Туленков Константин Иванович

Туленков Константин Иванович (15 апрель 1908 йыл17 май 1978 йыл) — металлург-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1956 йылдарҙа ул ваҡыттағы Белорет ҡорос сым-канат заводының үҙәк лабораторияһы начальнигы. Сталин премияһы лауреаты (1952). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1973).

Туленков Константин Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 15 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үҙән, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Сталин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

1908 йылдың 2 (15 апрелендә) Үҙән ауылында (хәҙер Башҡортостандың Белорет районы Үҙән ауылы) тыуған.

1938 йылда Урал индустриаль институтын тамамлаған (Свердловск).

Институтты тамамлағандан һуң Свердловск өлкәһенең Чусов металлургия заводында эшләй. 19401941 йылдарҙа һәм 1946 йылда Белорет ҡорос сым-канат заводында үҙәк завод лабораторияһы начальнигы вазифаһында эшләй, 1956 йылдан — метиан сәнәғәтенең фәнни-тикшеренеү институтында баш инженер (Магнитогорск) булып эшләй.

Уның тарафынан микрон күләмле сымдар етештереү ойошторола, коаксиаль кабелдәрҙең магнитлы экрандары өсөн ҡорос баҡырлы сымдарҙы яһау технологияһын эшләй; туҙыуға тотороҡло селтәрҙәр булдыра; 110Г13 маркалы юғары марганцовкалы ҡоростоң электр тоташыулы йылытыу менән ҡайнар һуҙыу технологияһы эшләнә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Яҡынса 30 ғилми эш һәм дүрт уйлап табыу авторы.

  • Волочение стальной оцинкованной проволоки. М., 1953 (авторҙаштар менән).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — цинкланған сымды етештереүҙең яңы ысулдарын уйлап тапҡаны һәм индергәне өсөн
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1973)
  • миҙалдар

Һылтанмалар

үҙгәртергә