Франсеск Фабрегас Суле (исп. Francesc Fàbregas Soler, испанса: [ˈfaβɾeɣas]; кат. Francesс Fabregas i Soler, каталанса: [ˈfaβɾəɣəs]; 4 май 1987 йыл, Ареньс-де-Мар, Каталония, Испания), Сеск Фабрегас булараҡ билдәле — испан футболсыһы, Францияның «Монако» клубы ярымһаҡсыһы. Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Донъя чемпионы (2010), ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012).

Футбол
Футбол
Фабрегас Сеск
Информация
Тулы исеме Франсеск Фабрегас Инсуле
Тыуа 4 май 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][3] (36 йәш)
Ареньс-де-Мар, Испания
Гражданлығы
Буйы 179[4] см
Ауырлығы 76[4] кг
Клубы
Клубы Франция флагы Монако
Карьера
Йәштәр клубтары
1995—1997 Испания Матаро[en]
1997—2003 Испания Барселона
2003 Англия флагы Арсенал

Клуб карьераһы*
2003—2011 Англия флагы Арсенал 212 (35)
2011—2014 Испания Барселона 96 (28)
2014—2019 Англия флагы Челси 138 (15)
2019—х. в. Франция флагы Монако 29 (1)
Йыйылма командаһы**
2002—2003 Испания Испания (до 16) 8 (0)
2003—2004 Испания Испания (17 йәшкә тиклем) 14 (7)
2005 Испания Испания (20 йәшкә тиклем) 5 (0)
2004—2005 Испания Испания (21 йәшкә тиклем) 12 (8)
2006—2016 Испания Испания 110 (15)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын КАР 2010
Конфедерациялар кубогы
Бронза КАР 2009
Көмөш Бразилия 2013
Европа чемпионаттары
Алтын Австрия/Швейцария 2008
Алтын Польша/Украина 2012

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Иртә йылдары үҙгәртергә

Франсеск Фабрегас 1987 йылдың 4 майында Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Ареньс-де-Мар каталон ҡалаһында тыуа. Сесктың беренсе клубы «Матаро» була, әммә 10 йәшендә уны «Барселона» скауттары күреп ҡала һәм ул Испания гранды академияһына күсә.

Бында Фабрегас терәк ярымһаҡсыһы позицияһын биләй, үҙ ваҡытында был урында уның кумиры — Хосеп Гвардиола уйнаған була. Шулай уҡ уның менән бергә командала буласаҡ йондоҙҙар — Лионель Месси һәм Жерар Пике уйнай. Уңыштары булыуға ҡарамаҫтан (Фабрегас, терәк ярымһаҡсыһы позицияһында уйнаһа ла, ҡайһы бер ваҡыт йәштәр командаһы өсөн бер миҙгелдә 30-ҙан ашыу гол индерә), Сесктың «Барселона»ғы перспективаһы томанлы була, уны ҡасан беренсе командаға сығарырҙарын берәү ҙә белмәй[5]. Шуға күрә Арсен Венгерға Фабрегасты «Арсенал»ға күсергә инандырыу ҡыйын булмай — уға команданың төп составында уйнай вәғәҙә ителә.

Клуб карьераһы үҙгәртергә

«Арсенал» үҙгәртергә

 
«Тоттэнхема» командаһына ҡаршы уйында

2003 йылдың йәйендә Фабрегас «Арсенал» академияһына күсә. Уның командаһына компенсация сифатында Джованни в Бронкхорст һәм 700 мең фунт күсә. Әлбиттә, Венгер шунда уҡ, үҙ вәғәҙәһен үтәй алмай, Сеск бындай кимәлдә сығыш яһарға әҙер булмай. Әммә Фабрегас Футбол лигаһы кубогында уйнау мөмкинлеге ала. 2003 йылдың 23 октябрендә Сеск «Арсенал» өсөн «Ротерем Юнайтед»ҡа ҡаршы дебют уйынын уйнай, ул ваҡытта «канонирҙар» тарихында иң йәш дебютант була. Бер ни тиклем һуңыраҡ ул төп составта беренсе голын индерә. Был «Вулверхэмптон Уондерерс» менән матчта тормошҡа аша һәм уйын «Арсенал» файҙаһына 5:1 иҫәбенә таммалана.

Әммә бер йылдан һуң 2004/05 йылдар миҙгелендә Фабрегас бөтә турнирҙарҙа ла "Арсенал"дың беренсе командаһында сыға. Быға үҙәк ярымһаҡсыларҙың йәрәхәтләнеүе булышлыҡ итә. Патрик Виейра миҙгел башында бер нисә матчты үткәреп ебәрә, һуңынан Жилберту Силва миҙгел аҙағына тиклем кйнамай тиерлек. 2004 йылдың сентябрендә Сеск үҙенең беренсе профессиональ контрактына ҡул ҡуя. 7 декабрҙә ул УЕФА чемпиондары лигаһында үҙенең тәүге голын индерә. Сағыу миҙгелен Сеск юғары нотала тамамлай: Англия Кубогы финалында төп составҡа эләгә һәм команда уйынды пенальти серияһында еңеү менән тамамлай.

«Арсенал» командаһынан капитан, француз Патрик Виейра «Ювентусҡа» киткәндән һуң, Фабрегас төп үҙәк ярымһаҡсы була, ә Вильям Галлас Арсен Венгер менән низағлашҡандан һуң, 2008 йылда капитан бәйләүесен ала һәм клуб тарихында иң йәш капитан була. Был ваҡытта Фабрегас команда лидеры була, өс тапҡыр "Арсенал"дың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Испан өсөн 2009/2010 йылдар миҙгеле иң уңышлыһы була, ул чемпионатының иң яҡшы бомбардирҙары исемлегенә инә, ә иң яҡшы ассистенттар исемлегендә ике ассистҡа күберәк эшләгән Лэмпард Фрэнк ғына ҡалыша.

«Барселона» үҙгәртергә

Сеск "Арсенал"да асыла башлағас, Испанияның киң мәғлүмәт саралары уның каталон клубына күсеүе тураһында хәбәр итә башлай. Параллель рәүештә «Барселона» уйынсылары киң мәғлүмәт саралары аша уны даими үҙәренә саҡыра. Һәр трансфер тәҙрәһе асылыу менән матбуғатта, Сеск китергә булған, тигән имеш-мимештәр йышыя, әммә шунда уҡ был хәбәр кире ҡағыла. Сесктың 2010 йылдың майындағы белдереүе ҙур шау-шыу тыуҙыра. Ул, "Арсенал"ды ҡалдырып китеү тураһында ҡара итмәүе, әммә ҡасан да булһа "Барселона"ла уйнау тураһында хыялланыуын һәм Лондондан бары тик каталондар хаҡына ғына китәсәген белдерә[6]. Быға тиклем «Арсенал», Фабрегасты һатыу буйынса бер ниндәй һөйләшеүҙәр ҙә алып бармаясағын белдереүгә ҡарамаҫтан, «Барселона» 2010 йылдың йәйендә уға рәсми тәҡдим яһай. Тәҡдим шунда уҡ кире ҡағыла[7]. Һуңыраҡ «Барселона» тәҡдим иткән сумманы һиҙелерлек арттыра, әммә был да һөҙөмтә бирмәй . «Барселона» вәкилодәре матбуғат аша Сескҡа клуб уны һатһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә мөрәжәғәт итә. Венгер һәр саҡ, Сеск команданың төп уйынсыһы булып тора, шуға күрә уны һатырға планлаштырмауын белдерә. 2011 йылдың йәйендә хәл киҫкен нөктәһенә етә. Сеск каталон клубына ҡушылыу теләген кире ҡаҡмай. Әммә һөйләшеүҙәр оҙайлы һәм ауыр бара — «Барселона» испандар үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһе тип атаған уйынсы өсөн ҙур аҡса түләргә теләмәй. 14 августа "Арсенал"дың рәсми сайтында Сесктың каталон клубына күсеүе тураһында килешеүгә өлгәшелеүе хәбәр ителә[8][9][10].

2011 йылдың 17 авгусында Сеска Эль-Класикола Испания суперкубогы сиктәрендәге яуап матчында «Барселона»өсөн дебют уйыны уйнай[11][12][13]. Фабрегаста уйынды тупаҫ боҙоу матчта командалар уйынсылары һәм тренерҙары араһында һуғыш сығыуға сәбәп була.

2011 йылдың 26 авгусында УЕФА Суперкубогында (2:0 иәҫбе менән еңәләр) «Порту» менән уйында Сеск «Барселона» өсөн тәүге гол индерә. Фабрегас яңы коллективҡа бик тиҙ инеп китә, клубтың билдәле уйынсыларының береһе булып таныла, ләкин уның сығышы, Англиялағы менән сағыштырғанда, үҙгәрә. Әгәр "Арсенал"да ул лидер булһа, каталон клубында уға лидерҙарының береһе булырға, йыш ҡына тәжрибәле һәм абруйлы партнерҙарҙың (Лионель Месси, Хави һәм Андрес Иньеста) күләгәһендә ҡалырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан тәүге миҙгелдән уҡ «Барселона» (тренеры Фабрегастың кумиры Гвардиола була) Сеск өс трофей яулауға өлгәшә. Киләһе ике миҙгел дауамында Фабрегас, каталондарҙың төп уйынсыһы булараҡ, уйын майҙанына даими сыға һәм үҙенең трофейҙар коллекцияһын Испания чемпионы титулы менән байыта.

«Челси» үҙгәртергә

2014 йылдың йәйендә Фабрегас биш йылға конртакт төҙөп, «Челси» клубына күсә[14]. Быға уңышһыҙ миҙгел сәбәп була, «Барселона» яңы трофейҙар яуламай, шулай уҡ Сеск үҙе Англияға ҡайтырға теләй. "Челси"лағы беренсе миҙгел Фабрегастың карьераһында иң уңышлыларҙың береһе була: Премьер-лигала ғына ярымһаҡсы 18 һөҙөмтәле пас биреп, чемпионаттың иң яҡшы ассистенты тип таныла, ә «пенсионерҙар» биш йылда тәүге тапҡыр чемпион титулын я һәм бер ыңғай Лига кубогын яулай. Киләһе миҙгел «Челси» өсөн уңышһыҙ тамамлана (чемпионатта команда 10-сы ғына урын биләй).

«Челси»ға тренер булып Конте Антонио килгәс Фабрегас старт составы уйынсыһы булыуҙан туҡтай, әммә команда уйындарында роле бик юғары булыуын дауам итә: бик йыш Сеск «джокер» ролендә сыға, йәғни майҙанға уйын барышында индерелә һәм матч барышында гол индереп йәки һөҙөмтәле пас биреп өлгөрә. Ошо ваҡыт эсендә Испания ярымһаҡсыһының трофейҙар коллекцияһы Премьер лига чемпионы титулы, шулай уҡ Англия Кубогы менән тулылана. Шулай уҡ Фабрегас Англия Премьер-лигаһы тарихында алты миҙгел дауамында ундан ашыу һөҙөмтәле пас биргән беренсе уйынсы була. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Фабрегас старт составы уйынсыһы булып тора, «Челси» менән Англия Кубогын яулай. Премьер-лигала испанлы иҫәбенә 2 гол яҙыла. Әммә команданан Конте киткәс, Фабрегас бөтөнләй төп составтан төшөп ҡала һәм футболсының команданан китеүе тураһындағы имеш-мимеш тыуҙыра[15].

«Монако» үҙгәртергә

2019 йылдың 11 ғинуарында «Монако» клубы үҙенең рәсми сайтында Фабрегас менән өс йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыу тураһында иғлан итә, контракт шарттары сер итеп һаҡлана[16]. «Тулуза» командаһына ҡаршы уйында Сеск яңы клуб өсөн беренсе — еңеү тубын индерә йәш һәм .

Йыйылма командалағы карьераһы үҙгәртергә

2006 йылдан Испания йыйылма командаһы өсөн уйнай, 2006 йылда Донъя чемпионатында ҡатнаша. Донъя чемпионаттарында Испания йыйылма командаһы өсөн уйнаған иң йәш футболсы була — 19 йәш һәм 41 көн (уйын 14 июндә Украина командаһы менән үтә). 2008 йылда йыйылма команда менән Европа чемпионы була. Донъя чемпионаты (2010) еңеүсеһе. 2010 йылдың 11 июлендә Донъя чемпионатының финалында- 116-сы минутта Андрес Иньестаға һөҙөмтәле пас бирә. Ике йылдан Испания йыйылма командаһы тағы ла Европа чемпионы була. Фабрегас ике туп индереп турнирҙың символик йыйылма командаһына инә. Милли йыйылма команда тарихында һөҙөмтәле пас биреү буйынса Сеск лидер булып тора (31), Давид Сильва һәм Хави уның артынан килә(27).

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Командала үҙгәртергә

«Арсенал»

  • Англия кубогы эйәһе: 2004/05
  • Англия Суперкубогы эйәһе: 2004

«Барселона»

  • Испания чемпионы: 2012/13
  • Испания кубогы эйәһе: 2011/12
  • Испания Суперкубогы эйәһе (2): 2011, 2013
  • УЕФА Суперкубогы эйәһе: 2011
  • Донъяның клуб чемпионаты еңеүсеһе : 2011

«Челси»

  • Англия чемпионы (2): 2014/15, 2016/17
  • Англия кубогы эйәһе: 2017/18
  • Футбол лигаһы кубогы эйәһе: 2014/15
  • УЕФА-ның Европа лигаһы еңеүсеһе: 2018/19

Испания йыйылма командаһы

  • Донъя чемпионы: 2010
  • Европа чемпионы (2): 2008, 2012

Шәхси үҙгәртергә

  • «Браво» трофейы эйәһе: 2006
  • «Golden Boy» трофейҙы эйәһе: 2006
  • УЕФА версияһы буйынса йыл командаһы (2): 2006, 2008
  • "Арсенал"дың Йыл уйынсыһы (3): 2007, 2008, 2010
  • АПЛ версияһы буйынса ай уйынсыһы(2): Ғинуар 2007, Сентябрь 2007
  • ЕСМАверсияһы буйынса йыл командаһы (2): 2008, 2010
  • ПФА версияһы буйынса йылдың йәш уйынсыһы: 2008
  • ПФА версияһы буйынса йыл командаһы (2): 2008, 2010
  • УЕФА версияһы буйынса Европа символик йыйылма командаһы (2): 2008, 2012
  • Англия Премьер лигаһының иң яҡшы ассистенты: 2015
  • Испания йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы ассистент: 31 һөҙөмтәле пас

Шәхси тормошо үҙгәртергә

2012 йылдан Фабрегас Даниэлла Семаан (04.06.1975) менән осраша башлай. Өс балалары бар: Лия (10.04.2013), Капри (10.07.2015) һәм Леонардо (04.04.2017). Шулай уҡ Семаандың Эли Тактук менән тәүге никахынан 18 йәшлек ҡыҙы Мария һәм 13 йәшлек улы Джозеф бар. 2018 йылда Фабрегас Семаанға өйләнә.

Сығыштар статистикаһы үҙгәртергә

Клуб статистикаһы үҙгәртергә

2019 йылдың 23 декабренә ҡарата[17].

Сығыш Лига Ил кубогы Лига кубогы Еврокубоктар Башҡалар[18] Итого
Клуб Лига Миҙгел Уйындар Голдар Уйындар Голдр Уйындар Голдар Игры Голы Уйындар Голдар Уйындар Голдар
  Арсенал Премьер-лига 2003/04 0 0 0 0 3 1 0 0 0 0 ? ?
2004/05 33 2 6 0 1 0 5 1 1 0 ? ?
2005/06 35 3 0 0 1 0 13 1 1 1 ? ?
2006/07 38 2 2 0 4 0 10 2 ? ?
2007/08 32 7 1 0 2 0 10 6 ? ?
2008/09 22 3 1 0 0 0 10 0 ? ?
2009/10 27 15 1 0 0 0 8 4 ? ?
2010/11 25 3 3 2 3 1 5 3 ? ?
Йәмғеһе 212 35 14 2 14 2 61 17 2 1 ? ?
  Барселона Примера 2011/12 28 9 8 3 9 1 3 2 ? ?
2012/13 32 11 7 2 8 1 1 0 ? ?
2013/14 36 8 8 4 9 1 2 0 ? ?
Йәмғеһе 96 28 23 9 26 3 6 2 ? ?
  Челси Премьер-лига 2014/15 34 3 1 0 4 0 8 2 ? ?
2015/16 37 5 4 0 0 0 7 1 1 0 ? ?
2016/17 29 5 6 0 2 2 ? ?
2017/18 32 2 4 0 4 0 8 1 1 0 ? ?
2018/19 6 0 1 0 3 1 5 0 1 0 ? ?
Йәмғеһе 138 15 16 0 13 3 28 4 3 0 ? ?
  Монако Лига 1 2018/19 13 1 1 0 1 0 ? ?
2019/20 11 0 0 0 2 0 ? ?
Йәмғеһе 24 1 1 0 3 0 ? ?
Барлығы 470 79 54 11 30 5 115 24 11 3 ? ?

Йыйылма командаһы өсөн сығышы үҙгәртергә

2016 йылдың 27 июненә ҡарата[19].

Йыйылма команда өсөн йылдар һәм турнирҙар буйынса сығышы
Йыйылма команда Йыл ДЧ һайлап алыу матчтары ДЧ финал матчтары ЕЧ һайлап алыу матчтары ЕЧ финал матчтары Конфедерациялар кубоктары Иптәштәрсә матчтар Йәмғеһе
Уйындар Голдар Игры Голы Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Испания 2006 - - 4 0 3 0 - - - - 7 0 14 0
2007 - - - - 5 0 - - - - 3 0 8 0
2008 4 0 - - - - 6 1 - - 5 0 15 1
2009 3 2 - - - - - - 3 1 4 1 10 4
2010 - - 4 0 1 0 - - - - 6 1 11 1
2011 - - - - 1 0 - - - - 3 2 4 2
2012 3 0 - - - - 6 2 - - 4 1 13 3
2013 4 0 - - - - - - 3 0 4 2 11 2
2014 - - 2 0 2 0 - - - - 4 0 8 0
2015 - - - - 4 0 - - - - 3 1 7 1
2016 - - - - - - 4 0 - - 5 1 9 1
Карьераһында барлығы 14 2 10 0 16 0 16 3 6 1 48 9 110 15

Йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар үҙгәртергә

Йәмғеһе: матчтар — 110 / 15 гол; 82 еңеү, 13 тигеҙ иҫәп, 15 еңелеү.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Cesc Fàbregas // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. FABREGAS francesc // https://bdfa.com.ar/jugadores-47341.html (исп.)
  3. Francesc Fábregas Soler // As (исп.)Madrid: Grupo Prisa, 1967. — ISSN 1888-6671
  4. 4,0 4,1 Cesc Fabregas | Official Site | Chelsea Football Club. Дата обращения: 14 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 5 октябрь 2018 года. 2018 йыл 5 октябрь архивланған.
  5. The Young Gunner
  6. Fabregas — I’ll only leave Arsenal for Barcelona
  7. Arsenal reject Barcelona’s bid for Cesc Fabregas
  8. Arsenal agree terms with Barca for Fabregas. Дата обращения: 15 август 2011. Архивировано 6 октябрь 2011 года. 2011 йыл 6 октябрь архивланған.
  9. Fabregas' Arsenal career — Pictures and stats. Дата обращения: 23 август 2011. Архивировано 2 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 2 сентябрь архивланған.
  10. Cesc Fàbregas signa fins al 2016(недоступная ссылка)
  11. 3:2: El Real Madrid estuvo vivo hasta el final (исп.). Sitio oficial del Real Madrid CF (17 август 2011). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 15 сентябрь 2011 года.
  12. Tot el futbol del Barça (кат.). Lloc web oficial del FC Barcelona (17 август 2011). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 26 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 26 сентябрь архивланған.
  13. Cesc Fàbregas debuta amb títol (кат.). Lloc web oficial del FC Barcelona (18 август 2010). Дата обращения: 18 август 2011. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2013 йыл 25 май архивланған.
  14. Fabregas signs for Chelsea. (ингл.). chelseafc.com. Дата обращения: 12 июнь 2014.
  15. Фабрегас покинет «Челси»
  16. Cesc Fabregas à l’AS Monaco
  17. Profile: Cesc Fabregas  (инг.), Bounder.friardale.co.uk (20 August 2014). 20 август 2014 тикшерелгән.
  18. 5 матчей и 1 гол в Суперкубке Англии, 4 матча в Суперкубке Испании, 1 матч и 1 гол в Суперкубке УЕФА и 1 матч и 1 гол на Клубном чемпионате мира.
  19. Internationals: Cesc Fabregas  (инг.), Bounder.friardale.co.uk (20 August 2014). 20 август 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә