Урал батыр (Сәсәндәр үҙәге)

«Урал батыр» сәсәндәр үҙәге — Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында эшләгән йәмәғәт ойошмаһы.

2014 йылдың декабрендә ойошторолған был Үҙәктең төп маҡсаты — башҡорт халҡының бик боронғо замандарҙан быуындан-быуынға күсеп килгән сәсәнлек йолалары һаҡлау һәм артабан үҫтереү. Ул Өфө (етәксеһе Розалиә Солтангәрәева), Дәүләкән (Снигирева Зөләрәм), Сибай (Ғәйнуллина Асия) һәм Учалы (Кудрявая Ғәрифә) ҡалаларында, шулай уҡ Әбйәлил районында (Әбүбәкирова Хәнифә) үҙ аллы эшләп килгән сәсәндәр мәктәптәренең эшмәкәрлеген координациялау менән шөғөлләнә.

Үҙәк етәксеһе Нәфисә Тулыбаева әйтеүенсә, Үҙәк Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт менән сыҡҡан Сибай сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның башланғысы буйынса ойошторолған. Идея республика етәкселегендә хуплау тапҡан. «Урал батыр» үҙәге ойоштороу ролен башҡарасаҡ. Алдағы проекттар буйынса документтар әҙерләнә. 2015 йылда «Урал батыр» эпосы һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте декадалары ойоштороласаҡ. Башҡортостан композиторҙары союзы менән берлектә атаҡлы бәйетсе-фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың либреттоһы буйынса операларҙы тергеҙеү йә эпосҡа бәйле яңы әҫәрҙәр тыуҙырыу ҡаралған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Сәсәндәр үҙәге эшмәкәрлеген йәйелдереүгә Республика Башлығының 90 мең һум күләмендәге гранты бүленгән[1].

«Сәсәндәр мәктәбе беҙҙә тыуҙы», ти Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина. — 1995 йылда Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә ул саҡта Сибайҙа эшләп йөрөгән зыялыларыбыҙҙың береһе — талантлы яҙыусы мәрхүм Аҫылғужа Баһуманов кәңәше буйынса сәсәндәр мәктәбе асып ебәрҙек. «Һәр сәсәндең үҙ мәктәбе булған, оҫталыҡ серҙәрен улар йәштәргә, балаларға биреп ҡалдыра килгән. Ә һин нимә көтөп йөрөйһөң?» тип, Аҫылғужа ағай ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алғас, ошо эште башлап ебәрергә йөрьәт иттем. «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса түңәрәк тип тә йөрөттөк беҙ уны тәүҙә. Бөгөн ошо инеш башының даръяға әүерелеүенә үҙегеҙ шаһит: «Урал батыр» эпосыын яттан һөйләү буйынса республика кимәлендәге конкурс бөтөн халыҡ һөйөүен яуланы.

Уҡыусыларҙың 2015 йылдағы йәйге ялы осоронда Үҙәк беренсе тапҡыр балалар проектына ҡушылды[2]. Уға ярашлы, сәсәндәр ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ ижадын пропагандалау йәһәтенән республиканың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторола. Балалар янында тәүгеләр булып билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, сәсәнлек йолаларын дауам итеүсе Гөлнур Мәмлиева һәм Асия Ғәйнуллина һәм «Арғымаҡ» этно-рок булған да инде.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә