Төхвәтуллин Фәтих Насир улы

(Фәтих Төхвәтуллин битенән йүнәлтелде)

Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (16 март 1894 йыл — 10 июль 1938 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа АБСР-ҙың эске эштәр һәм милләттәр буйынса халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фәтих Насир улы Төхвәтуллин
Флаг
Флаг
АБСР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары
22.2.1919 — 1.6.1920
 
Тыуған: 16 март 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Зәй улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Зәй районы) Сыбыҡлы ауылы
Үлгән: 10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (44 йәш)
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы
Партия: РСДРП (1915 йылдан)
Белеме: Мөхәмәҙиә

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтих Насир улы Төхвәтуллин 1894 йылдың 16 мартында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Зәй улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Зәй районы) Сыбыҡлы ауылында тыуған.

Ҡазандағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен, 1917 йылда Красноуфимск сәнәғәт училищеһын агроном һөнәре буйынса тамамлай[1].

1917 йылдан Красноуфимск ҡала думаһының һәм Красноуфимск өйәҙе йыйылышы рәйесе урынбаҫары вазифаһын үтәй. 1917 йылдың авгусында Өфөлә үткән II Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. 1917 йылдың көҙөндә Пермь губернаһы буйынса башҡорт-федералисттарының 9-сы һанлы исемлеге буйынса ошо губерна башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты итеп һайлана[2]. 1918 йылдың ғинуарында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты эшендә ҡатнаша[1].

1918 йылдың июнендә Һамар ҡалаһында Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч) ойошторола, унда Төхвәтуллин Комучҡа ағза итеп һайлана. 1918 йылдың 8—23 сентябрендә Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша[3].

1918 йылдың декабрендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1919 йылдың февралендә Темәс ауылында I Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша, бында Башревком ағзаһы итеп һайлана — АБСР‑ҙың эске эштәр һәм милләттәр халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта 1919 йылдың майынан Башревком вәкилдәре советы ағзаһы була, Туҡ-Соран һәм Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантондарында республиканың урындағы власть органдарын ойоштороуҙа, башҡорт ғәскәрҙәренә халыҡты мобилизациялауҙа ҡатнаша[3].

Башревком тарафынан 1919 йылдың 31 июлендә раҫланған «Башҡорт милицияһы тураһында положение» («Положение о башкирской милиции») документын төҙөй. 1919 йылдың сентябрь-октябрендә Петроградта ойошторолған Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөндә Башревкомдың махсус вәкиле була[1].

1920 йылдың ғинуарында Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе, ә шул уҡ йылдың февраль башында Башревком рәйесе Зәки Вәлидинең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ғинуар конфликтында ҡатнашыусыларҙың береһе. Һуңыраҡ РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетына ағза итеп һайлана, 1920 йылдың 9 апрелендә ойошторолған АБСР Конституцияһы төҙөү буйынса комиссия составына инә[2]. 1920 йылдың майында раҫланған «БАССР НКВД тураһында положение» («Положение о НКВД БАССР») документын төҙөүҙә ҡатнаша. Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ комиссариаты советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡандан һуң, 1920 йылдың июнендә башҡа Башревком ағзалары менән бергә Үҙәк властың сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, отставкаға китә[3].

Һуңыраҡ ҡулға алына һәм Ырымбур төрмәһенә ябып ҡуйыла, 1920 йылдың октябрендә Башҡортостандың хәлдәре хаҡында Сталиндың урынбаҫары Диманштейнға хат яҙа[4]. Артабан Мәскәүҙә һаҡ аҫтында була, 1920 йылдың декабрендә азат ителә. Сталиндың бойороғо буйынса, ҡабат Башҡортостанға эшкә ҡайтарыла, 1921 йылдың майынан Башҡорт АССР-ының игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, артабан «Башколхозсоюз» ойошмаһы рәйесе урынбаҫары вазифаларында эшләй[3].

1928 йылда «Башҡорт тарихына материалдар» («Материалы к истории башкир») тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара. 1931 йылдың октябрендә Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры итеп тәғәйенләнә. 1933 йылдан ебәк тәжрибә станцияһы директоры вазифаһын үтәй[3].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Материалы к истории башкир. — Уфа, 1928.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Ярмуллин А. Ш. Төхвәтуллин Фәтих Насир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 121, 167, 171. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 143—148. — 222 с.
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 275, 279. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • История башкирского народа  : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  • Мардамшин Р. Р. Башкирская чрезвычайная комиссия. — Уфа, 1999. — С.37-53.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 179.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 1. — Уфа, 2002. — С. 21, 28, 487, 579.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 2. — Уфа, 2003. — С. 205, 429.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 4. Ч. 1. — Уфа, 2008. — С. 286—292.

Һылтанмалар

үҙгәртергә