Тәндәк (Кесе Өйҙөрәк ҡушылдығы)

Тәндәк (рус. Дундук) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Кесе Өйҙөрәк йылғаһының уң ярына тамағынан 27 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.

Тәндәк
Характеристика
Оҙонлоғо 10 км
Һыу ағымы
Тамағы Кесе Өйҙөрәк
 · Урынлашыуы уң ярына тамағынан 27 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°15′18″ с. ш. 54°49′15″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°19′18″ с. ш. 54°52′48″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кесе Өйҙөрәк → Оло Өйҙөрәк → Дим → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010201312111100024922
Тәндәк (Кесе Өйҙөрәк ҡушылдығы) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Дим йылғаһы башынан Бочкарёвка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201312111100024922
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102492
  • Бассейн коды — 10.01.02.013
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Исеме үҙгәртергә

Яңыраҡ "Башҡорт энциклопедияһы"ның башҡорт вариантын мөхәррирләүсе хеҙмәткәрҙәр алдында, күп кенә бүтән атамалар менән бер рәттән, Дәүләкән районындағы Дундук тигән бәләкәй генә йылғаның исемен башҡортса нисек яҙырға тигән ћорау килеп тыуҙы. Мин, үҙемдең Дим буйы топонимияһына арналған хеҙмәтем өсөн материалдар йыйғанда саҡта, Ҡоръятмаҫ ауылында булһа кәрәк, уның башҡортса Тәндәк тип әйтелеүен дәфтәремә теркәп ҡуйғайным. Аҙаҡ, ысынлап та, был дөрөҫкә сыҡты. "Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге"ндә Мәләүез һәм Дыуан райондарында Тәндәк тигән йылғалар теркәлгән. Ошондай аңлатма ла биргәнбеҙ: от диал. тәндәк «дурная, шальная» (йәғни әҙәби телдә был тинтәк була). Ышандыра, сөнки топонимияла, әйтәйек, әллә күпме тиле, тинтәк, иҫерек ћ.б. йылға, урман атамаһы булғанлығы яҡшы билдәле[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Дундук.
  3. Рәшит Шәкүр. Һәр атама ҡомартҡы. «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 21 февраль

Һылтанмалар үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ