У (тел)
У (ҡытайса 吳語, ябай 吴语, пиньин телендә: wúyǔ, палл.: уюй) — ҡытай теленең ҙур диалекттарының береһе (башҡа классификациялар буйынса — тел). Шанхай муниципалитеты Чжэцзян провинцияһының ҙур өлөшөндә киң таралған, Цзянсу провинцияһының көньяғынла, шулай уҡ Аньхой, Цзянси һәм Фуцзянь провинцияларының ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла. Ҙур һөйләштәр (поддиалекттар) араһында шанхай, сучжоу, вэньчжоу, шаосин, цзиньхуа, юнкан һәм цюйчжоу һөйләштәрен билдәләргә мөмкин. Уларҙың араһында, шанхай һөйләше дәғүәләшһә лә, иң абруйлыһы тип сучжоу һөйләше тора.
У (тел) | |
Телдең үҙатамаһы |
吳語, 吴语 |
---|---|
Илдәр | |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны | |
Телде белеүселәр |
20 |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Сино-тибет ғаиләһе
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Төрлө баһалар буйынса, 77,2 (1984, SIL[1]) миллиондан алып 90 (Encarta[2]) миллионға тиклем кеше ошо телдә һөйләшә. Был күрһәткес буйынса Ҡытай телдәре араһында ул 800 миллион кеше һөйләшкән путунхуа теленән ҡала икенсе урынды биләй. Ҡытайҙа у диалектын йомшаҡ, еңел, көсөргәнешһеҙ тип иҫәпләйҙәр.
Тарихы
үҙгәртергәУ-ның заманса диалекты (теле) хәҙерге Цзянсу һәм Чжэцзян провинцияларында йәшәгән боронғо у һәм юэ халыҡтарына барып тоташа. Иероглифтарҙы японса уҡыу ҙа бөгөн у теле таралған төбәктән сыҡҡан.
У хәҙерге диалекттарҙан айырмалы, урта ҡытай теленән алданыраҡ айырылған һәм шуға ла бер ни тиклем боронғо һыҙаттарын һаҡлаған, әммә һуңғараҡ уға хәҙерге путунхуа теленең нигеҙендә ятҡан төньяҡ диалекттары даими йоғонто яһаған. Төп характеристикалары цин династияһы осоронда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта сучжоу һөйләше төп урында тора. Тайпиндар революцияһынан һуң, халҡы у телендә һөйләшкән төбәк һуғыштан һуң бушап ҡала һәм Шанхайға төбәктең башҡа өлөштәренән мигранттар ағыла башлай. Был шанхай һөйләшен башҡа һөйләштәр менән яҡынайта һәм шул уҡ ваҡытта XX быуаттың беренсе яртыһында шанхай һөйләшен, төбәк "лингва франк"ы булараҡ, өҫтөнлөклө итә, сучжоу диалектының йоғонтоһон кәметеүгә килтерә.
Ҡытай халыҡ республикаһы ойошторолғандан һуң путунхуа теленә өҫтөнлөк бирелә. У диалекты яйлап мәктәптәрҙән һәм киң мәғлүмәт сараларынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Дәүләт оойшмаларында аралашыу һәм рәсми ҡағыҙҙар яҙыу путунхуа телендә алып барыла. Әлеге ваҡтта у телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарында ғына осрай. Күпселек балалар у диалектын бөтөнләй белмәй.
Фонология
үҙгәртергәЯнь-ға ярашлы (Yan, 2006), у диалекты төркөмдәре башҡа ҡытай диалекттарынан (телдәренән) унда «бысраҡ» (яңғырауыҡлы, йәғни аныҡлап әйткәндә ҡытай теленең /b̥/, /d̥/, /ɡ̊/, /z̥/, /v̥/ һ.б. кеүек көсһөҙ яңғырауыҡлы плозив йәки фрикатив) тартынҡылары һаҡлана. Шулай итеп, у диалектында урта ҡытай теленең шартлаулы өндәре һәм аффрикатының /p pʰ b̥/, /tɕ tɕʰ d̥ʑ̊/ өс кимәлле ҡапма-ҡаршылығы һаҡлана һ.б. У диалекттарында икенән (шанхай диалекты) һигеҙгә тиклем һәм унан да күберәк ижек тоны (уцзян диалекты) булыуы мөмкин.
Грамматика
үҙгәртергәЗат һәм күрһәтеү алмашы системаһы у диалектында (диалекттарында) бик ҡатмарлы. Мәҫәлән, күп кеше исеменән һөйләүсе зат өсөн инклюзив («беҙ һинең менән») һәм эксклюзив («беҙ һинһеҙ») алмаштары айырыла. Алты күрһәтеү алмашы бар, уларҙың өсөһө — яҡындағы, өсөһө — алыҫтағы объекттарға ҡарата ҡулланыла. Һүҙҙәр тәртибе путунхуалағы кеүек SVO ғына түгел, SOV та булырға мөмкин.
Фонология күҙлегенән ҡарағанда, ҡатмарлы сандхи тоны бар, ул ҡушма һүҙҙәрҙе һәм идиоматик фразаларҙы грамматик яҡтан тарҡатырға ярҙам итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ситләтелгән тултырыусы тура тултырыусынан тартынҡының яңғырау йәки һаңғырау булыуы менән айырыла.
Классификация
үҙгәртергәТайху тармағы 太湖片
үҙгәртергә- Ханчжоу диалекты 杭州話 — Чжэцзян провинцияһы (Ханчжоу ҡалаһы)
- Хучжоу диалекты 湖州 — Чжэцзян провинцияһы (Хучжоу ҡала округы)
- Цзясин диалекты绍兴话 — Чжэцзян провинцияһы (Цзясин ҡала округы)
- Шаосин диалекты绍兴 — Чжэцзян провинцияһы (Шаосин ҡала округы)
- Нинбо диалекты宁波话 — Чжэцзян провинцияһы (Нинбо ҡала округы)
- Шанхай диалекты 上海話 — Шанхай ҡалаһы
- Чанчжоу диалекты 常州話/常州话 — Цзянсу провинцияһы (Чанчжоу ҡала округы)
- Сучжоу диалекты 苏州话/蘇州話 — Цзянсу провинцияһы (Сучжоу ҡала округы)
- Уси диалекты 无锡话/無錫話 — Цзянсу провинцияһы (Уси ҡала округы)
Тайчжоу тармағы 婺州片
үҙгәртергә- Тайчжоу диалекты 台州話 — Цзянсу провинцияһы (Тайчжоу ҡала округы)
Оуцзян тармағы 甌江片
үҙгәртергә- Вэньчжоу диалекты (оуцзян) 溫州話 — Чжэцзян провинцияһы (Вэньчжоу ҡала округынан көньяҡ-көнсығышта)
Учжоу тармағы 婺州片
үҙгәртергә- Цзиньхуа диалекты (учжоу) 金華話 — Чжэцзян провинцияһы (Цзиньхуа ҡала округы үҙәге)
- Иу диалекты 義烏話
- Юнкан диалекты 永康話
Чуцюй тармағы 處衢片
үҙгәртергә- Лишуй диалекты 麗水話 — Чжэцзян провинцияһы (Лишуй ҡала округының көньяғы)
- Цюйчжоу диалекты 衢州話 — Чжэцзян провинцияһы (Цюйчжоу ҡала округының көньяҡ-көнбайышы)
- Шанжао диалекты上饒話 — Цзянси провинцияһы (Шанжао ҡала округының төньяҡ-көнсығышы)
Сюаньчжоу тармағы 宣州片
үҙгәртергә- Сюаньчэн диалекты 宣城話 — Аньхой провинцияһы (Сюаньчэн ҡала округының көньяҡ-көнсығышы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ethnologue
- ↑ 2,0 2,1 http://uk.encarta.msn.com/dictionary_1861758362/Wu.html Encarta Dictionary
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Yan M. M. Introduction to Chinese Dialectology. Munich: LINCOM EUROPA, 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- У в Этнология. Донъя телдәре, 2015. (инг.)
У диалекты буйынса
үҙгәртергә- С сайта glossika.com:
- Shanghainese Wu Dictionary — Search in Mandarin, Shanghai, IPA, or English
- Classification of Wu Dialects — By James Campbell
- Tones in Wu Dialects — Compiled by James Campbell
- Linguistic Forum of Wu Chinese 2006 йыл 11 февраль архивланған. (ҡытайса ябай 吴语论坛)
- С сайта wu-chinese.com (на китайском языке в записи упрощёнными иероглифами):
Мәҡәләләр
үҙгәртергә- Globalization, National Culture and the Search for Identity: A Chinese Dilemma (1st Quarter of 2006, Media Development) 2008 йыл 12 октябрь архивланған.
- Modernisation a Threat to Dialects in China 2016 йыл 4 март архивланған.
- Middlebury Expands Study Abroad Horizons 2005 йыл 9 март архивланған.
- Mind your language (from The Standard, Hong Kong)
- China: Dialect use on TV worries Beijing (originally from Straits Times Interactive, Singapore and posted on AsiaMedia Media News Daily from UCLA) 2014 йыл 7 март архивланған.
- Standard or Local Chinese — TV Programs in Dialect (from Radio86.co.uk) 2007 йыл 3 июнь архивланған.