Тәйрүк быуаһы  — Ишембай ҡалаһының яһалма һыу ятҡылығы, уның төньяҡ өлөшөндә, Көҫәпҡол биҫтәһе янында урынлашҡан[1]. Тәйрүк мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә, Тәйрүк аръяғы урман  паркы эргәһендә урынлашҡан[2]. Тәйрүк йылғаһы буйындағы ике яһалма ҡоролманың береһе булып тора (икенсеһе — Татьяновка быуаһы). Йәйге осорҙа ҡала халҡына ял итеү һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн ҡулланыла.

Тәйрүк быуаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Тәйрүк быуаһын ҡороу Ишембай ҡалаһын төҙөү генераль планында ҡарала, уға ярашлы һыу ятҡылығы яңы мәҙәниәт һәм ял паркының бер өлөшө булып китергә тейеш. 1959 йылда барлыҡҡа килгән Тәйрүк быуаһы иң тәүге һәм иң ҙур ҡала һыу ятҡылығы иҫәбенә инә.

 
Тәйрүк быуаһы

1970 йылдарҙа быуа биләмәһен һәм уның тирә-яғын үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына әйләндереү планлаштырыла, ә А. Матросов исемендәге үҙәк ял һәм мәҙәниәт паркы үҙенең статусын юғалтырға тейеш була.

 
Тәйрүк йылғаһы быуанан һыу ағыҙғандан һуң, 2009 й.

Элек баш ҡала халҡының төп ял итеү урындарының береһе булған. Ярымутрауҙа кәмә станцияһы булған, катамаран, кәмәләр прокатҡа бирелгән. Пляж зонаһында верандалар, сисенеү өсөн бүлмәләр, сауҙа павильондары, бәүелсәктәр, эсәр фонтанчиктар, эскәмйәләр, урналар һәм башҡа объекттар булған. Балалар өсөн һыу инә торған урында бәләкәй тау, ә пляждың икенсе яғында вышка булған. 1980-се йылдарҙа колхоздарҙың фермалары урынлаштырылыу, колхоз малы йылға буйында көтөлөү, яҡын-тирәләге баҫыуҙарҙы химик матдәләр менән эшкәртеү сәбәпле йылға һыуы бысрана, экология һәм санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәй. Быуалағы пляж ябыла, йылғала һыу инеү рөхсәт ителмәй башлай.

2002 йылда быуала фонтан асыла, ул артабанғы йылдарҙа һүтеп алына[3]. Оҙаҡ ваҡыт һыу ятҡылығы хужаһыҙ хәлдә була.

Тасуирлама үҙгәртергә

Йәйге осорҙа быуа эшләй. Көйләүсе шлюзы менән быуа, пляж зонаһы, утрау бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Никулочкин Д. В. Тайрукский пруд вернётся к ишимбайцам? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 1. — № 26. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Никулочкин Д. В. Вне зоны отдыха // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2018. — № 11. — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
  3. Никулочкин Д. В. Тайрукский пруд вернётся к ишимбайцам? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 2. — № 27. — С. 2. — ISSN 2220-8348.