Финогентов Валерий Николаевич

Финогентов Валерий Николаевич (5 июль 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1993 йыл), профессор (1994 йыл).

Биографияһы үҙгәртергә

Финогентов Валерий Николаевич 1953 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында тыуа. Урта мәктәпте тыуған ҡасабаһында тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына физика факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1975 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында физика теорияһы кафедраһының уҡытыусыһы булып эшләй. 1980 йылда Өфө сервис технология институтына уҡытырға күсә. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше — көнкүрештең (ваҡыт, мәңгелек, бер мәллек проблемаларының) темпораллеген тикшереү. Финогентов Валерий Николаевич — 50-нән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән 3 монография авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Время, бытие, человек. Уфа, 1992;
  • Социально-исторические регуляторы человеческих отношений // Духовность и культура. Алгоритмы культуры. Екатеринбург, 1994.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә