Төлмәй (йылға)

Белорет районы

Төлмәй — Рәсәй, Силәбе өлкәһенең һәм Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы йылғаһы.

Төлмәй
Характеристика
Оҙонлоғо 62 км
Бассейн 637 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 54°31′54″ с. ш. 58°09′32″ в. д.HGЯO
Тамағы Инйәр
 · Урынлашыуы уң ярынан 126 км
 · Координаталар 54°17′55″ с. ш. 57°35′42″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
Район Катав-Ивановский район, Белорет районы
РДҺР 10010200612111100019713
Төлмәй (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Йылға Силәбе өлкәһе Ҡатау-Иваново районынан баш ала. Йылғаның тамағы Инйәр йылғаһының уң яғына ағымы буйынса 126-сы саҡрымда урынлашҡан. Оҙонлоғо 62 км [1].

Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе

Урынлашыуы үҙгәртергә

Төлмәй йылғаһы Белорет районындағы Инйәр ҡасабаһы менән Асы ауылы араһындағы арауыҡтағы йылға. Был йылға буйында Төлмәй һәм Түбәнге Төлмәй ауылдары урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Түбәнге Төлмәйҙә генә бер аҙ халыҡ йәшәй, Төлмәй ауылы юҡҡа сыҡҡан. Йылға Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы дәүләт тәбиғәт Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһенән ағып килә.

Ул Ҡоро Тау («Сухие Горы») һәм Нәре һырттары араһындағы үҙәндән баш ала. Башланған ере ҡарурмандар, тау һаҙлыҡтары, диңгеҙ кимәленән 580 метр бейеклектә. Үрге ағымында бейек һырттар, ҡаялар, батҡаҡлыҡтар оҙатып бара. Түбәнге Төлмәй һәм Төлмәй станцияһы араһында ул Инйәрҙең 126 км-ында уға килеп ҡоя. Башлыса ҡар һыуҙары һәм яуым-төшөмдән тулылана.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Төп ҡушылдығы - Ямашты йылғаһы. Шулай уҡ күп һанлы тау шишмәләре ҡушыла.

Экологияһы үҙгәртергә

Йылға бассейнында хужалыҡ эштәре алып барылмай, тамағында тиерлек урынлашҡан Түбәнге Төлмәйҙән башҡа ауыл-ҡасабалар юҡ. Һыуы үтәҙек, таҙа. Йылғала ҡыҙылбалыҡ, ажау (ҡушбаш), бәрҙе һәм башҡа балыҡтар үрсей.

Хәҙерге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһендә экологик туристик маршруттар төҙөлгән, шулай уҡ Төлмәй йылғаһына ла үтеп була. Һыу ташҡанда кәмә менән төшөп була, әммә төбөнә батҡан ағастар хәүеф тыуҙыра [2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса — 10010200612111100019713[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә