Украинаның ете мөғжизәһе

«Украинаның ете мөғжизәһе» (укр. Сім чудес України) — шул уҡ исемле бөтә Украина конкурсы билдәләгән ете тарихи-мәҙәни ҡомартҡы.

Украинаның ете мөғжизәһе
Дәүләт Flag of Ukraine.svg Украина
«Украинының ете мөғжизәһе»

АкцияҮҙгәртергә

Акция 2007 йылдың майында украин сәйәсмәне Томенко Николай башланғысы менән башлана.

Төбәк ойоштороу комитеттары конкурсҡа төрлө объекттар ҡуя. Меңгә яҡын объект һайлап алына. Был мең объекттан йөҙ кешенән (культурологтарҙан, тарихсыларҙан, туристик бизнес белгестәренән) торған эксперт советы иң тәүҙә 100, һуңынан интернет-тауыш биреү өсөн 21 объект һайлап ала.

Конкурсҡа һуңғы йомғаҡтар 2007 йылдың 21 авгусында яһала.

Тауыш биреү 2007 йылдың 7 июлендә башлана[1]. Һөҙөмтәләрҙе фальсификацияларға тырышыу сәбәпле, тауыш биреү туҡтатыла[2].

«Украинының ете мөғжизәһе„н һайлау интернет-тауыш биреү һөҙөмтәләрен һәм йөҙ кешенән (культурологтарҙан, тарихсыларҙан, туристик бизнес белгестәренән) торған эксперт советы фекерен иҫәпкә алып тормошҡа ашыра. Интернет-тауыш биреүҙә 77 мең кеше ҡатнаша.

ЕңеүселәрҮҙгәртергә

Шулай уҡ өс объект өҫтәмә номинацияға лайыҡ була: Ҡайһы бер объекттарға махсус номинациялар бирелә:

  • Ливадия һарайы — яңы тарих ҡомартҡыһы. 
  • Острог замогы — рухи ҡомартҡы.
  • Коломыелағы Писанка» һәйкәле — хәҙерге Украина ҡомартҡыһы.

Еңеүсе объект-номинанттарҙың етәкселәре йәшел мәрмәр, тоноҡ ҡорос, алтынһыу акрилдән эшләнгән статуэткаға лайыҡ була[3].

Интернет-тауыш биреүҙә ҡатнашҡан дәғүәселәр исемлегеҮҙгәртергә

Рәсеме Исеме Интернет-ҡулланыусылар тауыш биреүе буйынса рейтинг Эксперттар тауыш биреүе буйынса рейтинг
  Хортица 1 7
  Софиевка 2 3
  «Каменец» ҡурсаулығы 3 5
  Киев-Печёра лавраһы 4 1
  Хотин ҡәлғәһе 5 12
  Таврида Херсонесы  6 4
  Ливадия һарайы  7 10
  Писанка музейы 8 17
  София Киевская 9 2
  Острожский замок и Академия 10 13
  Острог замогы һәм Академия 11 14
  Таш ҡәберлек 12 9
  Паланок замогы 13 18
  Почаев лавраһы 14 8
  Луцк замогы 15 20
  Антоний мәмерйәләре 16 11
  Госпром 17 21
  Олесский замогы 18 15
  Изге Успение Святогорск лавраһы 19 6
  Переяслав музейы 20 19
  Каневта Шевченко ҡурсаулығы 21 16

Топ-100Үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Источник: Открывается голосование за «семь чудес Украины» (недоступная ссылка). Дата обращения: 22 август 2007. Архивировано 12 июль 2007 года.
  2. Источник: Голосование за семь чудес Украины пришлось остановить (недоступная ссылка). Дата обращения: 22 август 2007. Архивировано 5 август 2014 года.
  3. Источник: Сегодня будут названы Семь чудес Украины (21 августа 2007 г.).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә