariigi President. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 15 июнь 2022 года.
  34. Reply to a parliamentary question about the Decoration of Honour 1923. Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано 22 май 2020 года.
  35. Источник. Дата обращения: 30 август 2020. Архивировано 30 август 2022 года.
  36. Источник. Дата обращения: 30 август 2020. Архивировано 8 ғинуар 2017 года.
  37. Источник. Дата обращения: 30 август 2020. Архивировано 6 май 2021 года.
  38. Slovak republic website, State honours {{{2}}}. : 1st Class received in 2005 (click on «Holders of the Order of the 1st Class White Double Cross» to see the holders' table)
  39. President of the Republic of Slovenia > Slovenian President on a state visit to Finland. Дата обращения: 29 август 2020. Архивировано 16 ноябрь 2021 года.
  40. A Magyar Érdemrend nagykeresztje a nyaklánccal és az arany sugaras csillaggal. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 11 ғинуар 2021 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Тарьи Халонендың рәсми сайты (.)
  • «Gallup» мәғлүмәттәре буйынса, Тарья Халонен — популярлыҡ буйынса Европа берләшмәһенең икенсе урынды биләгән лидеры.