Түбәнге Шәкәр (рус. Нижнешакарово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 74 кеше[1]. Почта индексы — 453185, ОКАТО коды — 80248835004. ИФНС коды — 0268[2]

Ауыл
Түбәнге Шәкәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°18′12″ с. ш. 55°32′06″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 835 004

ОКТМО коды

80 648 435 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Шәкәр (Рәсәй)
Түбәнге Шәкәр
Түбәнге Шәкәр
Түбәнге Шәкәр (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Шәкәр

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуат башында Әлимғужа ауылы барлыҡҡа килә. Уға нигеҙҙе йорт старшинаһы, 45 йәшлек Әлимғужа Юлдашев һала. Уның улы Мөхәмәтғәли ҙә ғаиләһе менән ошо ауылда йәшәй. Ул мәлдә атаһы Юлдаш Мәҡсүтов та иҫән була. Ауылдағы 15 ихатала бөтәһе 82 кеше көн күрә. 34 йылдан һуң был тораҡ пунктында 30 ихатала 158 кешенең йәшәүе билдәләнә. 1917 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Ҡарағош улусының Әлимғужа ауылында 56 ихатала 313 кеше булыуы теркәлә. Аҙаҡ ошо ауыл Түбәнге Шәкәр ауылы тип атала башлай. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылдың Ҡалҡаш улусына ҡарауы һәм 56 ихатала 261 кеше йәшәүе теркәлә[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 74 38 36 51,4 48,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная),
  • Йылға урамы (рус. улица Речная) [4]..

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә