Фәйзуллин Рәшит Ғибаҙулла улы

Фәйзуллин Рәшит Ғибаҙулла улы (1 февраль 1930 йыл — 30 декабрь 1984 йыл) — нефтсе, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978), нефть сәнәғәте отличнигы (1974) һәм почетлы нефтсеһе (1973).

Фәйзуллин Рәшит Ғибаҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 30 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (54 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР дәүләт премияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит фәйзуллин 1930 йылдың 1 февралендә БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Йөрәктау‑Муҡшы ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Йөрәктау ауылында тыуған.

Эш урыны: 1947 йылдан башлап «Башзападнефтеразведка» тресының Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеүҙәр контораһында (Октябрьский ҡалаһы) эшләй. 1950 йылдан — 9-сы картировкалап быраулау партияһы быраулаусыһы, 1956 йылдан — «Башвостокнефтеразведка» тресының Бөрө геология-эҙләнеү партияһы быраулаусыһы, 1961 йылдан — скважиналарҙы һынап ҡарау операторы, 1964 йылдан — «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында (Нефтекама ҡалаһы) скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры.

Фәйзуллин Рәшит Ғибаҙулла улы Арлан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1963)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Ленин ордены (1975)
  • СССР Дәүләт премияһы (1978)
  • «СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн» алтын миҙалы (1979)

Һылтанмалар үҙгәртергә