Трофимова Валентина Александровна

Трофимова Валентина Александровна (19281997) — совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).

Трофимова Валентина Александровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Костромская губерния[d], Костромской уезд[d], Черемховица[d]
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Кострома өлкәһе, Костромской район[d], Караваево[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Валентина Александровна Трофимова 1928 йылдың 9 июнендә Черемховицы ауылында (хәҙер — Кострома өлкәһе) тыуған.

1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Скобелевтар ғаиләһе Караваевоға күсеп китә, һәм В.А.Трофимова ун дүрт йәшендә урындағы тоҡомсолоҡ совхозына эшкә инә, баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй, малсы була, Кострома тоҡом һыйырҙары төркөмөндә һауынсы булып эшләй.

1948 йылда йыл йомғаҡтары буйынса үҙенә беркетелгән 8 һәр һыйырҙан уртаса 5238 килограмм һөт һауып ала. 1949 йылдың 12 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «өлгөлө хеҙмәте өсөн» В. А. Скобелева Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 3 декабрендәге Указы менән «1950 йылда һәр 8 һыйырҙан уртаса 6895 килограмм һөт һауып алыуы өсөн» Трофимова Валентина Александровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

1956 йылда В.А. Трофимованы йылына мең ярым килограмм ғына һөт һауып алыусы артта ҡалған һөт-тауар фермаһы менән етәкселек итергә ҡуялар. В.А.Трофимова етәкселек иткән осорҙа ферма танымаҫлыҡ булып үҙгәрә һәм һөт һауып алыу һәр һыйырҙан уртаса йылына 4800 тәшкил итә[1].

1997 йылдың 3 ғинуарында вафат була һәм Караваево ауылына яҡын зыяратта ерләнә.

НаградаларыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кузоватов С. Трофимова Валентина Александровна. «Герои страны» сайты. 13 март 2020 тикшерелгән.
  2. Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948-1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928-2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др.; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. - Кострома : ДиАр, 2014 г. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948—1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928—2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др.; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. — Кострома : ДиАр, 2014. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8