Ундрицов Михаил Ильич

Ундрицов Михаил Ильич (21 ноябрь 1910 йыл, Сембер губернаһы[1] — 27 август 1998 йыл, Мәскәү) — СССР, Рәсәй патофизиологы; медицина фәндәре докторы, профессор; Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).

Ундрицов Михаил Ильич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ноябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Вторые Ялдры[d], Курмышский уезд[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө Патологик физиология[d]
Эш урыны И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ундрицов Михаил Ильич Ходарский урта мәктәбен тамамлай[2]. 1935 йылда Ҡазан медицина институтын тамамлай. 1936—1940 йылдарҙа — шунда уҡ патологик физиология кафедраһы ассистенты[3]. 1940—1941 һәм 1945—1959 йылдарҙа Куйбышев медицина институтында уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы Байкал аръяғы хәрби округында полк табибы булып хеҙмәт итә[4].

1959—1970 йылдарҙа СССР Медицина фәндәр академияһының ревматизм ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү) эксперименталь лаборатория етәксеһе була. 1970 йылда Сыуаш дәүләт университетында уҡыта: 1974—1984 — патологик физиология кафедраһы мөдире[5], һуңынан шунда уҡ профессор (1991 йылға тиклем).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1965 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[6].

Төп тикшеренеү йүнәлештәре[4]:

  • аллергия проблемаһы,
  • организмдың иммунологик реактивлығы,
  • фильтрациялауҙа, реабсорбцияла, секрецияла һәм бактериаль антиген бүлеп сығарыуҙа бөйөрҙәрҙең роле.

1930 йылдарҙа А. Д. Адо менән берлектә СССР-ҙа тәүге тапҡыр медицинала яңы фәнни йүнәлеште үҫтерә башлай, һуңғараҡ ул тигән исем ала[7]

М. И. Ундрицов етәкселегендә Т. М. Ундрицова менән берлектә СССР-ҙа тәүге тапҡыр организмды төрлө аллергендар менән сенсибилизациялау кимәлен билдәләү өсөн тире тестары етештереү ойошторола, шулай уҡ Дерматофагоидес птерониссинус төрө талпандарынан диагностик аллергендар етештереүҙең сериялы производствоһы башлана[8]. Әлеге тестарҙы аллергологтар бөгөнгө көнгә тиклем ҡуллана.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр хәрәкәттәге армия яугирҙәренең витаминотерапияһы тураһында мәсьәләләрҙе күтәреп сыға, был миллионлаған хәрбиҙәрҙә цинганы һәм уның менән бәйле өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә[9].

Күп кенә йоғошло ауырыуҙар булғанда бактериаль антигендар бөйөр аппараты аша уҙып, бәүел менән бүленеп сығыуын донъяла беренсе тапҡыр иҫбатлай. СССР тәүге тапҡыр кортизол етешмәүҙең ролен һәм патогенезда ревматоид сирҙәренең ролен билдәләй.

Кеше организмының йәш үҙгәрештәренә (реювенология) ҡаршы тороу идеяларын һәм ысулдарын, шул иҫәптән гормон модуляциялау һәм гормон алмаштырыу терапияһы ысулдарын үҫтерә

300-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы.

Һайланма хеҙмәттәре үҙгәртергә

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне — в составе Юманайского сельского поселения, Шумерлинский район, Чувашия, Россия.
  2. Старейшая школа Шумерлинского района отметит свой 145-летний юбилей. Чебоксары онлайн (26 ноябрь 2015). Дата обращения: 3 август 2016.
  3. Чувашская энциклопедия
  4. 4,0 4,1 Ундрицов Михаил Ильич. Юбиляры 2010 г. (21 ноября). Национальная библиотека Чувашской Республики. Дата обращения: 3 август 2016. Архивировано 16 август 2016 года. 2016 йыл 16 август архивланған.
  5. Кафедре патофизиологии, патологической анатомии с клинической патологической анатомией и судебной медицины — 40 лет. Чебоксары : Главные новости (23 сентябрь 2014). Дата обращения: 3 август 2016. 2016 йыл 11 август архивланған.
  6. Ундрицов М. И. О механизме выделения почками бактериальных антигенов : Автореф. дис. … д-ра мед. наук. — М.: [б. и.], 1965. — 24 с.
  7. Одна из первых их статей в этой области: Ундрицов М. И., Адо А. Д. О некоторых закономерностях анафилактизации гладкой мускулатуры кишечника // Бюлл. эксперим. биологии и медицины. — 1939. — Вып. 6.
  8. Ундрицов М. И. Некоторые предпосылки для моделирования экспериментальной бронхиальной астмы антигеном клещей Дерматофагоидес птерониссинус // Тез. докл. Всесоюз. конф. по «Бронхиальной астме». — М., 1974.
  9. Ундрицов М. И. Содержание витамина С в пайке пограничников Забайкальского округа // Сборник работ санитарной службы погранвойск Забайкальского округа. — 1947.
  10. Ундрицов Михаил Ильич. № записи: 1520085229. Подвиг народа. Дата обращения: 3 августа 2016.

Һылтанмалар үҙгәртергә