Фекерләшеү:Төрөк әҙәбиәте

Һуңғы хәбәр: 4 года назад элек Шәһәрбаныу яҙған

Шәһәрбаныу, элегерәк эшләнгән Төркиә әҙәбиәте бар: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D0%BA%D0%B8%D3%99_%D3%99%D2%99%D3%99%D0%B1%D0%B8%D3%99%D1%82%D0%B5

Был шуның менән ҡабатланмаймы ул? Элек Азия айлыҡтарында ла, былай ҙа Төркиә буйынса күп кенә мәҡәлә эшләгәйнем. Бер үк нәмә ҡабатланмаһын ине. Alfiya55 (әңгәмә) 09:50, 4 ғинуар 2020 (UTC)Яуап бирергә

  • Ҡабатламаҫҡа тырышырмын. Һеҙ "Төркиә әҙәбиәте" эшләгәнһегеҙ, ә был "Төрөк әҙәбиәте" (халыҡ әҙәбиәте). Был тема таныш булһа, беләһегеҙҙер,бынан тыш диуан әҙәбиәте, суфыйҙар әҙәбиәте, милли әҙәбиәт( төрөк телендәге) әҙәбиәт тигән төшөнсәләр ҙә бар уларҙа. Ҡалғандары ғәрәп, фарсы, сәлжүк телендә һ.б., быныһы ябай халыҡ ижады тип аңларға кәрәк. Минең теманы ары эшләп ултырырға әлегә ваҡытым юҡ, ә Төркиә таблицаһында тема күгәрмәгән ине, мин тик күгәрмәгәндәрен генә эшләнем. Мин уны инглиз мәҡәләһенә таянып эшләп ҡуйырға тип торам. Миңә ниҙер кәрәк булғанға эшләмәйем. Беҙ эшләмәһәк,оят булыртип эшләп ҡуйҙым. Һеҙҙекенә теймәйем. --Шәһәрбаныу (әңгәмә) 11:42, 4 ғинуар 2020 (UTC)Яуап бирергә
  • Төрөк халыҡ әҙәбиәте тигәндә анығыраҡ булыр ине, инглиздәр ҙә, төрөктәр үҙҙәре лә, башҡалар ҙа шул һүҙҙе ҡыҫтырған. Төрөк әҙәбиәте генә тиһәк, фольклор күҙҙә тотолоуы беленмәй. Alfiya55 (әңгәмә) 13:04, 4 ғинуар 2020 (UTC)Яуап бирергә
  • Эйе, мин дә ни эшләргә тип уйлап ултырҙым башта. Таблицала ниндәй исем тора шулай яҙып торҙом. Төрөктәргә ҡыйын булмаһын, үҙ ҡәүме шундай актив була тороп та бер ни яҙмағандар тиерҙәр ине. Әле бөтөнләй ваҡытым юҡ, әҙерәк иркенәйгәс, бөтә яҙылған материалды руссаһы булмаһа, башҡа телдәрҙән ҡарап, төрөк телендәгеһен дә кире эшләп сығырмын тигәйнем.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 14:31, 4 ғинуар 2020 (UTC)Яуап бирергә
«Төрөк әҙәбиәте» битенә кире ҡайтырға.