Турчак Стефан Васильевич
Степа́н (Стефан) Васи́льевич Турча́к (укр. Степан (Стефан) Васильович Турчак; 1938—1988) — СССР, Украина дирижёры, педагогы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың халыҡ артисы (1977). Украин СССР-ының Шевченко исемендәге Украин дәүләт премияһы (1980) һәм Грузин СССР-ының З. Палиашвили исемендәге дәүләт премияһы (1973) лауреаты.
Турчак Стефан Васильевич Степан Васильович Турчак | ||||||||||
Тыуған | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
с. Мацковичи, Пшемысь өйәҙе, Львове воеводствоһы, Польша | |||||||||
Үлгән |
23 октябрь 1988[1] (50 йәш) | |||||||||
Һөнәрҙәре |
дирижёр, музыка педагогы | |||||||||
Наградалар |
| |||||||||
Биографияһы
үҙгәртергә1938 йылдың 28 февралендә Перемышль эргәһендәге Мацковичи ауылында (хәҙер Журавица гмины, Перемышль повяты, Подкарпатский воеводалығы, Польша) тыуған.
Бала сағы һәм йәшлеге Дублянда (Жолковский районы) үткән. 1955 йылда Ф. М. Колесса исемендәге Львов музыка-педагогия училищеһын тамамлаған.
Училищены тамамлағандан һуң, Сокаль педагогия училищеһында музыка һәм йыр уҡытыусыһы булып эшләй.
1957 йылда Н. В. Лысенко исемендәге Львов консерваторияһының (хәҙерге Николай Лысенко исемендәге Львов милли музыка академияһы) дирижёрлыҡ класына уҡырға инә. 1962 йылда уны тамамлай.
Уҡыу осоронда, 1960—1962 йылдарҙа — И. Франко исемендәге Львов опера театры дирижёры.
1962 йылда Киевҡа күсеп килә.
1963—1967 һәм 1973—1977 йылдарҙа — Украина ССР-ы Дәүләт симфоник оркестрының баш дирижёры. Оркестр репертуарында мөһим урын украин музыкаһына — Н. В. Лысенкоға, Б. Н. Лятошинскийға, С. Ф. Людкевичҡа, Л. Н. Ревуцкийға, шулай уҡ совет композиторҙарына — Д. Д. Шостаковичҡа (7-се, 8-се, 15-се симфония), С. С. Прокофьевҡа (5-се симфония), Т. Н. Хренниковҡа, А. И. Хачатурянға, А. Я. Штогаренкоға бирелә.
1967—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан — Т. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театрының баш дирижёры. Театрҙа эшләгән осорҙа уның тәҡдиме менән ике тиҫтәгә яҡын яңы опера һәм балет спектакле ҡуйылған.
Дирижёрлыҡ итеүҙең сағыу темпераментлы алымы хас булды. Классик музыкаға ла, замандаштары, бигерәк тә украин авторҙары ижадына ла ҙур иғтибар бүлә[2].
1966 йылдан — Киев консерваторияһының симфоник оркестры етәксеһе һәм опера-симфоник дирижёрлыҡ итеү кафедраһы (хәҙерге Украинаның П. И. Чайковский исемендәге Милли музыка академияһы) мөдире (1973 йылдан алып доцент, 1986 йылдан — профессор).
Сит илдәрҙә (Бөйөк Британия, Япония, Италия, Болгария, Польша, Венгрия, Испания) гастролдәрҙә була[3].
1988 йылдың 23 октябрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 23 ноябрҙә)[4] Киевта баш мейеһе яман шешенән вафат булған. Байков зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Хәләл ефете — Гизелла Альберт ҡыҙы Ципола (1944 йылда тыуған), Украина совет опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988)
- УССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964)
- Украина ССР-ының халыҡ артисы
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1977)
- Украина ССР-ының Т. Г. Шевченко исемендәге дәүләт премияһы (1980) — М. И. Глинканың «Иван Сусанин», П. И. Чайковскийҙың «Пиковая дама», Г. И. Майбороданың «Милана» опера спектаклдәре менән дирижёрлыҡ иткәне өсөн
- З. П. Палиашвили исемендәге Грузия ССР-ының Дәүләт премияһы (1973) — З. Палиашвилиҙың Киевта «Абессалом һәм Этери» операһын сәхнәләштергән өсөн
- Украина ССР-ының Н. А. Островский исемендәге Ленин комсомолы премияһы (1968)
- Ленин ордены (1988)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- «Киевтың 1500 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- Миҙалдарҙа
Ижады
үҙгәртергәОпераларҙы ҡуйыу
үҙгәртергә- 1967 — «Отелло» Дж. Верди
- 1967 — «Гибель эскадры» В. С. Губаренко
- 1970 — «Мамай» В. С. Губаренко
- 1974 — «Катерина Измайлова» Д. Д. Шостаковича
- 1975 — «Ярослав Мудрый» Г. И. Майбороды
- 1985 — «Прапороносцы» А. И. Билаша
- «Борис Годунов» М. П. Мусоргского
- «Хованщина» М. П. Мусоргского
- «Тарас Бульба» Н. В. Лысенко
- «Абессалом и Этери» З. П. Палиашвили
- «Аида» Дж. Верди
- «Золотой петушок» Н. А. Римского-Корсакова
- «Иван Сусанин» М. И. Глинки
- «Пиковая дама» П. И. Чайковского
- «Милана» Г. И. Майбороды
Балеттарҙы ҡуйыу
үҙгәртергә- 1969 — «Каменный властелин» В. С. Губаренко
- 1982 — «Ольга» Е. Ф. Станковича
- 1986 — «Прометей» Е. Ф. Станковича
- «Лебединое озеро» П. И. Чайковского
- «Лесная песня» М. А. Скорульского.
Хәтер
үҙгәртергә- Киевта С. В. Турчак йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 1994 йылдан алып Киевта 4 йыл һайын С. Турчак исемендәге дирижёрҙарҙың милли конкурсы уҙғарыла. 2006 йылдан конкурс Халыҡ-ара булараҡ уҙғарыла.
- Киевта балалар сәнғәт мәктәбе эшләй, уға дирижёр С. Турчак исеме бирелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Т. Марьяновская Дыхание жизни // Советская Культура. — 1970. — С. 3.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Stepan Turchak // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Музыкальная энциклопедия / Гл. ред. Ю.В. Келдыш. — «Советская энциклопедия», 1981. — С. 653. — 1056 с.
- ↑ ТУРЧАК в энциклопедии музыки
- ↑ Герой Соц. Труда Турчак Стефан Васильевич :: Герои страны