Фекерләшеү:Йылдам үҫеш биләмәһе

Һуңғы хәбәр: 4 года назад элек З. ӘЙЛЕ яҙған
  • Айсар йылдам түгел, уҙымлы үҫеш. Был тема буйынса күп эшләнем, тәржемәһе «уҙымлы үҫеш» тип алына. «Башҡортостан» гәзите лә шулай алғайны. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:01, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
    • Мәғәнә яғынан ҡарағанда «йылдам» матурыраҡ та, тулыраҡ та түгелме ни? Хәҙер донъя шулай китте бит: һүҙлектәге тәүге тәржемәне алалар ҙа - вәссәләм. Гәзиттәрҙең нисек яҙыуы - һуңғы инстанция түгел әле: урыҫсалағы «Башкирские дворики» тигәнде, ташҡа үлсәйем, «Башҡорт ихаталары» тип бирәгеҙ бит, улай булғас, ҡайҙа урыҫ, татар, мари һ. б. ихаталар. Бында ла «уҙымлы» тигәндең мәғәнәһе ниҙән ғибәрәт һуң? Кем кемде йә иһә нимә нимәне уҙа? --Айсар (әңгәмә) 04:35, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
    • Быныһы бөтөнләй «барып етмәне»: «йылдам» һүҙе рәсмилектән мәхрүмме ни? Минеңсә нәҡ «уҙымлы» тигәнгә рәсмилек яһалма тағыла түгелме? Кем һәм ниндәй мәғәнәлә ҡуллана һуң ул «уҙымлы» һүҙен? --Айсар (әңгәмә) 05:00, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
  • Айсар хат итеп яҙҙым :) --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:12, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
    • Бында ла һал хатыңды. Беҙҙең дә беләһе килә: ҡайҙа һәм кем "Территория опережающего роста" төшөнсәһен "Уҙымлы үҫеш биләмәһе" итеп рәсмиләштергән? Терминология комиссия ҡарары ғына "рәсмиләштереү" булып иҫәпләнә ала был осраҡта. Гәзиттә яҙып сығыу - рәсмиләштереү кимәленә барып етмәй. "Даими ҡулланыу" кимәле генә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:48, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
      • Рөстәм Нурыев Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001). Машинный фондтан ҡарарға була. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа оҙаҡ йылдар ҡануниәт өлкәһендәге терминдарҙы һәм ҡануниәтте тәржемә иткән белгестәр төҙөгән --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:04, 29 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә
«Йылдам үҫеш биләмәһе» битенә кире ҡайтырға.