Фекерләшеү:Нәсихәттәр

Һуңғы хәбәр: 2 года назад элек Sherbn яҙған

Ҡатнашыусы:Sherbn мәҡәләлә икенсел сығанаҡҡа һылтанмалар кәрәк. Әгәр икенсел сығанаҡҡа нигеҙләнеү булмаһа, мәҡәлә оригинал тикшереү тип баһалана. Әле ҡалыпты ҡуйып торҙом, һылтанмалар булһа, алып ташларбыҙ. Быға тиклем башҡа хеҙмәттәр буйынса яҙған мәҡәләләрегеҙҙе лә тикшереп сығығыҙ, әле уларға ҡалып ҡуйманым. Һорауҙар, аңлашымаған урындар булһа - яҙығыҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:47, 27 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә

  • Рәхмәт,ҙур эш башлағанһығыҙ.Был эш беҙгә бик кәрәк ине урынына шулмы ярҙамығыҙ? Был мәҡәләләр бер минеке генә түгел, уларҙы яҙып, мин үҙем өсөн әллә ниндәй бол да эшләмәйем. уларҙы мең этлек менән яҙып ултырам. Материал өҫтәп ебәрһәгеҙ, бына булыр ине дөйөм эш. Оялмаһағыҙ, алып ташлатып ҡарағыҙ.--Sherbn (әңгәмә) 10:55, 27 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Ваҡыт дөрөҫ түгел икән, дөрөҫләп ҡуйығыҙ.Мин бит Һеҙҙең кеүек биш йыл башҡорт телен уҠыманым.--Sherbn (әңгәмә) 10:57, 27 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
    • Ваҡыт дөрөҫ түгел - был ҡалыпҡа ҡағыла, мәҡәләгә түгел. Ниңә шунда уҡ "на штыки" ҡабул итәһегеҙ ул? Мин бит алып ташлатырға тимәйем, мәҡәләлә ОРИСС булмаһын өсөн нисек эшләргә кәрәклеген бергәләп, кәңәшләшеп хәл итергә теләйем. Бер мәҡәлә нигеҙендә башҡалар ҙа өйрәнеп ҡалһын, тип. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:05, 27 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Sherbn, маладис! Еңел булмаған эшкә тотонғанһың. Йәй көнө, музей фондына яҡынайыу мөмкинлегенән файҙаланып (Өфө ҡалаһындағы Мәжит Ғафури йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем), Мәжит Ғафуриҙың мәктәп программаһында өйрәнелгән әҫәрҙәре тураһында яҙҙым. Уны, күҙгә элер микән берәйһе тип, "Башҡорттар" конкурсы исемлегенә лә ҡуйҙым. Булмағанды булдырып яҙҙым, һәм Мәжит Ғафури - Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры. Юҡ инде юҡ, күрмәмеш булдылар. Ыңғай баһа биреп, билдәләп үтеүсе булманы. Ғәҙәти рәхмәт һүҙе ишетке килә ине Akkashka (әңгәмә) 19:47, 21 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Akkashka, мин Башҡорт википедияһында «Фәнни әҙәбиәт», «Фәнни-популяр әҙәбиәт» һ.б. тигән бүлектәр булһын тигәйнем. Шул эшкә өйрәнер өсөн урыҫтарҙың Научпоп конкурсы аҙағында булһа ла ҡатнаштым, призлы урынға ике генә балл етмәне. Унда ла алып ташларға тип йөҙәткән кеше булды, ә жюри шул мәҡәләләргә иң ҙур балдар ҡуйған, кеше күпләп уҡый. Береһен ике меңгә яҡын кеше уҡыған да инде. Тимәк, улар кәрәк. Оҫтамын тимәйем. Әлегә материал эҙләү, уны уҡыу, нисектер аңлап, мәҡәлә итеп яҙыу өсөн ваҡыт күп үтә. Бер нисә кешенән һорап ҡараным, ниндәй китаптар, яҙмалар бар, халыҡҡа еткерәйек тип, өйрәтеп ебәреүсе әлегә табылманы (викиҙан да ситтә). Бергә эшләйек был эште. --Sherbn (әңгәмә) 02:15, 28 декабрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
«Нәсихәттәр» битенә кире ҡайтырға.