Фидиә (ғәр. فدية — түләү‎) — ураҙа тотмаған өсөн түләнә торған зәкәт.

Фидиә
Өлөшләтә тура килә Кәффара
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

  Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә — моғайын, һеҙ Аллаһынан ҡурҡыусы булырһығыҙ! Һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул уаҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә — фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидийә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ!
 

Фидиә түләү сәбәптәре

үҙгәртергә
 
Мәсеттә ауыҙ асыу — ифтар

Ураҙа — мосолман өсөн фарыз ғәмәл, һәм уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта йә аҙаҡтан көнөнә-көн тотоп ҡаза ҡылына йәки фидиә саҙаҡаһы түләнә

Рамаҙан айында кеше алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин:

  • Беренсеһе — сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла.
  • Икенсе сәбәбе — алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән — ураҙаны боҙорға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында кеше йыраҡ юлға сыҡҡанда ураҙа тотоуы ауыр була икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм Рамаҙан айы үткәс көнөнә-көн тотоп ҡуя — ҡаза ҡыла.
  • Мосолман ҡатын (мөслимә) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя.
  • Ҡартлығы арҡаһында ураҙа тота алмаған кеше фиҙиә саҙаҡаһы түләй, ураҙаһын ҡаза ҡылмай.
  • Үлем сигенә етеп сарсау йәки асығыу арҡаһында ураҙаһын өҙөргә мәжбүр булыу. Был осраҡта һыуһынды йә асығыуҙы баҫырлыҡ ҡына ашап алырға ла, башҡаса ашамаҫҡа. Был көн өсөн фиҙиә түләнмәй, башҡа ваҡытта көнөнә-көн ураҙа тотоп ҡаза ҡылына.
  • Ныҡ ауыр эш арҡаһында ашарға кәрәк булыу. Фиҙиә түләнмәй, көнөнә-көн ҡаза ҡылына[1].

Әгәр кеше үтмәй торған дауамлы ауырыу икән, йә ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал.

Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була[2][3].

Зәкәт бирелә торған кешеләр

үҙгәртергә

Зәкәтте тик мохтаждарға ғына бирергә ярай, ошо төр төркөмдәргә бирергә мөмкин:

  • Фәҡирҙәр — бер мөлкәте лә булмаған, мохтаж кешеләр.
  • Мөлкәтһеҙҙәр — был төркөм дә фәҡир кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
  • Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше, мәсет.
  • Дин юлында дәғүәт алып барған, Исламға һөйөү уятырға тырышҡан кешеләргә.
  • Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу маҡсаты менән һатып алыусыға.
  • Бурыстан сыға алмаусыларға: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн (кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа алған осраҡта.
  • Йыһатта (Аллаһ ҡушҡанды үтәп, мәҫ. Ватан өсөн) һуғыш алып барғандарға, хажға барырға йыйыныусыларға, дини уҡыу йорттарында уҡыған студенттарға.
  • Мосафирҙарға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмаған юлсыларға.

Үлгән кеше фидиәһе

үҙгәртергә

Хәл өҫтөндә ятҡан кешенең ураҙа тота алмаған көндәрен иҫәпкә ала барырға кәрәк, ул үлгәндән һуң вариҫтары уның мираҫынан фидиә түләй. Балалары уның исеменән үҙ аҡсаларынан да түләй ала[4].

Имам әт-Тирмизинең хәҙистәр йыйынтығында Ибн Ғүмәр һүҙҙәре килтерелә: «Кемдер донъя ҡуйып, ураҙа бурысы ҡалһа, уның урынына ҡалдырылған ураҙаның көнө һайын бер фәҡирҙе ашатһындар»[5].

фидиә башҡорттарҙа

Башҡорттар, мосолман булараҡ, был мәсьәләгә бик яуаплы ҡарағандар, тәҡүәлек көслө булған. Мәжит Ғафури әҫәренән: «Беҙҙең аҡтыҡ бейәне фидиәгә биреү тураһында һөйләштеләр»[6].

Ауыҙ асыуға саҡырышыу

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр. Йәғни, ауыҙ асырға саҡырышыу — фидиәнең бер төрө.

Бер көн дә ураҙа тота алмаған кеше йәки 60 кешене ауыҙ астыра, йәки 30 кешене ифтар ашатып, сәхәргә етерлек ризыҡ бирә. Ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шундай хәҙисе бар:

«Кем ураҙа тотҡан кешене ашатһа, шуға ураҙа сауабы булыр, ураҙа тотҡан кешенең сауабы ла кәмемәҫ» (Әхмәт ән-Нәсәи тапшырған хәҙис)

[7]

Ауыҙ асырға йыйылышыу — ифтар табындары йәмәғәтте яҡынайта, йәнле аралашырға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта айыҡ табындар булыуы менән дә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Рамаҙан айында ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. «Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер», — тиелгән хәҙистә.

Шулай уҡ: «Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр», — тип әйтелгән. «Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр бәғзе берәүҙең ураҙа тотҡан кешенән ауыҙ астырыу өсөн ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?» — тип һораған сәхәбәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. Пәйғәм­бәребеҙ иһә шулай яуаплаған: «Бер йотом һөт, уныһы ла булмаһа, уртлам һыу бирһен».

Ауыҙҙы тоҙ менән асырға мөмкин. Шулай ҙа һыу ҡулланыу яҡшыраҡ һанала. Емеш, айырыуса хөрмә менән асыу ҙа һәйбәт[8]

.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Сборники хадисов аль-Бухари и Муслима.
  2. Абу Дауд 1609, Ибн Маджа 1827, ад-Даракутни 2/138.
  3. ад- Даракутни 2/141, аль-Байхаки 4/161.
  4. Абу Нуайм 3/262, аль-Байхаки 4/167.
  5. аль-Бухари Сахих 1506.
  6. аль-Бухари Сахих 1510.
  7. аль-Бухари Сахих 1503.
  • Важность закята в Исламе — Al-Iman.ru
  • Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 6 случаев, когда разрешено не соблюдать пост
  2. Кому и когда выплачивается фидья-садака? [1].
  3. Закят — это доля Всевышнего Аллаха Блог — MuslimClub.ru
  4. Аль-Буты Р. Ма‘а ан-нас. Машурат ва фатава. С. 44.
  5. Хадис от ‘Аиши; св. х. аль-Бухари, Муслима, Ахмада и Абу Дауда
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге, 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 512-се бит
  7. Накормить постящегося — получить большое воздаяние [2].
  8. Бер уртлам һыу ҙа етә(недоступная ссылка)