Филлис Уитни
Филлис Аямэ Уитни (ингл. Phillis Ayame Whitney; 9 сентябрь 1903 йыл, Иокогама — 8 февраль 2008 йыл, Фабер) — мөхәббәт, балалар тураһында һәм детектив романдары арҡаһында дан алған Америка яҙыусыһы, АҠШ-та күп миллионлы тираждар менән һатыла. Журналистар уны «Американың готика королеваһы» тип атай[8].
Филлис Уитни | |
ингл. Phyllis Whitney | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1903[1][3][4][…] |
Тыуған урыны | Иокогама, Япония |
Вафат булған көнө | 8 февраль 2008[2][1][3][…] (104 йәш) |
Вафат булған урыны | Фабер[d], Нельсон[d], Виргиния, Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | пневмония[6] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, балалар яҙыусыһы, романист |
Эш урыны | Чикагская публичная библиотека[d][7] |
Уҡыу йорто | McKinley High School[d][7] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | phyllisawhitney.com |
Филлис Уитни Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәФиллис Японияның Иокогама ҡалаһында тыуған, Айова штатында тыуған атаһы Чарльз Джозеф Уитни — экспорт компанияһы хеҙмәткәре. Әсәһе Мэри Лиллиан Мэндевилл Шотландиянан, әммә Кливлендта тыуған (Огайо штаты). Был уның икенсе никахы була.
Филлис Аямэ Уитни («аямэ» — япон һүҙенән «йәйғор» тигәнде аңлата) балерина булырға хыяллана. Үҫмер сағында уҡ яҙыша башлай. 1918 йылда Ҡытай ҡалаһы Ханкойҙа атаһы үлеп ҡалғас, ғаилә Сан-Францискоға (Калифорния штаты) күсеп килә. Ҡыҙ үҙенең бала сағын Японияла, Филиппинда һәм Ҡытайҙа үткәрә, шуға күрә Американы тәүге тапҡыр 15 йәшендә күрҙә. Ғаилә тәүҙә Сан-Франциско ҡалаһы ситендә — Берклиҙа йәшәй, ә тиҙҙән әсә менән ҡыҙ Сан-Антониоға (Техас штаты) күсеп килә, унда Филлис бейеү сәнғәтен үҙләштереүҙе дауам итә, Ҡыҙыл Тәре спектаклдәрендә ҡатнаша һәм бейеү дәрестәре бирә.
Әммә тиҙҙән яҙышыу теләге бейеүгә ынтылышты еңеп сыға һәм ул мәңгелеккә сәхнәне ҡалдыра. Сан-Антонио ҡалаһында 1920 йылда әсәһе вафат була һәм Филлис Чикагоға (Иллинойс штаты) инәһе эргәһенә күсеп китә, унда 1924 йылда урта мәктәпте тамамлай, һәм әҙәбиәт менән етди шөғөлләнә башлай. Уның тәүге хикәйәләре «Chicago News Daily» гәзитендә баҫылып сыға, бик тиҙҙән йөҙҙәрсә хикәйәһе башҡа периодик баҫмаларҙа баҫылып сыға. Был ваҡытта ул Чикаго асыҡ китапханаһының балалар бүлегендә һәм китап магазинында эшләй. 1925 йылда ул Джордж Гармерға кейәүгә сыға, 1934 йылда уның менән никахынан ҡыҙы Джорджия тыуа.
1941 йылда «Houghton Mifflin» нәшриәтендә уның беренсе романы — үҫмерҙәр өсөн «Место для Энн» китабы, ә ике йылдан һуң «Ziff-Davis Publishing Company» нәшриәтендә беренсе «өлкән» «Красный — для убийства» романы баҫылып сыға. 1942—1946 йылдарҙа Филлис Уитни балалар китабы мөхәррире булып эшләй. 1945 йылда Төньяҡ-Көнбайыш университетында, ә 1947—1958 йылдарҙа Нью-Йорк университетнда балалар әҙәбиәте курсын уҡыта.
1950 йылда, уның яҙыусылыҡ эшен хупламаған тәүге ире менән айырылышҡандан һуң, ул икенсе тапҡыр Лоуэлл Янкаға кейәүгә сыға. 1960 йылда уның иҫәбендә инде баҫылып сыҡҡан 25 китабы була. Ул китап артынан китап баҫтырып сығарыуын дауам итә, детектив әҫәбиәте өсөн юғары Америка наградаһы — Эдгар Алан По премияһы лауреаты була. 1960 йылдар уртаһында уның китаптары сит ил телдәренә тәржемә ителә, исеме Мэри Стюарт һәм Виктория Холт кеүек популяр яҙыусылар менән бергә телгә алына башлай.
20 йыл дауамында Филлис Уитни Нью-Йоркта йәшәй. Аҙаҡ ире менән башта Сассексҡа, Хоуп ҡаласығына (Нью-Джерси штаты) йәшәргә күсә.
Үҙ ғүмерендә яҙыусы 75-тән ашыу китап яҙа, уларҙа детектив һәм мөхәббәт сюжеттары үҙ-ара тығыҙ үрелеп бара, уларҙа үҫмерҙәр хәйләкәр серҙәр аса, һәм уларҙа һәр ваҡыт изгелек яуызлыҡты еңеп сыға. Һуңғы ике йылда романсы автобиографияһы өҫтөндә эшләй.
Филлис Уитни Фабер ҡалаһында (Вирджиния штаты) 104 йәшендә пневмониянан вафат була[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- 1961 — Эдгар Аллан По (Edgar Allen Poe Award) премияһы, «балалар өсөн йылдың иң яҡшы детективы» категорияһында «Тайна завсегдатая бассейна» романы өсөн
- 1962 — Эдгар Аллан По (Edgar Allen Poe Award) премияһына номинация, «балалар өсөн йылдың иң яҡшы детективы» категорияһында «Секрет глаза тигра» романы өсөн
- 1964 — Эдгар Аллан По (Edgar Allen Poe Award) премияһы, «балалар өсөн йылдың иң яҡшы детективы» категорияһында «Тайна скрытой руки» романы өсөн
- 1964 — Оклахома штатының «Секвойя» (Sequoyah Award) премияһы, «Тайна скрытой руки» романы өсөн
- 1971 — Эдгар Аллан По премияһына номинация (Edgar Allen Poe Award), «балалар өсөн йылдың иң яҡшы детективы» категорияһында «Секрет недостающего следа» романы өсөн
- 1974 — Эдгар Аллан По премияһына номинация (Edgar Allen Poe Award), «балалар өсөн йылдың иң яҡшы детективы» категорияһында «Тайна сердящегося мальчика» романы өсөн
- 1975 — MWA (Mystery Writers of America) ассоциацияһы президенты
- 1988 — MWA (Mystery Writers of America) ассоциацияһы грандмастеры
- 1989 — « Malice Domestic» йәмғиәтенең «Агата» премияһы, жанр алдындағы ҡаҙаныштары өсөн
- 1995 — SMA (Society of Midland Authors) йәмғиәтенән ҡаҙаныштары өсөн премия
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #128166118 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Phyllis Ayame Whitney // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Phyllis A. Whitney // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Leimbach D. Phyllis A. Whitney, Author, Dies at 104 (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 2008. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ https://www.nytimes.com/2008/02/09/books/09whitney.html
- ↑ 7,0 7,1 The New York Times (ингл.) / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1851. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ Биография и книги автора Уитни Филлис .
- ↑ Obituary: Phyllis Whitney (ингл.) (15 февраль 2008).