Төркиә энергетикаһы

Төркиә Республикаһының электр энергияһы етештереү һәм импортлау менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы

Төркиә энергетикаһыТөркиә Республикаһының электр энергияһы етештереү һәм импортлау менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы. Бөгөн Төркиә үҙе тотонған энергияның ҙур өлөшөн ситтән ала. Төркиәлә 2008 йылда миллион кешегә 1146 ТВт⋅сәғ. йәки 16 ТВт⋅сәғ. беренсел энергия ҡулланылған. Стратегик хәл күҙлегенән ҡарағанда, Төркиә ике ҡитғала урынлашҡан, әммә энергия ресурстарының 65 проценты — илдең көнсығышында, ә ихтыяждың 65 проценты  — көнбайышында[1][2].

Төркиә энергетикаһы
Дәүләт  Төркиә
 Төркиә энергетикаһы Викимилектә

Энергия балансы үҙгәртергә

2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Төркиәлә энергия нигеҙҙә ҡаҙылма яғыулыҡтан алынған: күмер (29,5 %), тәбиғи газ (33,1 %), нефть (27 %) — йәмғеһе дөйөм ҡулланылған беренсел энергияның 89,6 проценты; был яғыулыҡ төрҙәренең 74 проценты импортланған.

2014 йылда Төркиәлә йән башына энергия тотоноу донъялағы уртаса күрһәткестең 84 процентын тәшкил иткән; сағыштырып ҡарағанда, мәҫәлән, Францияла һәм Германияла был күрһәткес Төркиәләгенән ике тапҡырға күберәк. Электр энергияһы 2014 йылда ахырғы ҡулланыуҙың 20,6 процентын ҡаплаған; ул башлыса ҡаҙылма яғыулыҡтан (йылылыҡ генерацияһы) етештерелгән: 79 проценты — тәбиғи газдан (48 %), күмерҙән (30 %); гидроэлектростанциялар — 16 %, ә ел генерацияһы  3,4 % биргән. Төркиә гидрогенерация буйынса 2015 йылда донъяла 11-се урынды алған һәм донъя етештереү күләменең 1,7 процентын биләгән.

Төркиә иҡтисады оҙаҡ ваҡыт йылдам үҫә, шуға энергетикаға ихтыяж да арта бара; 1990 йылдан 2014 йылға тиклем үҫеш 130 процент була. Яңы барлыҡҡа килгән был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерер өсөн хөкүмәт Анкарала ике ҙур проектты башлай: Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия проекты буйынса 19 яңы гидроэлектростанция төҙөү ҡарала, ә 2007 йылда Төркиә атом энергетикаһы институты башлаған ядро энергетикаһын үҫтереү милли программаһы атом энергияһы тотоноуҙы 2020 йылға кәм тигәндә — 8 процентҡа, 2030 йылға 20 процентҡа еткереү маҡсатын ҡуя.

Күмер үҙгәртергә

Төркиәнең разведкаланған һәм сығарыла алған күмер запастары 2015 йылға 8,7 миллиард тонна тип баһалана, был 192 йылға етер ине: таш күмер менән лигнит резервтың 96 процентын биләй, был күрһәткес буйынса Төркиә донъяла бөтә күләмдең 1,0 проценты менән 11-се урында тора. 2015 йылда донъяла сығарылған күмерҙең 0,3 % проценты Төркиәгә тура килә.

Нефть үҙгәртергә

2014 йылда Төркиәлә 2,61 миллион тонна нефть сығарыла, был 1990 йылдағынан 28 процентҡа күберәк; шуның менән бергә башҡа илдәрҙән 18,6 миллион тонна нефть һәм 22,3 миллион тонна нефть продукттары һатып ала. 2015 йылда Төркиә 38,8 миллион тонна, йәғни тәүлегенә 0,835 миллион баррель, нефть һәм нефть продукттары тотона.

Газ үҙгәртергә

2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Төркиә 1990 йылға ҡарағанда 126 процентҡа күберәк тәбиғи газ сығара, әммә ул ил ихтыяжының 1 процентын ғына ҡәнәғәтләндерә.

Үткәргес торбалар аша башҡа илдәрҙән 39,7 млрд куб метр газ алына, шуның 26,6 млрд м³ (67 %) — Рәсәйҙән, 7,8 млрд м³ (20 %) — Ирандан, 5,3 млрд м³ (13 %)  Әзербайжандан. Бынан тыш, 7,5 млрд м³ газ шыйығайтылған тәбиғи газ рәүешендә импортлана: Алжирҙан — яҡынса 3,8 млрд м³, Нигериянан — 1,5 млрд м³, Катарҙан — 1,7 млрд м³.

Газ үткәргестәр үҙгәртергә

Nabucco газ үткәргесен төҙөү проекты Иран менән Үҙәк Европаның газ транспортлау системаларын тоташтырыр ине тип көтөлә (Төркиә территорияһы аша), әммә проект тормошҡа ашырылмай. 2013 йылдың 28 июнендә «Набукко» проекты ябыҡ тип иғлан ителә, хәҙер Трансадриатик газ үткәргесе тураһында һүҙ бара, әммә ул да әлегә һорау аҫтында көйө ҡала.

Ядро энергетикаһы үҙгәртергә

2017 йылда Урта диңгеҙ буйында Анталия эргәһендә Рәсәй ҡатнашлығында Аккую тигән ерҙә беренсе АЭС төҙөлә башлай (беренсе энергоблокты 2023 йылда эшләтеп ебәреү планлаштырыла), дүрт энергоблоклы был АЭС-тың тулы проект ҡеүәте 4800 МВт тәшкил итәсәк.

Япония һәм Франция ҡатнашлығында Ҡара диңгеҙ буйында Синоп провинцияһында шулай уҡ дүрт энергоблоклы һәм 4800 МВт тулы ҡеүәтле тағы бер АЭС проектлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә