Украина коммунистик журналистика институты

Украина коммунистик журналистика институты (укр. Український комуністичний інститут журналістики) — Украинаның Харьков ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1926 йылдан 1941 йылға тиклем эшләгән. Артём исемендәге Коммунистар университеттың журналистика факультеты базаһында төҙөлгән.[1]

Украина коммунистик журналистика институты
Тармаҡ Журналистика
Нигеҙләү датаһы 1926
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Харьков
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1941
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q120693863?

Тарихы үҙгәртергә

Совет осоронда Украинала юғары журналист белеме беренсе тапҡыр Харьковтағы Артём исемендәге Коммунисттар университетында уҡытылған. Коммунисттар университеты КП(б)У Үҙәк Комитетының 1922 йылдың 1 апрелендәге ҡарары нигеҙендә Харьков КП(б)У Үҙәк Комитетының үҙгәртеп ҡоролған Юғары партия мәктәбе базаһында партия һәм профсоюз кадрҙары әҙерләү өсөн ойошторола.[2]

1926 йылда Артём исемендәге Коммунисттар университеты журналистика факультеты базаһында матбуғат хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн махсус юғары уҡыу йорто — өс йыл уҡыу срогы булған журналистиканың Украина коммунистик институты ойошторола.[3]

Яңы вузда эшселәр факультеты булған, шулай уҡ төп һөнәри курс булараҡ, совет журналистикаһы теорияһы һәм практикаһы, полиграфия һәм нәшриәт эше нигеҙҙәре кеүек фәндәр уҡытылған.[3]

1933-1939 йылдарҙа институтта украин теле филология өлкәһендәге билдәле ғалим Ю. В. Шевелев эшләгән.

1941 йылда немецтәр Харьковҡа яҡынайған ваҡытта Украина коммунистик журналистика институты Алматыға эвакуациялана. Ҡаҙағстан университетына журналистика факультеты булараҡ инеп китә һәм вуз үҙаллылығын юғалта.[3]

Билдәле остаздар һәм тамамлаусылар үҙгәртергә

Уҡытыусылар: Ю. Шевелев-Шорох, А. Финкель, П. Гузюк, В. Сухин-Хоменко, А. Грузинский һәм башҡалар.[3]

Институт тамамлаусы билдәле яҙусылар һәм журналистар: А. Борканюк, Ф. Мицик, А. Хорунжий, М. Нагнибеда, М. Зарудный, И. Грекул, М. Шаповал, И. Туряница, И. Педанюк, П. Резников, И. Цюпа, Д. Прилюк, П. Шапран, М. Белогуров, Д. Шлапак, П. Цыбульский, А. Зозуля, П. Гузюк, М. Романченко, А. Однороманенко, М. Кузнецов, Иван Савич, А. Деркач, М. Подолян, Б. Бабий, И. Петрущак һәм башҡалар.[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. УКРАЇНСЬКИЙ КОМУНІСТИЧНИЙ ІНСТИТУТ ЖУРНАЛІСТИКИ. Українська Радянська Енциклопедія. Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  2. Розвиток журналістської освіти в Україні (Тетяна Трачук) - Мої статті - Каталог статей - Журналістика. express-text.at.ua. Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 І. Л. Михайлин. Основи Журналiстики - 5-те видання, перероблене та доповнене. Київ «Центр учбової літератури» (2011). Дата обращения: 2 декабрь 2020.