Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәҡлид (ғәр. تَقْليد‎; рус. Таклид) — ислам хоҡуғы — фиҡһ һорауҙарында был йәһәттән белеме етмәгән кешенең абруйлы белгескә (мөжтәһид, мөфтөй) эйәреүе . Тәҡлид эшләгәндәрҙе мүҡәллид (مقلد‎) тип атайҙар, ә тәҡлидкә ҡаршы кешеләр ғәйре мүҡәллид" ҡушаматы менән атала..

Тарихы үҙгәртергә

Тәҡлид практикаһы яҡынса IX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Ябай кешеләр (ғәмми), профессиональ әҙерлеге булмағанлыҡтан, тәҡлид һорап мөрәжәғәт итергә тейеш, сөнки улар бер ҡасан да Ҡөрьән аяттары һәм хәҙистәр буйынса дөрөҫ һығымта яһай алмай (ҡыяс). Шулай итеп, сөнниҙәрҙең дүрт мәҙһәбе лә ябай мосолмандар өсөн тәҡлид дөрөҫ һәм хатта мотлаҡ (вәжиб) тип иҫәпләй[1].

Классификацияһы үҙгәртергә

Тәҡлид әл-хасс тәҡлиденә (ғалим-дин белгестәре белеме кимәле) һәм әл-ғәмм тәҡлиденә (ғәҙәти белем кимәле) бүленә. Әл-хасс тәҡлиден өс төргә бүлергә мөмкин:

  • тәҡлид әт-тәҡдир — юғары кимәл, шәриғәт ҡарарҙарын ҡабул итеү мөмкинлеге;
  • тәҡлид ат-тәржих — ғалим-мөжтәһидтәр әҙерләгән ҡарарҙарҙың иң яҡшыһы һайланылған кимәл;
  • тәҡлид әт-тәхриж — билдәле бер хоҡуҡи мәктәптең ғалим-мөжтәһидтәргә таянып, ислам хоҡуғынан аңлашылмаған урындар аңлатыла торған кимәл[2].

Мүҡәллид эйәргән ғалимдарҙың һанына ҡарап, тәҡлид ике төргә бүленә:

  • тәҡлид мотлаҡ йәки тәҡлид ғәйри шәхси — ул кешенең диндең төрлө мәсьәләләрендә төрлө ғалим-ғөләмәгә эйәреүен аңлата.
  • тәҡлид шәхси — мүҡәллид бөтә һорауҙарҙа ла бер ғалим-дин белгесенә эйәрә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Али-заде, 2007, Таклид
  2. Что такое таклид в исламе? islam-today.ru. Ислам Сегодня (24 ноябрь 2014). Дата обращения: 1 ноябрь 2017.
  3. Следование мазхабам: неопровержимые далили из Корана и Сунны. islam-today.ru. Ислам Сегодня (11 октябрь 2012). Дата обращения: 1 ноябрь 2017.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Таклид / Бобровников В. О. // Социальное партнёрство — Телевидение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — С. 597. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 31). — ISBN 978-5-85270-368-2.
  • Taḳlīd / Calder, N. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)