Тирмә (торлаҡ)
Тирмә — XIX быуаттағы йәйге кейеҙ башҡорт өйө.
Тирмәләргә йәшәргә башҡорттар яҙ, йылы йыл миҙгеле башланғас, күсеп сыҡҡандар. Башҡорт тирмәләре далала лагерь рәүешендә урынлашҡан. Тирмәләрҙә йәшәү маҡсаты — көтөүҙәге малдарға күҙ-ҡолаҡ булыу, утын киҫеү, бесән әҙерләү.
Тирмә ағас рәшәткәләрҙән яһалып, өйрөлтөп кейеҙ менән көпләнгән. Тирмәнең түбәһендә төтөн сығыу өсөн тишек эшләнгән. Тирмә уртаһында — аш-һыу әҙерләү өсөн усаҡ булған.
Тирмәләрҙә башлыса бай башҡорттар йәшәгәндәр. Ярлы башҡорттар аласыҡтарҙа, ҡыуыштарҙа йәшәгәндәр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа